Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
АҠ ЮЛ ҺЕҘГӘ, ҠАРЛУҒАСТАР!
Untitled document

Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында сығарылыш курстары студенттарын нәҡ ошондай һүҙҙәр менән оло тормошҡа оҙаттылар. Юғары белем биреү усағында биш йыл буйы ҡанат нығытҡан сираттағы ҡарлуғастар киләсәккә табан юл алды.

Быйыл Урал аръяғы райондары ѳсѳн мѳһим урын биләгән юғары уҡыу йортон 552 студент тамамланы. Тотош ике кѳн да-уам иткән диплом тапшырыу тантанаһының тәүге кѳнѳндә ѳлгѳргәнлек документына уҡыу алдынғылары—институтты ҡыҙыл дипломға тамамлаусылар эйә булды. Йѳҙҙәрендә шатлыҡ ҡатыш тантаналыҡ билдәләре сағылған йәш белгестәрҙе институт директоры Зиннур Ғѳбәйҙулла улы Йәрмѳхәмәтов ихлас күңелдән тәбрикләне. Уның изге теләктәренә артабан сығыш яһаусы директор урынбаҫарҙары, факультет декандары һәм уҡытыусылар ҙа ҡушылды.

Әйҙәгеҙ, байрамса кейенгән, күҙ алдында етдиләнгән кисәге студенттарға факультеттарға бүлеп күҙ һалайыҡ.

Технология факультетын быйыл 43 студент тамамланы. Ѳйрәнелгән фәндәр ни тиклем генә ҡатмарлы булмаһын, факультеттың 7 студенты ҡулына ҡыҙыл диплом алыуға ѳлгәште. Ләйсән Йосопова, мәҫәлән, биш йыл дауамында үҙен һәр яҡлап тырыш, маҡсатҡа ынтылған булдыҡлы студент итеп күрһәтте. Ҡыҙыл диплом менән бергә уға «Технология факультетының иң яҡшы студенты» тигән маҡтаулы исем бирелеүе лә осраҡлы түгел, тимәк! Факультеттың «Еңмештәр» КВН командаһының алыштырғыһыҙ капитаны Радик Байрамғолов, сәсәнлектәре һәм онотолмаҫ юморҙары менән күптәрҙең һѳйѳүен яулаған Илдар Юлдыбаев, Рѳстәм Ноғомановтар ҙа бар был бәхетле йәш белгестәр араһында. Буласаҡ технологтар, уҡыуҙа ғына түгел, һѳнәрҙәренә ярашлы ғәмәли эштә лә үҙҙәрен яҡшы яҡтан күрһәтә белделәр. Ә Фәниә Речкалова менән Мәҙинә Фәррәхова уҡыу йылдары дауамында икешәр мәртәбә әсәй булырға ла ѳлгѳрҙѳ! Был үҙе үк матур ѳлгѳ түгелме ни?!

Филология факультетын тамамлаған 56 студенттың 16-һы ҡыҙыл дипломға лайыҡ булды. Факультет уҡытыусылары Әлиә Мѳхәмәҙеева, Линар Юлмѳхә-мәтов, Ләйсән Баймырҙиналарҙың уҡыуҙағы һәм йәмәғәт тормошондағы уңыштары хаҡында айырым бер йылылыҡ һәм һѳйѳү менән телгә ала. Әйткәндәй, Әлиә «Факультеттың иң яҡшы студенты» исемен яуланы.

Биш студенты ҡыҙыл дипломға дәғүә иткән педагогия факультетының 44 студенты тураһында ла бик күп йылы һүҙҙәр әйтергә мѳмкин. Уларҙы «Ышаныс» балалар приюты һәм Халыҡты комплекслы хеҙмәтләндереү үҙәге хеҙмәткәрҙәре лә тик рәхмәт һүҙҙәре менән генә иҫкә аласаҡ: егет һәм ҡыҙҙар был учреждениеларҙа һәр саҡ кѳтѳп алынған ярҙамсылар, хатта бағыусылар булды. Оксана Ямалетдинова факультеттың иң яҡшы студенты булып танылды. «Студент яҙы» фестиваленең күп һанлы лауреаты Динар Ғѳбәйҙуллин иһә моңло йырҙары менән хәтерҙә ҡаласаҡ. Спорт һәм йәмәғәт тормошонда әүҙемлек күрһәткән Айрат Туҡтаев, Рүзәлиә Хәсәнова, Мансур Теүәлбаев, Ләйсән Шәрипова, Инзирә һәм Нурзилә Баязитовалар, Дилә Күскилдина, Юлиә Шәриповаларҙың исемдәрен айырым атамай китһәк, яҙыҡ булыр…

Тәбиғи-математика факультеты студенттары ла һәр яҡлап тырыш һәм ѳлгѳр егет-ҡыҙҙар! Сѳмбѳл Ғәбитова (факультеттың иң яҡшы студенты), Ләйсән Һѳнәрғолова, Фидәлиә Сабитова һәм Анна Трофимовалар ҡыҙыл дипломлы белгестәр булып сыҡты. Милли кѳрәш буйынса ҡала, район һәм республика ярыштары еңеүсеһе Илшат Ғазин, бейеклеккә һикереү буйынса ҡала чемпионы, республика бәйгеләре призеры Илдар Танһыҡҡужиндар беҙҙе һәр ваҡыт үҙҙәренең еңеүҙәре менән ҡыуандырып торҙо.

Иҡтисад факультетында белем алған 114 сығарылыш студенты ла белем майҙанының бѳтә ѳлкәләрендә лә яҡшы һѳҙѳмтәләргә ѳлгәште. Шуларҙың 16-һы уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамланы. Студенттар биш йыл дауамында «Һалым десанты», «Сабыйҙарға шатлыҡ бүләк ит» ише сараларҙа әүҙем ҡатнашты. Факультеттың «SIFE» КВН командаһын ҡалала белмәгән кеше бармы икән?! Улар хатта сит илдә лә танылыу яуларға ѳлгѳрҙѳ! Байрас Алтынғужин, Заһир Әлхәмов, Иван Гордеев, Руслан Такаев, Станислав Чуваковтар—командаға ҡот биргән лидерҙар. Марина Иманова, Йәмилә Рәхимова, Яҙгѳл Юнысбаева, Йәмил Мусин, Ләйсән Йәғәфәрова, Гѳлнара Хәмиҙуллиналар ҙа үҙҙәрен белемле, һәләтле студенттар итеп танытты.

Диплом алыу тантанаһына Фемида хеҙмәткәрҙәре формаһында килгән юридик факультет студенттары быйылғы сығарылышта үҙ рекордтарын ҡуйҙы: 67 студенттың 13-ѳ институтты ҡыҙыл диплом менән тамамланы. Сығарылыш студенттары араһынан Александр Косенков, Резеда Хасаева, Илүзә Нәғимова, Лиана Рәхимова, Заһир Зѳлфәров, Азамат Шәрәфетдинов, Фидан Нәбиуллиндарҙың исемдәрен маҡтап телгә алып үтмәйенсә булмай. Факультеттың иң яҡшы студенты исеменә лайыҡ булған Гѳлдәр Хәбирова, факультет старостаһы Ынйы Ғәлимова, тәрән һәм тѳплѳ белеме менән уҡытыусыларҙа һоҡланыу тыуҙырған Александр Антиповтарҙы, тарихсылар—Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы стипендиаты Фирүзә Сафина, Әбделҡадир Инан стипендияһына эйә булған Әлмира Сәйетова, Рәсәйҙең ике грантын яулаған Серик Үтәповтарҙы ла беҙ тик яҡшы яҡтан ғына телгә аласаҡбыҙ!

Шулай итеп, Сибай институты сираттағы ҡарлуғастары менән һаубуллашты… Егет һәм ҡыҙ-ҙарыбыҙҙың тормошта үҙ урындарын табып, алған һѳнәрҙәренә ярашлы эшкә урынлашып, илебеҙ ѳсѳн файҙалы һәм кәрәкле шәхестәр булып китеүҙәрен теләйбеҙ!

Мотал Рәмов,

РФ һәм БР Журналистар союзы ағзаһы.

Сибай ҡалаһы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap