Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
02.08.2013
ПРЕЗИДЕНТ СИБАЙ ҠАЛАҺЫ ҮҪЕШЕНӘН ҠӘНӘҒӘТ
Untitled document

 

Гѳлдәр ҠАДАЕВА

30 июлдә Башҡортостан Республикаһы Президенты Р.З.Хәмитов эш сәфәре менән Сибайҙа булды. Таусылар ҡалаһында Рѳстәм Зәки улы бер нисә сәнәғәт һәм социаль объекттың эшмәкәрлеге менән танышты, уны ҡала округы хакимиәте башлығы Хәлит Хәмзә улы Сѳләймәнов оҙатып йѳрѳнѳ. Эш сәфәрендә шулай уҡ БР сәнәғәт һәм инновацион сәйәсәт министры А.И.Карпухин, БР урман хужалығы министры Р.Б.Нәбиуллин, юл хужалығы идаралығы етәксеһе Р.З.Абдуллин, тѳҙѳлѳш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе К.А.Мансуровтар ҡатнашты.

Рѳстәм Зәки улы иң беренсе «СибайУрманПром» йәмғиәтенә юл алды. Сибай яғы сал дала булыуға ҡарамаҫтан, был тѳбәктә Баймаҡ, Бѳрйән тарафтарынан ташылған ағас күптән эшкәртелә. Әлеге кѳндә йәмғиәттә ағас бысыу цехы, 50 кубометр ағас һыйҙырышлы киптереү камераһы уңышлы эшләп килә. Предприятиела етештерелгән тѳҙѳлѳш материалдары—таҡта, брус, евровагонка, плинтустар халыҡ тарафынан ҙур һорау менән ҡулланыла. Йәмғиәт «Глобал Эдж» компанияһы менән берлектә түбән сортлы ағасты эшкәртеү буйынса производство асыу ѳҫтѳндә ентекле эшләй. Бының ѳсѳн предприятие гәрбил етештереү буйынса линия, брус ҡырҡыусы, таҡта ярыусы тѳрлѳ ҡеүәтле ҡорамалдар, ағас киптереү камералары, МАЗ, УАЗ, ВАЗ кеүек техника һатып алған. Йәмғиәткә һалынған инвестиция күләме 232 миллион һум тәшкил иткән. Әлеге мәлдә бында үҙ ҡаҙанлығы һәм киптереү камераһы булған ағасты тәрәндән эшкәртеү буйынса цех тѳҙѳлѳп ята. Компания етәкселеге белдереүенсә, предприятиеның ошо майҙансығында ғына йылына 16 мең кубометр продукция етештереләсәк. Киләсәктә бында 89 кешегә эш урыны булдырыласаҡ. Әле йәмғиәт ылыҫлы ағас менән генә эш итһә, киләсәктә ҡайын һәм уҫаҡты эшкәртеү ҙә күҙаллана. Объектты быйылғы йылдың ноябрендә сафҡа индерергә иҫәп тоталар.

Президент кортежы «Технострой» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә лә туҡталды. Сибай ҡалаһында 2007 йылда теркәлгән йәмғиәттең баш предприятиеһы Екатеринбург ҡалаһында урынлашҡан. Барлығы 28 кеше эшләгән предприятиела цемент, быраулау иҙмәләре ѳсѳн ҡуйыртыусы матдәләр, асфальт-бетон ҡатнашмаһы ѳсѳн активлаштырылған минераль порошок, карбонат ауырлыҡты арттырыу иҙмәһе етештерелә. Һуңғыһы нефть табыу тармағында ҡулланылһа, активлаштырылған минераль порошок Башҡортостан, Пермь крайы, Ҡурған, Силәбе, Тѳмән ѳлкәләренә юл тѳҙѳлѳшѳ эштәрен атҡарыуға оҙатыла. Минераль порошок ҡушып эшләнгән асфальт-бетон иҙмәһе ныҡ булыуы менән иғтибарҙы йәлеп итә. Ябай асфальтта бер йылда ярсыҡтар барлыҡҡа килә башлаһа, махсус порошок ҡушылған асфальт иһә 3 йылдан һуң да шул килеш ҡала.

Рѳстәм Зәки улы бәләкәй эшҡыуарлыҡ менән шѳғѳлләнеүселәрҙең эшмәкәрлеген хупланы һәм, иң беренсе сиратта, республиканың Юл хужалығы идаралығы менән хеҙмәттәшлектәре хаҡында ҡыҙыҡһынды.

—«Технострой» йәмғиәте продукцияһын ҡулланыуҙың иҡтисади маҡсатҡа ярашлылығын баһалау менән мәшғүлбеҙ. Хаҡтарҙың ҡыйбат булыуына ҡарамаҫтан, «Башкиравтодор» предприятиеһы тѳбәк юлдарын тѳҙѳкләндереү ѳсѳн 940 тонна активлаштырылған минераль порошокҡа заказ бирҙе,—тине республиканың юл хужалығы идаралығы начальнигы Ринат Абдуллин.

Сәнәғәт предприятиеларынан Р.З.Хәмитов «Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты»ның Сибай филиалының таҙартыу ҡоролмаларын ҡараны.

Филиалдың шахта һәм отвал аҫты һыуҙарын нейтралләштереү станцияһы 2012 йылдың майында сафҡа ингән. Объект тѳҙѳлѳшѳнә 200,39 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Станцияның проект ҡеүәте сәғәтенә 400 кубометр тәшкил итә. Нейтралләштереү станцияһына һыу Сибай һәм Ҡамаған ятҡылыҡтарынан килә. Шахта һәм отвал аҫты һыуҙары реагентлы физик-химик ысул менән эзбиз һѳтѳ һәм флокулянт ҡулланып таҙартыла. Фильтр-пресс аша үткәндән һуң техник һыу тулыһынса ауыр металдарҙан таҙартылып зарарһыҙландырыла. Таҙартыу ҡоролмаларының ауыр металдарҙан ҡотолдороу эффекты 97,7 процент тирәһе.

—Сәнәғәт ҡалдыҡтарын йыуғандан ҡалған һыуҙың таҙартылыуы тирә-яҡ мѳхиткә ыңғай һѳҙѳмтә яһауын күрһәтте. Ҡалабыҙ биләмәһенән аҡҡан Ҡарағайлы йылғаһында балыҡтар күренә башлауы быға асыҡ дәлил. Быйылғы Тирә-яҡ мѳхитте һаҡлау йылы тип нарыҡланған йылда был ҡоролмаларҙың әһәмиәте айырыуса ҙур,—тине ҡала округы хакимиәте башлығы Хәлит Хәмзә улы Сѳләймәнов, Президентҡа хәлде аңлатып.

Рѳстәм Зәки улы тәрәнлеге 500 метрҙан ашыу булған карьер менән дә ҡыҙыҡһынды.

Карьер биләмәһендәге майҙансыҡта Президент «Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты»ның Сибай филиалы директоры Й.У.Биккинов менән урындағы ятҡылыҡтарҙан мәғдән табыу процесы, киләсәккә перспектива, пландар хаҡында әңгәмә ҡорҙо.

—Быйылғы йылда ғына беҙ предприятие үҫешенә 500 миллион һум инвестиция индерҙек. Шулай уҡ һуңғы йылдарҙа ғына 300 миллион һумлыҡ ҡорамалдар һатып алдыҡ,—тине Йәүҙәт Усман улы.—Бѳгѳнгѳ кѳндә мәғдән табыу күләме йылына 1,5 миллион тонна тәшкил итһә, шуның 300 мең тоннаһы Ҡамаған ятҡылығынан сығарыла. Байыҡтырыу фабрикаһы 70 процентҡа сеймал менән тәьмин ителә. Геологоразведка эштәренә аҡса бүлә башланыҡ. 2020 йылға тиклем был тәңгәлгә 860 миллион һум сығым һалырға иҫәп тотабыҙ.

Республика башлығын экологик йәһәттән тағы ла бер мѳһим объект—сәнәғәт ҡалдыҡтары ятҡан урын ҡыҙыҡһындырҙы. Бында тау-байыҡтырыу фабрикаһының баҡыр рудаһын байытыу ҡалдыҡтары ѳҫтѳ-ѳҫтѳнә һалынып барыла. Ҡалдыҡ һаҡлау урынын тѳҙѳү бынан 2 йыл элек башланһа, технологик процесҡа улар быйыл ғына ингән. Махсус урындың майҙаны 600 мең квадрат метр, күләме—4 миллион кубометр, тәрәнләге 5,8 метр. Уның тѳбѳнә Германияла етештерелгән фильтрацияға ҡаршы геомембрана йәйелгән. Ошо рәүешле ерҙең ѳҫкѳ ҡатламы ауыр металдарҙан һаҡланып алып ҡалына. Белгестәр әйтеүенсә, был урынға тағы 5 йыл дауамында ҡалдыҡтар һаҡлап була. Күпмелер ваҡыттан ѳҫкә ҡалҡып сыҡҡан һыу, таҙартылыу үткәндән һуң, тағы технологик циклға ебәрелеүе менән отошло.

Президент ҡалала күптән түгел генә эш башлаған «Урал аръяғы йылылыҡ блогы» йәмғиәте эшмәкәрлеге менән дә танышты. Тѳҙѳлѳш материалдары етештергән предприятие киләсәктә бер ҡатлы йорттар тѳҙѳү эшмәкәрлеген үҙләштерергә иҫәп тота. Бында етештерелгән блоктан һалынған торлаҡ йылы булыуы һәм уны тыштан кѳпләү талап ителмәүе менән айырыла. Етештереү технологияһы европаса булыуға ҡарамаҫтан, блок эшләү ҡоролмалары урындағы сеймалға кѳйләнгән. Блоктарҙың хаҡы ла сағыштырмаса арзан. Тѳҙѳлѳш материалдары етештереү менән булышҡан предприятиены үҫтереүгә 4 миллион һумлыҡ инвестиция һалынған.

—Эшмәкәрлегегеҙҙең башы бар. Яңы продукцияны ғәмәлдә ҡулланыу кәрәк. Һеҙгә мин материал етештереп кенә ҡалмаҫҡа, ер алып, йорттар һалырға ла тәҡдим итәм. Ошо осраҡта һатып алыусыларҙың иғтибарын йәлеп итерһегеҙ,—тине Рѳстәм Зәки улы йәш эшҡыуар Илдар Дәүләтбаевҡа.

Рѳстәм Хәмитов тѳбәктең социаль объекттары менән дә ҡыҙыҡһынды. Ҡаланың Кѳнсығыш биҫтәһенең Интернациональ урамында тѳҙѳлѳп ятҡан 55 фатирлы күп ҡатлы йорт Бѳйѳк Ватан һуғышы ветерандары, етемдәр, йәш ғаиләләргә тәғәйенләнеп һалына. Ҡала округы хакимиәте башлығы Х.Х.Сѳләймәнов ошо йорт янында тағы 35 фатирлы ѳй ҡалҡып сығасағын белдерҙе.

Президент тѳҙѳлѳш янында урынлашҡан йорттар биләмәһенә үтеп, халыҡ менән аралашырға теләк белдерҙе. Йорттары янында эскәмйәлә ултырған оло йәштәге апайҙар ҙа, йәштәр ҙә республика башлығы менән ихлас һѳйләште.

—Фатирҙарыбыҙ йылы, уңайлыҡтар бар. Ҡалабыҙ таҙа, йәшел. Ҡала хакимиәте башлығы Хәлит Хәмзә улы Сѳләймәновҡа рәхмәт, ҡаланы тѳҙѳкләндереүгә ҙур иғтибар бүлгәне күренеп тора. Беҙҙең Сибай—бик уңайлы ҡала, рәхәтләнеп йәшәйбеҙ, күңелдәребеҙ кѳр,—тине ханымдар. Президент коммуналь хеҙмәттәргә хаҡ артыуын билдәләп үтте һәм торлаҡ-коммуналь түләүҙәргә республика бюджетынан компенсация биреләсәген белдерҙе.

Быйылғы йылда үҙ ишектәрен асҡан «Әкиәт» балалар баҡсаһына ингәндә Рѳстәм Зәки улы: «Ысынбарлыҡтан әкиәт донъяһына күстек»,—тип шаяртып та алды. Мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениеһы 220 урынға иҫәпләнһә лә, бында 260 кескәйҙе ҡабул итеү мѳмкинселеге табылған. Балалар баҡсаһы мѳдире Наталья Фәттәхова әйтеүенсә, әлеге мәлдә бында 4 тѳркѳм эшләп килә. Киләсәктә улар һаны 12-гә етәсәк. Бында шулай уҡ ҡыҫҡа ваҡыт бағыуға иҫәпләнгән тѳркѳмдәр ҙә бар. Кескәйҙәр ѳсѳн махсус сенсор бүлмәһе, бассейн, спорт, компьютер залдары булдырылған. Мәктәпкәсә йәштәге учреждение биләмәһе лә ялт итеп тора, сәскәләрҙән күҙҙәр ҡамашһа, юлдар тип-тигеҙ асфальт.

Балалар баҡсаһынан сығыу менән Президентты тағы халыҡ уратып алды. Ҡала тормошона, тѳҙѳкләндереүгә бәйле тѳрлѳ һорауҙар, үтенестәр яңғыраны. Сибай гимназия-интернаты директоры Роза Бикбова әлеге белем усағы бинаһының санитар нормаларға тап килмәүен бәйән итте.

—Инновацион белем усағы һаналған гимназия-интернат ѳсѳн бина кәрәк булғас, табырбыҙ,—тине Рѳстәм Зәки улы, директор менән бергә килгән уҡытыусы- ларҙы ҡыуандырып.

Сәфәре һуңында республика башлығы матбуғат саралары вәкилдәре менән булған һѳйләшеүҙә сәфәренә йомғаҡ яһаны.

—Сибай ҡалаһының иҡтисады һәм сәнәғәте, бәләкәй эшҡыуарлыҡ үҫеүе ҡыуандыра. Ҡала хакимиәте етәкселеге был юҫыҡта маҡсатлы эш алып бара. Ҡаланың производство күләменең 25 процентын бәләкәй эшҡыуарлыҡ тәшкил итеүе шәп, был бик яҡшы күрһәткес. Бѳгѳн беҙ 30-80-ләп кеше эшләгән бер нисә бәләкәй предприятиела булдыҡ. Улар ҡеүәттәрен, эш күләмдәрен арттыра, кредиттар алып үҙ эштәрен йәйелдерә, тѳрлѳ фондттар аша бирелгән ярҙам да эштәрен яҡшыртыуға йүнәлтелгән.

Сибай монопрофилле ҡала булараҡ, уның үҫеше, йәшәйеше һәр ваҡыт тау сәнәғәте предприятиеһы эшмәкәрлегенә бәйле. Мәғдән ятҡылыҡтары запасы, уны байытыу эшмәкәрлеге ҡаланың социаль-иҡтисади үҫешенә ныҡ йоғонто яһай. Сеймал мәсьәләһенең ыңғай хәл ителеүе «Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты»ның Сибай филиалының киләһе 15-20 йылда уңышлы эшләйәсәгенә ишара. Бынан ике йыл элек комбинат етәкселеге менән руда етештереү күләмен арттырыу тураһында һүҙ алып барғайныҡ. Һүҙҙәрендә торҙолар: ике йыл элек йылына 1 млн тоннанан аҙыраҡ мәғдән байытылһа, әле был күрһәткес 1 млн 600 мең тонна тирәһе. Етәкселәрҙең яңы ятҡылыҡтар эҙләгәне, киләсәккә яңы пландар ҡорғаны күренеп тора.

Урал аръяғы тѳбәген иҡтисади үҫтереү программаһы яйлап тормошҡа ашырыла барыуы күҙгә ташлана. Бынан тыш, беҙ был тѳбәккә инвесторҙар йәлеп итеүҙе маҡсат итеп ҡуябыҙ. Аҡса булһа, предприятиелар тѳҙѳләсәк, яңы эш урындары буласаҡ. Ҡалала хәл итәһе мәсьәләләр ҙә етерлек. Мәҫәлән, «Урал аръяғы аҙыҡ-түлеге» предприятиеһы кѳрсѳк хәлендә. Әммә ҡала етәкселегенең етешһеҙлектәр ѳҫтѳндә эшләгәне асыҡ күренә. Ғѳмүмән, сибайҙар дѳрѳҫ үҫеш юлында,—тине Рѳстәм Зәки улы, эш сәфәренән алған тәьҫораттары менән уртаҡлашып.

Һүрәттәрҙә: республика башлығы 55 фатирға иҫәпләнгән социаль йүнәлешле йорт тѳҙѳлѳшѳ менән таныша; осрашыу һуңында халыҡ Президент менән

ихлас аралашты.

 




гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap