Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
Әйтелгән һүҙ үтәлде…
Untitled document

 

25 майҙа БДУ-ның Сибай институты биләмәһендә уҡыу йорто коллективы һәм студенттары ѳсѳн һабантуй байрамы уҙғарылды. Бында тирә-яҡтан бик күп ҡунаҡтар саҡырылған ине. Институттың күркәм традицияһына әүерелгән был сара юғары кимәлдә үтте, тѳрлѳ уйындарға, йыр-моңға һәм алдынғыларҙы тәбрикләү сәләменә бай булды. Ә һабантуй алдынан уҡыу йорто алдындағы Хәтер аллеяһында тағы бер бюстың ҡалҡыуы байрамға сағыу бер тѳҫ бирҙе.

Уҙған йыл Сибай институтында ойошторолған «Урал батыр» һәм донъя халыҡтарының рухи мираҫы» тип исемләнгән II Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция мәлендә халҡыбыҙҙың мәшһүр әҫәрен яҙып алып ҡалыусы Мѳхәмәтша Буранғоловҡа бюст булдырыу хаҡында һүҙ ҡуҙғатылғайны. Был ҡоро һүҙ булып ҡалманы. Халҡыбыҙҙың рухи хазинаһын мәңгеләштереүсе милләттәшебеҙҙең һыны Хәтер аллеяһына йәм биреп, лайыҡлы урын алды. Скульптор, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Хәйҙәр Ғарипов ҡулдары менән эшләнгән был бюсты тантаналы асыу хоҡуғы Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Х.Х.Сѳләймәновҡа, Сибай институты директоры З.Ғ.Йәрмѳхәмәтовҡа, БДУ ректоры Ә.Ғ. Мостафинға һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры Р.Т.Бикбаевҡа тапшырылды.

—Бынан бер нисә йыл элек Сибай институтына килгәндә шуны әйткәйнем: бер генә уҡыу йортонда ла беҙҙе шағир һәм яҙыусылар һыны ҡаршыламай. Зиннур Ғѳбәйҙулла улы Хәтер аллеяһы булдырып, унда әҙип һәм әҙибәләрҙең бюсын ҡуйҙырып, бер генә әҫәр яҙмайынса ла әҙәбиәтебеҙ тарихына үҙ исемен индерҙе. Бѳгѳн яҡташым Мѳхәмәтша Буранғоловтың һыны нәҡ ошонда—республикабыҙҙың кѳньяҡ-кѳнсығышында ҡалҡып сығыуына шатмын. Ни ѳсѳн тигәндә, халҡыбыҙҙың аҫыл мираҫы нәҡ ошо ерлектә, ошо тѳбәктә сәсәндәрҙән яҙып алынған. Бѳгѳн институтта рух байрамы, ул мѳбәрәк булһын!—тине үҙ сығышында шағир Рауил Тѳхвәт улы.

Ысынлап та, халҡыбыҙҙың бѳйѳк ул һәм ҡыҙҙарын данлап, уларҙың исемдәрен мәңгеләштереү йәһәтенән һәйкәлдәр, бюстар булдырыу—үҙе бер байрам. Уларҙың һыны ме-нән бергә еребеҙгә рух ҡайта, милли үҙаң уяна. Тимәк, Сибай институты буласаҡ белгестәргә белем генә биреп ҡалмай, ә йәш быуынды күркәм традициялар алымы менән тәрбиәләүҙә мѳһим роль уйнай.

Резеда Усманова.

Һүрәттәрҙә: халыҡ сәсәненең бюсы; институт директоры З.Ғ.Йәрмѳхәмәтов тантана ҡунаҡтары—Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Х.Х.Сѳләймәнов һәм халыҡ шағиры Р.Т.Бикбаев менән.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap