Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
25.06.2013
МИЛЛИ РУХ БАЙРАМЫ
Untitled document

Данил ӘБДЕЛҒАЗИН

Ошо кѳндәрҙә Екатеринбург ҡалаһында һабантуй байрамы үтте. Ҡала хакимиәте, Свердловск ѳлкәһе башҡорттары Ҡоролтайы һәм «Мираҫ» башҡорт-татар мәҙәни үҙәге ойошторған байрам етенсе тапҡыр уҙғарылды. Был сарала Башҡортостан исеменән йыр-моңға маһир хәйбуллалар ҡатнашты.

Шуныһы маҡтауға лайыҡ: яҡташтарыбыҙ делегацияһы составына 70-кә яҡын кеше, улар иҫәбенә район хакимиәте, «Бүребай» тау-байыҡтырыу комбинаты һәм «Башҡорт баҡыры» йәмғиәте вәкилдәре, тѳбәктең үҙешмәкәр артистары инде. Күркәм байрамдың тѳп маҡсаты—халҡыбыҙҙың ғѳрѳф-ғәҙәттәрен сағылдырыу, тѳрлѳ милләт вәкилдәрен бер урынға туплауға һәм милли рухын үҫтереү ине.

Асылыбыҙҙы билдәләгән башҡорт йәйләүе, ысын мәғәнәһендә, һәр ҡатнашыусыны үҙенә йәлеп итте. Милли ризыҡтарыбыҙҙы һағынған ҡала халҡы уларҙы ауыҙ итеп кенә ҡалмай, шифаһы менән дан тотҡан ҡорот, эремсек, бал кеүек аҙыҡтарыбыҙҙы күпләп һатып алды. Башҡорт китаптары, республика символикаһы менән футболкалар, бейсболкалар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Риф Дилмѳхәмәтовтың ҡунаҡтарға ҡурай буйынса оҫталыҡ дәрестәре күрһәтеүе байрамдың бер биҙәгенә әүерелде.

Сираттағы күргәҙмә башҡорттарҙың ярым күсмә тормош алып барған осорона, атап әйткәндә, малсылыҡҡа һәм һунарсылыҡҡа арналды. Башҡорт тоҡомло ат, уҡ һәм ян, айыу тиреһе, ҡапҡан Екатеринбург халҡында ҡыҙыҡһыныу уятты. Милли ри-зыҡтарыбыҙҙан һығылып торған урындыҡ, мейестә ҡорот ҡайнатыу сара үҙенсәлеген билдәләне.

Һабантуйҙың мәртәбәле ҡунаҡтары—Екатеринбург ҡалаһы хакимиәте башлығы А.Якоб, Башҡортостан Республикаһының Премьер-министры урынбаҫары С.Сәғитов, Свердловск ѳлкәһенең Хѳкүмәте рәйесе урынбаҫары В.Власов, Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Р.Ибраһимов, Ѳфѳ ҡалаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры В.Аҙнаев, Свердловск ѳлкәһендәге Башҡортостандың тулы вәкиле Н.Тюменцевалар сараның юғары кимәлдә ойошторолоуын билдәләп үтте.

—Беҙҙең ѳлкәлә барлығы 10 меңдән ашыу башҡорт һәм татар иҫәпләнә. Ике халыҡтың дуҫлығын сағылдырған һабантуйҙы 2003 йылдан уҙғара башланыҡ. Байрамда тәүге тапҡыр ҡатнашҡан Хәйбулла халҡы үҙҙәренең рухлы, берҙәм икәнлеген күрһәтте. Ѳлкә һабантуйына иһә Салауат районынан ҡунаҡтар кѳтәбеҙ,—тине үҙ сығышында Нәфисә Тюменцева.—Свердловск ѳлкәһендә башҡорт теле һәм мәҙәниәте иғтибар үҙәгендә. Үрге Пышма һәм Каменск—Уралскиҙа милләттәштәребеҙ туған телен уҡыу мѳмкинлегенә эйә. Ике ай элек беҙҙең тѳбәктә Башҡортостан Милли музейының этнокүргәҙмәһе ойошторолдо. Шулай уҡ Екатеринбургта башҡорт мәҙәниәтен сағылдырған Тыуған яҡты ѳйрәнеү музейы эшләй.

Хѳкүмәт рәйесе урынбаҫары В.Власов та халҡыбыҙ йолаларына ҡарата фекерҙәре менән уртаҡлашты.

—Һабантуй—халыҡ байрамы. Бѳгѳн дә халыҡтың сараға яҡты йѳҙ, ғаиләләре һәм балалары менән килеүенә иғтибар иттем. Был милләтең йолалары, ғѳрѳф-ғәҙәттәре һаҡланыуын ғына түгел, ә уның дауам ителеүен билдәләй,—тине ул.

Екатеринбургта йәшәүсе милләттәштәребеҙ ѳсѳн бай концерт та тәҡдим ителде. Улар баш ҡаланың «Ҡарауанһарай» фольклор-эстрада тѳркѳмѳ йырҙарын, Хәйбулла районының «Сиҙәм» халыҡ бейеүҙәре һәм «Ҡош юлы» фольклор ансамблдәре сығыштарын ихлас алҡыштар менән ҡаршы алды.

Һәр сараны юғары кимәлдә уҙғарған хәйбуллалар был юлы ла һынатманы, күрше ѳлкәлә йәшәгән яҡташтарыбыҙ ѳсѳн ял һәм рух байрамы бүләк итте.

Һүрәттәрҙә: байрамдан күренештәр.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap