Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 1 - 3 м\с ЮВ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
СИБАЙҒА АРНАЛҒАН ПОЭМА
Untitled document

Ошо кѳндәрҙә Әбйәлил районының иң матур ауылдарының береһе Рысҡужала Әбйәлил, Белорет, Учалы райондары һәм Магнитогорск ҡалаһында йәшәүсе ҡәләм тирбәтеүселәрҙе берләштергән «Ҡуңыр буға» әҙәби-ижтимағи үҙәгенең сираттағы күсмә ултырышы үтте. Уны тѳбәк яҙыусылар берләшмәһе рәйесе, шағир Мәүлит Ямалетдинов алып барҙы. Бына ошо үҙенсәлекле сарала миңә лә ҡатнашыу бәхете тейҙе. Үҙенсәлекле тиеүем шунан, сѳнки был ултырыштың йѳкмәткеһе беҙҙең Сибай ҡалаһына ла бәйле ине.

Был кисәлә Рысҡужа ауылы ағинәйе Хәсәнова (Фәйезова) Айһылыу Ғәбделхәй ҡыҙының ижады тикшерелде. Ул хаҡлы ялда, биш бала әсәһе. Урта мәктәпте тамамлағас, атаһы иртә мәрхүм булып ҡалыу сәбәпле, артабан белем ала алмай һәм һауынсы булып эшкә тѳшә. Ләкин күңелендә Сибай мәктәп-интернатында уҡыған йылдарында шиғриәткә ҡарата тыуған һѳйѳүе һүнмәй, һүрелмәй. «Яратҡан уҡытыусыбыҙ, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса белем биргән Сәлимә Сафа ҡыҙы Ѳмѳтбаева минең ынтылышты һиҙеп, гел дәртләндереп торҙо һәм ижадтан айырылма, тип фатиха бирҙе»,—тип иҫкә ала Айһылыу Ғәбделхәй ҡыҙы мәктәп йылдарын һәм күңеленә шиғриәткә һѳйѳү орлоҡтары һалыусы остазын.

Ысынлап та, донъя мәшәҡәттәренә, ауыр эшенә ҡарамай, Айһылыу Хәсәнова бер ваҡытта ла ижад итеүҙән туҡтамай. 2007 йылда үҙнәшер юлы менән «Яҙмыштар» тип аталған китабын баҫтырып сығара. Бѳгѳн ул—бихисап шиғырҙар, поэмалар авторы. Уның ижадына халыҡсанлыҡ, сәсәнлек хас. Әҫәрҙәре бик еңел уҡыла. Әлеге ултырышта ҡатнашыусылар ҙа тап ошоларға баҫым яһаны.

Был кѳндѳ үткән сара барышында Айһылыу Хәсәнова ижадташтары хѳкѳмѳнә «Сибай» һәм «Шәжәрә» тигән поэмаларын тәҡдим итте.

Сибай ҡалаһына арналған әҫәрендә ул тарихи сығанаҡтарға ла таяна, күңелендә йәшлек ҡалаһына ҡарата һаҡлаған хистәре менән дә уртаҡлаша. Бында ҡаланың үҫеше лә, халыҡтар дуҫлығы ла, ябай кешеләрҙең булмышы ла сағылыш тапҡан. Был поэма, минеңсә, ҡаланың етеп килгән 60 йыллыҡ юбилейына ҙур бүләк.

Ә инде шиғри юлдар менән яҙған шәжәрәһендә ул үҙенең ата-бабаларының героик юлын һүрәтләй. Был поэма 2009 йылда Башҡортостан Республикаһында барған Шәжәрә конкурсында 1-се урын яулаған һәм 2010 йылда III Бѳтә донъя башҡорттары ҡоролтайында күрһәтелгән Бикмәтовтарҙың шәжәрәһенә арналған. Ул бәйгелә тарихи факттарға таянып тѳҙѳлгән иң тѳплѳ шәжәрә булараҡ билдәләнгәйне. Әҫәрҙә Пугачев һәм С.Юлаев етәкселегендә батша хѳкүмәтенә ҡаршы барған яу ваҡиғалары, 1812-1814 йылдарҙағы Ватан һуғышында француздарға ҡаршы йән аямай һуғышҡан башҡорт яугирҙәренең ҡаһарманлығы, Бикмәтов Дәүләтша кантондың башҡорт халҡының ергә аҫаба хоҡуғын яҡлап император Николай I-гә барыуы һәм дипломатик юл менән үҙ халҡының азатлығын яҡлап алып ҡалыуы һәм башҡа бик күп тарихи әһәмиәткә эйә хәл-ваҡиғалар поэтик формала сағылыш тапҡан.

Әҙәби ултырышта был әҫәрҙәр тѳбәк яҙыусыларының юғары баһаһын алды һәм әҙәби журналдарҙа, һуңынан «Китап» нәшриәтендә баҫтырыуға тәҡдим ителде.

И.Н.Бикмәтов,

Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap