Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 2 - 4 м\с Ю
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
25.06.2013
УҢҒАНДАРҒА УҢЫШ ЮЛДАШ
Untitled document

2013 йылда ѳҫтәмә белем биреү системаһы барлыҡҡа килеүгә 95 йыл тулды. Сибай ҡалаһы мәктәптәре уҡыусыларының, уҡыу йорттары студенттарының һәләттәрен асыуға, үҫтереүгә ҙур ѳлѳш индергән Балалар ижады үҙәге урындағы иң уңышлы эшләп килгән ѳҫтәмә белем биреү учреждениеларының береһе һанала. Быйылғы уҡыу йылында ла педагогик коллектив йәш быуынды эстетик, патриотик рухта тәрбиәләү, хеҙмәткә һѳйѳү уятыу маҡсатында ҙур эштәр атҡарған. Дѳйѳм коллектив әҙерләгән «Ижади калейдоскоп» отчет концертын ҡарағандан һуң, балаларға һалынған кѳс бушҡа булмағаны раҫланды.

«Афарин» вокаль-эстрада студияһы тѳрлѳ йәштәге йыр-моңға ғашиҡ балаларҙы берләштергән. Студияла шѳғѳлләнеүселәр ҡала, тѳбәк йыр бәйгеләрендә ҡатнашып, призлы урындар яуларға ла ѳлгѳргән. Улар башҡарыуындағы «Тыныслыҡ», «Уңған халҡыма» һәм башҡа йырҙар тамашасылар тарафынан яратып ҡабул ителә. «Афарин» тѳркѳмѳ етәксеһе Зилә Сирғәлина, айырыуса Регина Ханова, Гѳлсиә Мәһәҙиева, Регина Ғилманова, Артем Гавриловтарҙың тауыштары үҙенсәлекле булыуҙарын билдәләне.

«Гѳлдәр» ѳлгѳлѳ бейеү ансамбленең даны ҡалала ғына түгел, унан ситтә лә таралған. Ансамбль республика, Бѳтә Рәсәй, Халыҡ-ара конкурстар лауреаты, 2012 йылда Тѳркиәлә үткән «Далан талисманы» Халыҡ-ара фестивалендә Гран-при яулауға ирешкән. Әлеге кѳндә ѳлгѳлѳ бейеү ансамбле июль айында Францияла үтәсәк Халыҡ-ара конкурсҡа етди әҙерләнә.

Балалар ижады үҙәгенең ҡурайсылар ансамблен Кәлимулла Ильясов етәкләй. Шуныһы ҡыуаныслы: был халыҡ инструментында уйнарға теләүселәр йылдан-йыл арта. Ансамбль ҡала күләмендәге бәйгеләрҙә ҡатнашып, еңеүҙәргә ѳлгәшә.

Ҡумыҙсылар түңәрәген ѳмѳтлѳ педагог Баязит Ғәйнуллин ойошторған. Милли музыка ҡоралын сиртеүселәр моң тыуҙырыуҙары, ѳзләүҙәре менән иғтибарҙы йәлеп итә.

«Фортепиано» класы тәрбиәләнеүселәре лә етәкселәре Лариса Диярованың йѳҙѳнә ҡыҙыллыҡ килтермәй. Илгиз Лоҡманов башҡарыуындағы «Принцесса вальс бейей» әҫәре күңелдәргә үтеп инерлек. Нәркәс Бохарбаеваның нәзәкәтле бармаҡтары музыка тыуҙырыу ѳсѳн генә яралған кеүек.

«Лидерҙар мәктәбе» берекмәһенә йәмәғәт эштәрендә әүҙем, белем усаҡтарында яҡшы ѳлгәшкән, алдынғы ҡарашлы йәштәр тупланһа, «Мода азбукаһы», «Хужабикә» түңәрәктәре ҡул эштәренә әүәҫ уҡыусылар күңеленә хуш килгән. Ҡыҙҙар теккән аллы-гѳллѳ күлдәктәр, бәйләгән әйберҙәр ѳлкәндәрҙекенән бер ҙә ҡалышмай. Ҡул эштәре түңәрәктәрендә шѳғѳлләнеүселәр Магнитогорск ҡалаһында уҙған «Мисс Белошвейка» конкурсында еңгән.

Үҙәктең «Йәш һыҙыусы» берекмәһе техник һѳнәр эйәләрен әҙерләү менән мәшғүл. Быйылғы уҡыу йылы аҙағында һыҙыу буйынса тулы техник курс үткән 22 уҡыусыға танытмалар тапшырылған.

—Коллективта үҙ эшен яратҡан, талантлы педагогтар: Е.И.Цыганова, Л.В.Верногорова, Т.В.Максимова, У.М.Абдуллин, А.И.Михайлов, А.В.Чухрова, Н.В.Резвова, С.И.Молоземов, Л.Р.Яхина, Б.Х.Ғәйнуллин, Л.Б.Диярова, Э.Р.Нәҙербаевалар менән кѳслѳ. Шулай уҡ директорҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Е.В.Гредякина, методистар—Ә.Д.Вәлитова, А.Н.Петров, З.В.Ғилманова, Л.М.Янбаева, Г.Ғ.Кәримоваларҙың тырыш хеҙмәтен билдәләп китмәү яҙыҡ булыр,—ти Балалар ижады үҙәге директоры Элиза Ғүмәр ҡыҙы Кирәйева, хеҙмәткәрҙәрҙе дәртләндереп.—Бер маҡсатҡа ынтылып эшләгәнгә, бѳгѳн хеҙмәтебеҙҙең емештәре ҡыуанырлыҡ. Киләсәктә лә ошо юҫыҡтан тайпылмай бергә-бергә эшләргә насип булһын.

Йәш быуынға белем һәм тәрбиә биреү менән шѳғѳлләнгән коллективҡа беҙ ҙә ижади уңыштар, яңы үрҙәр теләп ҡалабыҙ.

Гѳлдәриә Иҙрисова.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap