Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
02.07.2013
ҠАШҠАР АУЫЛЫ ТАРИХЫНА ѲҪТӘМӘ
Untitled document

1951 йылда бѳтә ил буйынса ауыл хужалығы бик ҡыйын хәлгә тѳшкән була. Бәләкәй генә ауылдарҙа ла, ҙур ерҙәрҙә лә колхоз-совхоздарҙа фронттан ҡайтҡан яугирҙәр хужалыҡ иткән. Тейешле әҙерлеге, мәғлүмәтлеге етешмәгән, дорфалығы ташып торған күп кенә кисәге еңеүселәрҙең эш, халыҡ тураһында артыҡ ҡайғыһы, ынтылышы булмай. Күберәк кәйеф-сафа ҡылып йәшәү һѳҙѳмтәһендә, 80 меңдән ашыу хужалыҡ бѳлгѳнлѳккә тѳшкән.

Партияның үҙәк комитетының 1951 йылғы Ҡарары менән ауыл хужалыҡтарын эреләтеү юлына сығырға килешелә һәм яңы тѳҙѳлгән хужалыҡтарға әүҙем эшләгән колхоз-совхоздарҙан, сәнәғәт предприятиеларынан 20 меңдән торған команда тѳҙѳлә.

«Егерме меңенселәр» исемлегенә, ул ваҡытта Матрайҙағы «Новый мир» колхозында председатель урынбаҫары булып эшләгән, һуғыштан 2-се группа инвалиды булып ҡайтҡан беҙҙең атайыбыҙ Сѳләймәнов Хисамитдин Алтынғужа улы ла индерелгән. Бѳлгѳнлѳккә тѳшкән Ҡашҡаттағы «Йондоҙ» колхозы, Ишбулды, Ишембәт һәм Мәҡсүт колхоздары берләштерелеп «Ҡыҙыл Йылайыр» колхозы тѳҙѳлә. Хужалыҡ рәйесе итеп беҙҙең атайҙы ҡуйғандар. Ѳфѳнѳң Башархивында ошо хәлде раҫлаған характеристика һаман һаҡлана. Әле лә иҫтә, бер аҙ яңы ҙур эш башлағас, фатир һѳйләшеп, 1952 йылдың февралендә атай беҙҙе Ҡашҡарға күсереп алды.

Боронғо Рәмиевтарҙың ике ҡатлы ѳйѳндә, үрҙә—правление, аҫта, таш келәттә магазин булды. Ҡаршыла—Гѳлзәминә инәйҙә 2-3 ғаилә бер ҙур бүлмәнән торған ѳйҙә йәшәнек. Иң ҡыйыны шул саҡта барлыҡ хужалыҡтарҙан ҡалған 20-ләп баш һыйыр малының аслыҡтан кѳнѳ-тѳнѳ баҡырғаны хәтеремдә ҡалған. Уҡыусылар, ауыл халҡы һыу буйынан ҡырҡып ашатҡан тал-сыбыҡ малға ризыҡ була алманы. Шул ваҡыт колхоз рәйесе ауыл халҡын йыйып алып:—Ѳй баштарығыҙҙағы бесән-һаламды бирегеҙ, малды ҡотҡарайыҡ, ҡышҡа тиклем ѳйҙәрегеҙҙе таҡта менән ябып бирәм,—тигән. Шул үтенесе һәм вәғәҙәһе малды ҡотҡара.

Илдең ярҙамы ла ҙур булды: Яманһаҙҙағы ат заводынан 25-ләп ат бирҙеләр, шуларға тиҙ арала сана, сбруй йүнәтеп Сара станцияһынан орлоҡ, фураж, тѳклѳ бесән һәм башҡа аҙыҡ ҡайтарылды. Сана юлында ѳлгѳрәйек, тип март аҙағынаса ылаусылар кѳнѳ-тѳнѳ юлда булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡаһарманлыҡ күрһәткән ул кешеләрҙе, күҙ алдымда булһалар ҙа исемләп иҫләмәйем.

Рәйестең ярҙамсылары Ишбулдынан Ноғман олатай Бураншин, Ҡашҡарҙан Мәхмүт ағай Моратов, малсылыҡта Һибәтулла ағай Байморатовтар һәм башҡалар ихлас эшләне.

МТС-тан килтерелгән тракторҙар йыш боҙолдо, Мәхмүт ағай «Ҡарат» юрға менән кѳнѳнә әллә нисә тапҡыр Һеүәмбәр аша Матрайға запас частәр артынан саба торғайны.

Йәй башында Орскиҙан локомобиль һәм пилорама килтереп урынлаштырҙылар, ауылда электр энергияһы булдырылды. Иген уңды, бесән эшләнде. Һарыбейә, Әкәү, Ҡараһаҙ һәм Ҡашҡатта ҡайтмай аҙналап 30-40-лап кеше ҡыуышта йәшәп эшләй торғайныҡ. Бѳтә хеҙмәт бер ниндәй техникаһыҙ башҡарылһа ла, арымай-талмай күңелле йәшәнек. 1953 йылда Ҡашҡат урамында (хәҙерге Йондоҙ урамы) байтаҡ халыҡ йорт һалып сыҡты, беҙҙең дә ѳй кѳҙгә әҙер булды.

Хужалыҡҡа машина бирәләр тигәс, колхоз рәйесе ѳлкәндәрҙе йыйып, йә кем беҙҙә шофер булырлыҡ кеше, тигән һорауға ул ваҡытта Сибайҙа эшләп йѳрѳгән Йомағәле Баязитовты тәҡдим иттеләр. Тиҙ арала колхоз ѳй эшләп, ауылдың иң беренсе шоферын ғаиләһе менән ҡаршы алдыҡ. Күршебеҙ киң күңелле, алсаҡ, кешелекле ине, күмәк балалар үҫтерҙе, ҡатышып йәшәнек. Ѳлкән улы Салауат менән беренсе кластан етенсене бѳткәнсе бергә уҡыныҡ, саңғыла йѳрѳнѳк, волейбол уйнаныҡ. Ваҡыты булғанда Йомағәле күрше беҙгә ихлас ҡушылып уйнай торғайны.

Тәүге уҡытыусыбыҙ—Хәлит ағай Байморатов, илебеҙҙә ныҡ танылған, абруйлы ғаилә башлығы ине. Ѳлкән ҡыҙы Римма Хәлит ҡыҙы уҡыуын бѳткәс, мәктәпкә ҡайтты һәм ул мәктәптең ылыҡтырғыс кѳсѳ булды. Үҙе лә күп балалар үҫтерҙе, бѳгѳнгѳ кѳндә абруйлы ағинәйҙәрҙең береһе.

Колхоздың парторгы булып отставкалағы капитан Юныс Йәмил улы Солтанов эшләне. Ҡатыны Ғәзимә апай ҙа уҡытыусы булды. Улар күп балалар үҫтерҙе, барыһы ла тормошта абруйлы кешеләр.

Тағы ла бер кешене телгә алмаһаҡ Ҡашҡар ауылы тарихы теүәл булмаҫ. Ауылда ғына түгел, бѳтә яҡын-тирә ауылдарға ла кәрәк кешеләрҙең береһе—Ҡѳрьән Кәримде яттан белгән Фазылйән ағай Һѳйѳндѳков—тағы ла бер ишле ғаиләнең башлығы. Шаян, йор һүҙле, күңелсәк кеше булды. Ул ауылда һатыусы булып эшләне.

Хисамитдин Алтынғужа улының эш алымы кеше аптыратырлыҡ була торғайны. Йәйме, ҡышмы—ҡасан булһа ла, ҡара таң менән тороп китеп бригадирҙарын, механигын, ферма мѳдирен уятып, кем ҡайҙа бара бѳгѳн, тип бар халыҡты тырышып эшкә әйҙәй ине. Бүлмәһенә йыйып эш ѳләшеп ултырманы, бѳтә ауыр эште үҙ ѳҫтѳнә алды. Колхоз тиҙ арала алға китте, күпләп тракторҙар, комбайн-машиналар килде.

Урып-сәсеү, бесән әҙерләү мәлдәрендә, ҡыш ағас ҡырҡырға йѳрѳгәндә әсәйебеҙ Сәрбиямал Һибәтулла ҡыҙы эшселәргә ике-ѳс мейестә кѳнѳ-тѳнѳ тәмле икмәктәр бешерҙе. Атайыбыҙға ул оло ярҙам булды, ләкин ул бер ваҡытта ла әсәйебеҙгә хеҙмәт кѳнѳ яҙманы.

Мәктәптә хеҙмәт дәрестәрендә Тажетдин ағай Сәлимов етәкселегендә ҡул эштәре һѳнәрҙәрен үттек, тырма, кѳрәк, ултырғыстар эшләнек. Ҡыш кѳнѳ тиреҫтән кѳршәк һуҡтыҡ, үҫентеләр ултырттыҡ. Байтаҡ халыҡ тирәк эргәһендә, Исҡужа ҡаршыһында йәшелсә үҫтерҙе. Колхоздың картуфлығы ҙур майҙанда Рәсүл туғайында ине. Шулай уҡ колхозда тауыҡ фермаһы, эре мал, йѳҙәрләп йылҡы тергеҙелде. Фуражға сенаж, силос, бесән һәм тамыраҙыҡтар әҙерләнде. Май бештеләр, сыр эшләнеләр, умартасылыҡ та булды.

Ул мәлдәрҙә сиҙәм эпопеяһы башланып һѳрѳнтѳ ерҙәр иркенәйтелде, сәсеү әйләнеше булдырылды. Кукуруз үҫтереү технологияһын үҙләштереп, һыу аръяғы яландарынан ҙур уңыш алып атайыбыҙ республика күләмендә танылыу яуланы. Агроном булып эшләгәндә уға Башҡорт дәүләт аграр университетынан практикаға ҡайтҡан студенттар беркетелә торғайны. Улар араһынан Абрар ағай Ярлыҡапов киң билдәле, Союз кимәлендә ҙур кеше булды. Ә Хисаметдин Алтынғужа улы 75 йәшенә тиклем хѳкүмәт эшендә эшләне. Хаҡлы ялға сыҡҡас та ауыл зыяратын рәтләтеүгә ҙур ѳлѳш индерҙе.

Ошо Ҡашҡар ауылы тарихында булған хәлдәр бѳгѳнгѳ ауылдарыбыҙ хәленә ауаздаш һымаҡ тойола. Хужаларыбыҙ миһырбанлы булһын ине, тип доға ҡылырға ғына ҡала, ә «егерме меңенселәр» табылыр ул.

Зәкир Сѳләймәнов,

БДАУ-ның Урал аръяғы филиалы.

Һүрәттә: Сѳләймәнов Хисамитдин Алтынғужа улы. Портрет 1996 йылда 100 йыллыҡ юбилейына арнап үткәрелгән тәүге шәжәрә байрамына 1956 йылғы фотонан Бикбаев Заман Руслан улы тарафынан эшләнде.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap