Сибайҙа һауа торошо:
-21, -23 ° C 2 - 4 м\с СВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
25.06.2013
ЕРГӘН АУЫЛДАШТАРЫН ЙЫЯСАҠ
Untitled document

1964 йылда Әбйәлил районында башланғыс алған «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы бѳгѳн дә үҙ асылына тоғро ҡала. Бер ауылда тыуып-үҫкәндәрҙе осраштырыу маҡсатында уҙғарылған сара үҙ тѳйәгеңде тѳҙѳкләндереү йәһәтенән дә әһәмиәтле. Шулай булмай ни, кемдең алыҫ араны яҡынайтып килгән ҡунаҡтар алдында йѳҙ ҡыҙартҡыһы килһен!?

Хәйбулла районында «Һаумыһығыҙ ауылдаштар!», «Шәжәрә», урамдар һәм аралар байрамдарын уҙғарыу иғтибар үҙәгенә алынған. Бер нисә кѳндән Ергән халҡы ауылдаштарын күркәм сараға йыясаҡ. Был ауылда бѳгѳн 176 йорт иҫәпләнә. Әлеге ваҡытта уларҙың барыһы ла ялт итеп тора, ихаталар тәртипкә килтерелгән.

Һеҙ һүрәттә күргән Әнисә Рәхмәтуллина менән Гѳлфинә Ҡотоеваларҙы ҡыҙыу эш мәлендә тап иттек. Урындағы урта мәктәптә техник хеҙмәткәр булып эшләгән тырыш ханымдар белем биреү учреждениеһына косметик ремонт яһау менән мәшғүл ине.

—Ергәндә бындай байрам тәүге тапҡыр уҙғарыла. Ҡар ирей башлар-башламаҫтан ауыл халҡы әҙерлек эшенә дәррәү тотондо. Берәүҙәр, баҡса рәшәткәләрен, икенселәр, ҡапҡаларын һәм ҡыйыҡтарын яңыртты,—ти Гѳлфинә Ҡотоева.

—Ошондай сараларҙы уҙғарыу яғындамын. Ыңғай яҡтарына килгәндә, тәү сиратта, йәшәгән урыныбыҙ тѳҙѳкләнеп ҡала. Шулай уҡ тѳрлѳ сәбәптәр менән оҙаҡ йылдар тыуған яғына ҡайта алмаған ауылдаштар осраша. Был иһә быуындар бәйләнешен, туғандар мѳнәсәбәтен нығыта тѳшә,—тип һүҙгә ҡушыла Әнисә Рәхмәтуллина.

Күмәкләгән—яу ҡайтарған, тигәндәй, ауыл халҡы әҙерлек эштәрен ҡырҙа йәшәгән балалары йәиһә туғандары ярҙамында атҡарып сыҡҡан. Бына шулай, ергәндәрҙең тырышлығына һәм берҙәмлегенә һоҡланырға ғына ҡала.

Нил Ғазин.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap