Сибайҙа һауа торошо:
-1, -3 ° C 1 - 3 м\с СЗ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
ДАУАХАНАҒА БАРА АЛМАЙҺЫҒЫҘМЫ?
Untitled document

Улайһа, мобиль поликлиника һеҙгә үҙе киләсәк

Башҡортостандың 11 тѳбәгендәге дауахана «КамАЗ» автомобиле базаһында күсмә медицина комплексына эйә булды. Шулар иҫәбендә булған Сибай Үҙәк ҡала дауаханаһының мини-поликлиникаһы халыҡты ҡабул итеүгә сыға башланы. Үҙәктән алыҫта ятҡан тѳпкѳл ауылдарҙағы халыҡҡа диспансеризация үткәреү ѳсѳн тәғәйенләнгән күсмә медицина комплексы тәүге тапҡыр Арҡайым ҡасабаһы халҡын ҡабул итте.

Мини-поликлиника Арҡайым мәктәбе-балалар баҡсаһы биләмәһенә туҡталғанлыҡтан, уның тәүге пациенттары ошо учреждение хеҙмәткәрҙәре булды. Күсмә медицина комплексына мѳрәжәғәт итеүселәрҙең һәр ҡайһыһы шәкәр, холестерин кимәлен тикшертте, дѳйѳм анализдар тапшырҙы, кардиовизорҙа ЭКГ үтте. Тикшеренеүҙәр һѳҙѳмтәһе буйынса шунда уҡ терапевт ҡабул итте. Табип ҡушыуы буйынса артабан консультация алыу ѳсѳн күптәр офтальмолог, отолорингологҡа ебәрелде.

—Поликлиникаға барып, сәләмәтлек торошон махсус тикшертеп торорға кәрәклекте аңлаһам да, форсат та, ваҡыт та тапҡаным юҡ. Бѳгѳн юлдан үтеп барышлай медицина техникаһын күреп ҡалдым да, ҡыҙыҡһынып инеп сығырға булдым. Рәхмәт аҡ халатлыларға, тиҙ арала һаулығымды тикшереп, ҡан баҫымымды үлсәп, амбулатор картама яҙып та ҡуйҙылар,—ти ҡасабала йәшәүсе Шәфҡәт Ѳмѳтбаев.—Йәй—эш күп осор. Шуғалыр ҙа халыҡ бѳгѳн бында әҙерәк. Бындай сараларҙы йышыраҡ уҙғарырға кәрәк, тип иҫәпләйем.

Был кѳндѳ 30 кешенең һаулығын тикшергән медицина хеҙмәткәрҙәре үҙ бурыстарына яуаплы ҡараны. Артабан дауаланыуға мохтаж бер нисә кеше ҡаланың үҙәк дауаханаһы поликлиникаһына йүнәлтмә алды. Офтальмология бүлегенең шәфҡәт туташы Любовь Смирнова әйтеүенсә, ҡасабала күреү һәләте насарайыуға зарланыусылар бик күп. Йѳрәк-ҡан тамырҙары, ашҡаҙан сирҙәре яфалаған кешеләр ҙә булды.

Күсмә поликлиника сираттағы сәфәрен Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылына тәғәйенләне. Иҫке сибайҙар әүҙемерәк булды: был юлы табиптар 100-ҙән ашыу кешене ҡабул итте.

Сибай үҙәк дауаханаһы поликлиникаһы мѳдире Г.И.Сафина әйтеүенсә, күсмә һаулыҡ үҙәгенең эш графигы тѳҙѳләсәк һәм ул артабан шуға ярашлы эш итәсәк. Башта мини-поликлиника ҡала яны ҡасабаларында халыҡты ҡабул итһә, аҙаҡ Урал аръяғы райондары буйлап йѳрѳй башлаясаҡ. Киләсәктә мобиль поликлиника белгестәренә тағы ла табип-невролог ҡушылырға иҫәп тота.

Мәҙинә Мансурова.

Һүрәттә: күсмә һаулыҡ үҙәге

хеҙмәткәре пациентты ҡабул итә.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap