Сибайҙа һауа торошо:
-21, -23 ° C 2 - 4 м\с СВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
12.07.2013
ТАТЫУ ҒАИЛӘЛӘР―ТОРМОШ БИҘӘГЕ
Untitled document

2008 йылдан июль башында Рәсәйҙә Ғаилә, мѳхәббәт һәм тоғролоҡ кѳнѳ билдәләнә башланы. Ошо үҙенсәлекле байрам кѳнѳндә Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлеге 50 һәм 60 йыл бергә татыу ғүмер иткән, балалар үҫтергән 24 бәхетле ғаиләне тәбрикләне. Шулай уҡ сараға быйыл ғаиләләрендә игеҙ балалар тыуған ата-әсәләр ҙә саҡырылды. Шуныһы ҡыҙыҡ: 8 пар игеҙәктең, йәғни 16 баланың 8-е—ҡыҙ, 8-е—малай.

—Был матур кисә быуындар күсәгилешлеген сағылдыра. Оло быуын вәкилдәре ҡулдарына парлап бала тотҡан ата-әсәләргә ҡарап йәш саҡтарын иҫләһә, йәштәр уларҙың йәшенә етергә, шулар һымаҡ татыу-татлы ғүмер итергә хыяллана. Ғаилә—йәмғиәттең нигеҙе. Йәштәр ѳйләнешһен, балалар тыуһын, тормошобоҙ имен булһын,—тине ҡаланың граждандар хәлдәре акттарын теркәү бүлеге начальнигы Айгѳл Әҡсән ҡыҙы Бохарбаева, байрамға йыйылыусыларҙы тәбрикләп.

Алтын, гәүһәр туйҙарын билдәләүсе парҙарҙы һәм игеҙәктәр тәрбиәләүсе ғаиләләрҙе шулай уҡ «Урал аръяғы» мәрхәмәтлек фонды вәкиле В.Р.Аҡбулатова ҡотланы һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы. Байрамда ҡатнашыусылар донъя мәшәҡәттәренән арынып, йәйҙең матур бер кѳнѳндә шундай иҫтәлекле сара уҙғарғандары ѳсѳн ойоштороусыларға ҙур рәхмәттәрен еткерҙе.

Шул уҡ кѳндѳ ҡаланың «Аструм» сауҙа комплексы етәкселеге халыҡ ѳсѳн байрам ойошторҙо. Унда айырыуса балалар рәхәтләнеп күңел асты, шиғырҙар һѳйләп, йырҙар йырлап, приздар алды. 5 июлдә никахтарын рәсми теркәгән Анастасия һәм Марат Сәйфетдиновтар ҙа иғтибар үҙәгендә булды. Айгѳл Әҡ- сән ҡыҙы ғаилә ҡороусы йәштәрҙе ҡотлап, ойоштороусылар әҙерләгән махсус бүләкте тапшырҙы. Был кѳндѳ тыуған кѳндәрен билдәләүселәр ҙә бүләкһеҙ ҡалманы.

Мәҙинә Мансурова.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap