Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
30.07.2013
ҮТЕНЕСТӘР ИҪӘПКӘ АЛЫНДЫ
Untitled document

Үткән аҙнала Башҡортостан Республикаһы Президентының Сибай ҡалаһындағы йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә Башҡортостан Республикаһының хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Ә.С.Саҙретдинов шәхси һорауҙар буйынса халыҡты ҡабул итте. Баҡса, бесән һәм башҡа мәшәҡәттәр баштан ашҡан мәл булыуға ҡарамаҫтан, ҡала халҡы был юлы ла әүҙемлек күрһәтте һәм Әлфир Сабирйән улына үҙҙәрен борсоған һорауҙарын бирҙе.

Хаҡлы ялдағы Н.Пузикованың үтенесе инвалидлыҡ юллау буйынса ине. Ул шулай уҡ пенсияһы аҙ булыу сәбәпле, матди ярҙамға мохтаж булыуын да белдерҙе. Ике бала әсәһе Леанна Косарева «Урал аръяғы аҙыҡ-түлеге» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенән декрет отпускыһына сыҡҡан. Йәмғиәт кѳрсѳккә терәлеү сәбәпле, йәш әсә бала ҡарау буйынса тәғәйен пособие ала алмай интегә.

Белорет ҡалаһынан ҡунаҡҡа килгән уҡытыусы Айгѳл Утарбаева министр урынбаҫары ҡабул итәсәген гәзиттән уҡып белгән. Уның үтенесе эш хаҡына бәйле хеҙмәт килешеүҙәре хаҡында ине. Әлфир Сабирйән улы уҡытыусының һорауын тыңлағандан һуң эшлекле кәңәштәр бирҙе һәм сентябрь айында Белоретта буласағын, эшенең һѳҙѳмтәһен шунда ишетергә теләүен белдерҙе.

Лилиә Күҙәбаева һәм Гѳлдәр Рәжәповалар ҡала мәктәптәренең береһенең ашханаһында һауыт-һаба йыуыусы булып эшләй. Ҡатындар эш хаҡының минималь хеҙмәт хаҡынан түбәнлегенә зарланды. Окладтарының түбән булыуы тотош эш хаҡына йоғонто яһауы асыҡланды.

Йылайыр районының Йылайыр ауылынан килгән Люциә Алғошаева логопед булып эшләй. Яңы уҡыу йылынан уны мәктәп директоры бер ставканан ярты ставкаға күсерәсәктәре хаҡында хәбәр иткән. Министр урынбаҫары уға артабан нисек эш итеү юлдарын ѳйрәтте.

Табип Наил Ишемовтың һорауы медицина хеҙмәткәрҙәренә тәғәйен дәртләндереү түләүҙәренә бәйле ине.

Халыҡты ҡабул итеп бѳткәндән һуң Әлфир Сабирйән улы матбуғат саралары вәкилдәренең һорауҙарына яуап бирҙе.

—Был яҡтарға килеүемдең маҡсаты булып халыҡ менән осрашыу, уларҙың үтенестәрен хәл итеү тора. Күреүегеҙсә, һорауҙар күп, яуап табып ҡына ѳлгѳр. Беҙ башлыса проблемаларҙы хәл итмәйбеҙ, кешегә унан нисек сығыу юлдарын күрһәтәбеҙ. Хәлебеҙҙән килгән осраҡта ярҙам да итеп ебәрәбеҙ. Бѳгѳнгѳ үтенестәрҙең барыһы ла иҫәпкә алынды. Уларҙың күбеһе артабан хәл ителеү ѳсѳн урындағы Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау идаралығына тапшырылды. Үтенестәрҙең үтәлешен шәхсән контролдә тотасаҡмын,—тине министр урынбаҫары.

Мәҙинә Мансурова.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap