Сибайҙа һауа торошо:
-1, -3 ° C 1 - 3 м\с СЗ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
МӘКЕРЛЕ СИР МӘЖБҮРИ ДАУАЛАУҘЫ ТАЛАП ИТӘ
Untitled document

Гѳлдәр ҠАДАЕВА

Үткән аҙнала Сибай ҡалаһында «Туберкулезды ваҡытында асыҡлау һәм профилактикалау» темаһына арналған тѳбәк кәңәшмәһендә Сибай, Баймаҡ ҡалалары, Йылайыр, Хәйбулла райондарының үҙәк дауаханаларының медицина хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Республиканың баш фтизиатры М.М.Азаматова алып барған сарала Урал аръяғы тѳбәгендә социаль сирҙең таралыу мәсьәләһе күтәрелде.

—Сибай, Баймаҡ тарафтарында хәлдәр тотороҡло. Йылайыр районында ла үҫеш күҙәтелмәй. Ә бына Хәйбуллала туберкулез сирлеләр артҡандан-арта,—тип бел-дерҙе Миңленур Миңләхмәт ҡыҙы Азаматова.—Насар туҡланыу, ҡояш яҡтыһының етешмәүе, дымлы һәм һыуыҡ торлаҡ туберкулездың ҡуҙғыу хәүефен арттыра. Социаль шарттарға туранан-тура бәйле булғанға күрә, уны артта ҡалған илдәр сире тип атайҙар. Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының туберкулезды иҫкәртеүгә тейешле иғтибар бүлеүе тѳбәктә уның шашыныуына юл ҡуймай. Мәҫәлән, Ѳфѳлә йылына 600 тирәһе кеше, тулыһынса һауығыу сәбәпле, иҫәптән алына. Эшләргә кәрәк, ваҡытында сир-ҙе асыҡлағанда һѳҙѳмтәләргә ирешергә була.

Хәйбулла табиптары хәлде Ырымбур ѳлкәһе сиктәш булыуы, унда сирлеләрҙең күп булыуы менән аңлатты. Шулай уҡ тѳбәктә тау сәнәғәте үҫеш алғанлыҡтан, бында ситтән эшкә килеүселәр ҙә күп.

Сибай район-ара туберкулезға ҡаршы диспансерҙың баш табибы Гѳлнур Урал ҡыҙы Бикмаева «Туберкулез бѳгѳн һәм иртәгә. Проблемалар һәм мәсьәләләр» тигән темаға доклад менән сығыш яһаны.

Ике-ѳс аҙнанан ашыу туҡтамаған йүтәл, ябығыу, хәлһеҙлек, тән температураһының күтәрелеүе, тѳндә тирләү, тиренең тѳҫһѳҙләнеүе, күкрәк тапҡырының һыҙлауы, тамаҡҡа аш бармау, ҡан тѳкѳрѳү—ошо күренештәрҙең береһе генә булһа ла борсоһа, кисекмәҫтән сәләмәтлекте тикшертергә кәрәк. Табипҡа ваҡытында күренеү туберкулездан дауаланыу мѳмкинлеген бирә.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, туберкулездың ҡайһы бер тѳрѳнѳң тәүге осорҙа үҙен һиҙҙертмәүе лә ихтимал. Шуға күрә һәр кем ике йылға бер флюорография тикшеренеүе үтергә тейеш . Туберкулез ҡорбанына әүерелмәҫ ѳсѳн шулай уҡ таҙалыҡ яратырға һәм сәләмәт тормош алып барырға кәрәк. Табип-фтизиатр С.У.Баязитованың сығышында уйландырырлыҡ факттар күп булды.

—Туберкулез—борондан уҡ билдәле сир. Ул һаман да яңынан-яңы ҡорбандарын эҙләй. Ғѳмүмән, әллә күпме кешенең ғүмерен ѳҙә был йоғошло ауырыу. Уны туберкулез таяҡсаһы тыуҙыра. Йыш ҡына тын юлдарын, үпкәне зарарлай. Шулай уҡ тирегә, лимфа тѳйѳндәренә, һѳйәктәргә, бѳйѳргә, күҙҙәргә, ҡорһаҡ ҡыуышлығына, үҙәк нервы системаһына һәм башҡа ағзаларға зыяны тейеүе ихтимал,—тине Сәлимә Усман ҡыҙы.

—1993 йылда Бѳтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының туберкулезды етди иғтибар талап иткән проблемаларҙың береһе тип таныуы юҡҡа түгел. Сирҙән, әгәр дауаланһаң, һауығырға мѳмкин. Шуға ҡарамаҫтан, йыл һайын 8 миллион самаһы яңы ауырыу теркәлә һәм мәкерле сирҙән 2 миллион кеше вафат була. 2 миллиардтан ашыу кеше, йәғни донъялағы халыҡтың ѳстән бер ѳлѳшѳ, туберкулез бациллаһы йоҡторған. Сирҙең асыҡ формаһы күҙәтелгән берәү йылына уртаса 10-15 кешене зарарлай.

Кох таяҡсаһы организмға тын юлдары аша (һѳйләшкәндә, сѳскѳргәндә, йүткергәндә) эләгә. Ҡаҡырыҡ һәм тамаҡ ѳҫтѳ лайлаһы тамсылары ѳҫ кейеменә, әйберҙәргә тарала һәм шунда кибә. Әммә микроб юҡҡа сыҡмай, оҙаҡ ваҡыт йәшәү һәләтен һаҡлап ҡала. Туберкулездың микобактериялары ауырыу малдан да күсә, ҡайнатылмаған һѳт ризыҡтары ла был йәһәттән хәүефле.

Сирҙе иҫкәртеүҙең тѳп сараһы—прививка яһатыу. Хәҙерге заманда вакцина күп илдәрҙә ҡулланыла һәм иммунизациялауҙың киңәйтелгән программаһына индерелгән. Бѳтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының тәҡдиме буйынса ул сабыйға донъяға килгәндең тәүге кѳндәренән үк яһалырға тейеш.

Туберкулез сирлеләр аҙ булған илдәрҙә, (мәҫәлән, АҠШ-та, Бельгияла, Италияла, Испанияла) хәүеф янаған тѳркѳмгә ҡараусыларға ғына вакцина индерелә. 
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рәсәйҙә хәл шәптән түгел, туберкулез арҡаһында вафат булыусылар һәм ауырыусылар күрһәткесе элеккесә юғары. Вакцинаның ауыр хәлгә тарыуҙан һаҡлауы күптән иҫбатланған. Был, һис һүҙһеҙ, бәләкәйҙән үк балаларҙың иммунитетын нығытыу кәрәклеген раҫлай. Ата-әсә прививканан баш тарта икән, балаһына ҙур хәүеф янауын аңларға тейеш.

Прививка бала табыу йортонда уҡ, сабый донъяға килгәндең 3-7 кѳнѳндә яһала. Иммунитетты нығытыу ѳсѳн БЦЖ (Кальмент-Герен бациллаһы) һәм БЦЖ-М вакциналары ҡулланыла. Икенсеһендә антиген икеләтә кәметелгән. Республикабыҙҙа яңы тыуған сабыйҙарҙың барыһына ла прививка эшләнә. Артабан улар 7 һәм 14 йәштәрендә лә шул рәүешле ҡурсалана. Вакцина индергәндән һуң ҡалған йѳй организмда туберкулез микобактерияһына ҡаршы үҙенсәлекле һаҡлағыс эшләнеүен раҫлай. Ниндәй ҙә булһа сәбәп менән сабыйға бала табыу йортонда прививка яһалмаһа, уны поликлиникала йәки стационарҙа эшләйҙәр.

Вакцина индергәндән һуң ѳҙлѳгѳү бик һирәк күҙәтелә. Балаларҙың күбеһендә иммунитет биш-ете йыл һаҡлана. Шуға ла Манту һынауына кире реакция күҙәтелгән үҫмерҙәргә прививка 7 һәм 14 йәштә ҡабаттан яһала. Хроник сирле балалар иммунитет булдырыуға айырыуса мохтаж. Уларға прививка ѳсѳн хәүефһеҙ осорҙо дѳрѳҫ һайлау кәрәк.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap