Сибайҙа һауа торошо:
-1, -3 ° C 1 - 3 м\с СЗ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
XXI БЫУАТ СИРЕ
Untitled document

Бергә эшләгән хеҙмәткәр: «Тыным быуыла, һулыш алыу иҫ китмәле ауыр, тәнем түҙеп торғоһоҙ ҡысый, танауымдан, күҙемдән йәш ҡойола, ҡан тамырҙарымда меңәрләгән серәкәй мыжғыймы ни!»—тип зарланды. Уның хәленә үҙемдән тағы шуларҙы ѳҫтәйем: тотош тән ҡот осҡос шешенә, аяҡ-ҡулдар, гүйә, мамыҡҡа әүерелә... Бындай осраҡта табиптар «Квинке шеше» йәки «аллергия шогы» тигән диагноз ҡуя. Был аллергия һѳҙѳмтәһендә организмдың тамам эшлектән сығыуын аңлата.

Нимә һуң ул аллергия? Ябай ғына әйткәндә, организмдың уға тәьҫир иткән эске һәм тышҡы күренештәргә «яуабы». Йыш осраған миҫал—күптәр тирәк мамығы осҡан ваҡытта сѳскѳрѳп, бышҡырып интегә. Ҡайһы бер ашамлыҡты, бигерәк тә тәмле-татлыны, йәшелсә, еләк-емеш тѳрҙәрен ҡабул итә алмаусылар ҙа байтаҡ. Кем- гәлер хушбуй йәки һабын еҫе, бәғзеләргә ниндәйҙер дарыу килешмәй. Бѳгѳн аллергия сығанаҡтары аҙым һайын осрай—эсәр һыуҙа ла, һулар һауала ла, тупраҡта ла. Статистика буйынса, һуңғы егерме йылда аллергиянан яфаланыусылар һаны ѳс-дүрт тапҡырға артҡан. Белгестәр быны тирә-яҡ мѳхиттең бысраныуына бәйләй. Шуға ла уны йыш ҡына «XXI быуат сире» тип йѳрѳтәләр.

Аллергияға дусар булыусылар элегерәк айҙар буйы дауаханала ятырға мәжбүр ине. Һуңғы йылдарҙа хәл ҡырҡа үҙгәрҙе: күп ҡалаларҙа аллергияны диагностикалау һәм дауалау буйынса махсус медицина учреждениелары асылды. Сибай ҡалаһының үҙәк дауаханаһында ла табип-аллерголог кабинеты эшләп килә. Медицина хеҙмәткәрҙәре кешенең нимәгә аллергияһы булыуын асыҡларға тырыша, тѳрлѳ һаҡланыу ысулдары ѳйрәтә. Күптәр артабан тикшерелеү, дауаланыу үтеү ѳсѳн баш ҡаланың медицина клиникаһына ебәрелә. Дауаланыу юлы бик ҡатмарлы түгел—ҡанға әҙләп кенә индерелгән шыйыҡса организмды аллергия тыуҙырыусы матдәләргә яраҡлаштыра. Заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған клиникала, аллергиянан тыш, башҡа тѳрлѳ сирҙәрҙе лә дауалайҙар. Функциональ диагностика яһау мѳмкинлеге лә киң.

Сир кешенең йәшенә ҡарамай. Мин, мәҫәлән, 29 йәшемдә аллергияға дусар булдым, әле һаулығы торошона зарланған коллегама 34 йәш. Бындай осраҡта мотлаҡ табипҡа мѳрәжәғәт итергә һәм тейешле дауалау курсы үтергә кәрәк. Дарыуханаларҙа һатылған аллергияға ҡаршы дарыуҙарҙы ла бик һаҡ ҡулланыу зарур. Сѳнки уларҙың күбеһен ҡулланғандан һуң йоҡоға тарта, ә руль артына ултырыусылар, эштәре иғтибарлылыҡҡа бәйле хеҙмәт эйәләре айырыуса хәүеф-һеҙлеген ҡайғыртырға тейеш.

Аллергияға бер юлыҡтыңмы, унан ҡотолоп булмай тиерлек. XXI быуат сиренән кем нисек һаҡлана, хәлен яҡшырта? Ошондайыраҡ һорауҙар менән бер нисә кешегә мѳрәжәғәт иттек:

Мәйсәрә Билалова, мәҙәниәт хеҙмәткәре:

—Үләндәргә аллергиянан 10 йылдан ашыу яфаланам. Ике ҡыҙым да минең кеүек үк интегә. Табип ҡушҡан дарыуҙарҙы эсергә тырышам, күҙгә, танауға махсус шыйыҡсалар тамыҙам. Шул осраҡта хәл еңелләшә. Баҡсаға инмәҫкә тырышабыҙ. Иптәшем беҙҙең хәлде аңлап етмәй, «Үҙең ауырыу уйлап сығарып, дарыу эсәһең, етмәһә, балаларҙы дарыуға ѳйрәтеп бѳттѳң»,—тип әрләшеп тә ала. Ысынлап та, был сирҙе үҙ башынан үткәргәндәр генә аңлайҙыр. Быйыл ураҙа тота башлағайным, хәлем еңеләйә тѳшкәнен һиҙҙем.

Фәйрүзә Ямантаева, хужабикә:

—Ҡыҙым бәләкәстән йыш ауырыны. Тыны быуылып интекте, башта гел һалҡын тейгән тип дауаланылар. Әммә сир ҡабатланып тик торҙо. 9 айында ауыр хәлдә дауаханаға эләктек. Табип Фәрзәнә Зәкриә ҡыҙына ҙур рәхмәтлемен, ул балама дѳрѳҫ диагноз ҡуйып, дауалау тәғәйенләне, нимә ашарға ярай, нимә ярамай икәнлеген ентекле аңлатты. Ҡыҙым бер аҙ ҙурайғас, халыҡ медицинаһы буйынса ла дауалау курсы үткәрҙем. Эт дегәнәге (череда), урман миләүшәһе тѳнәтмәһен бирҙем. Үләндәр менән бик һаҡ булышырға кәрәк, айырыуса балаларға ҡағылғанда. Шулай уҡ йомортҡа ҡабығын он хәленә еткәнсе онтап, кѳнѳнә 3 тапҡыр ашар алдынан бер семтеп генә ялаттым. Ул ҡанды таҙарта. Әле ҡыҙым ҙур үҫте. Аллаға шѳкѳр, аллергия проблемаһы борсоғаны юҡ, организмына ярамаған бал, сәтләүек кеүек аҙыҡтарҙы үҙе лә ѳнәп етмәй.

Разифа Мазһарова, тәрбиәсе:

—Помидор емеше лә, һабағы ла бик аллерген йәшелсә. Помидор һабаҡтарын йолҡоп сығыу менән тәнем ярылып килгән кеүек итеп һиҙҙем. Йоҡларға ятҡас, тыным ҡыҫылып йонсоном. Хәҙер баҡсаға сыҡһам, аллергиянан дарыу эсәм һәм марлянан яһалған битлек кейәм. Үҫемлек һеркәләренән дә күҙемдән йәш ҡойола, сѳскѳрә башлайым. Шуға ѳйѳмдѳ гел ябыҡ тоторға, тәҙрәләрҙе лә асмаҫҡа тырышам. Ятыр алдынан бүлмәләрҙе һѳртѳп алам. Шул осраҡта ғына тыныс йоҡлап була.

Гѳлдәриә Иҙрисова әҙерләне.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap