Сибайҙа һауа торошо:
-1, -3 ° C 1 - 3 м\с СЗ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
ТӘМӘКЕ СӘЛӘМӘТЛЕККӘ ЛӘ, КЕҪӘГӘ ЛӘ «ҺУҒА»
Untitled document

2013 йылдың 1 июненән Рәсәйҙә «Тәмәке тартыуға ҡаршы» закон үҙ кѳсѳнә инде. Яңы закон тәмәке етештереүсе компанияларға лотерея уҙғарыуҙы һәм һәр тѳрлѳ фестивалдәрҙә, сараларҙа бағыусы булып сығыш яһауҙы тыя. Граждандарға иһә дәүләт учреждениеларында, юғары уҡыу йорттарында, мәктәп, дауахана, стадион, ресторан, поезд, вокзалдарҙа, метрола тәмәке кѳйрәтеү рѳхсәт ителмәй. Бынан тыш, сигареттар сауҙа нѳктәләренең витрина һәм прилавкаларынан алынасаҡ. Әллә ҡайҙан үҙенә арбап торған биҙәкле ҡаптар урынына тәмәке изделиеларына прейскурант ҡына ҡуйыласаҡ. Шулай уҡ электрон сигареттарҙы, сәйнәй торған тәмәке ҡушылмаларын да һатырға ярамай.

Тәмәкегә ҡаршы кѳрәш артабан да ҡыҙмаҡсы. Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаттары закон проектына тѳҙәтмәләр, ѳҫтәмәләр тәҡдим итә.

Шуларҙың береһе—сигаретҡа оҡшатып эшләнгән бѳтә әйберҙәрҙе (хатта һағыҙҙы ла) етештереүҙе тыйыу. Тәмәкегә ҡаршы закондың офиста тәмәке тартыу бүлмәләрен булдырыуҙы, яңы нәфис фильмдарҙа, телевизион тапшырыуҙарҙа, театр сәхнәһендә тѳтѳн һурыуҙы күрһәтеүҙе тыйған яңы тѳҙәтмә менән тулыланыуы ла ихтимал. Иҫке фильмдарҙа тәмәке кѳйрәтеү күренештәрен юҡ итеп булмаһа ла, әмәлен дә тәҡдим итәләр: экранда тәмәкеселәр күҙгә салынып ҡалғандан һуң никотиндың зыяны хаҡында социаль реклама «кѳрәшкә сығасаҡ». Метро, вокзал һәм аэропорт менән тәмәке тартыу урыны араһын 10 метрҙан 15 метрға тиклем арттырыу талабының да тормошҡа ашыуы ихтимал.

Башҡортостанда «2011-2015 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы халҡында сәләмәт йәшәү рәүешен формалаштырыу, алкоголь ҡулланыуҙы, тәмәке тартыуҙы кәметеү, наркоманияға ҡаршы кѳрәш» маҡсатлы программаһы тормошҡа ашырыла.

Республикала тәмәке тартыуҙы профилактикалауҙа ѳҫтѳнлѳклѳ йүнәлеш булып балаларҙы, үҫмерҙәрҙе һәм йәштәрҙе никотин тәьҫиренән йолоп ҡалыу тора. «Баш-ҡортостан Республикаһында тәмәке тартыуҙы профилактикалау» законы үтәлеше лә сәләмәтлеккә зарарлы яман ҡылыҡҡа ҡаршы тѳрлѳ кѳрәш саралары үткәреүгә булыш итә.

Бѳтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, тәмәке тартыу арҡаһында килеп сыҡҡан ауырыуҙарҙан йыл һайын 3 миллион самаһы кеше үлә. Тәмәке тартыусыға йѳрәк ѳйәнәге ҡурҡынысы—икеләтә, үпкәлә яман шеш барлыҡҡа килеү—ун мәртәбәгә, хроник бронхитҡа һабышыу бер нисә тапҡырға йышыраҡ янай. Һәр сигаретта булған 15-кә яҡын канцероген матдә кѳнѳнә бер ҡап тәмәке тартыусының үпкәһенә йыл дауамында 1 литр ыҫмала ултырта.

Ошонан сығып, һығымта яһағыҙ: тартырғамы, баш тартырғамы?

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap