Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
ҺѲНӘР ҺАЙЛАУСЫЛАР ѲСѲН―ҠЫҘЫУ ОСОР
Untitled document

Данил ӘБДЕЛҒАЗИН

Һуңғы 20 йыл эсендә Сибай ҡалаһы йәштәрҙе, шул иҫәптән студенттарҙы бер урынға туплаусы үҙәккә әүерелде. Белгестәр әҙерләү 2 юғары һәм 5 урта махсус уҡыу йортонда алып барылыуы быға асыҡ дәлил. Әлеге ваҡытта ВУЗ һәм ССУЗ-дарҙа тынғыһыҙ осор. Тәүгеләрендә буласаҡ студенттар исемлеге асыҡланһа, колледждарҙа документтар ҡабул итеүҙәр дауам итә.

Быйыл БДУ-ның Сибай институтына йәмғеһе 145 бюджет урыны (алдағы йылдарҙағынан ике тапҡырға әҙерәк) бүленгән. Мәктәпте тамамлаусылар «Транспорт-технология машиналарын һәм комплекстарын эксплуатациялау», «Мәктәпкәсә белем биреү», «Технология» бүлектәренә ѳҫтѳнлѳк биргән. Юридик, иҡтисад һәм филология факультеттары, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бюджет урындары бүленмәү сәбәпле, студенттарҙы коммерция нигеҙендә генә ҡабул итергә мәжбүр. Әйткәндәй, быйылғы 1-се курстарҙың түләү хаҡы йылдан-йыл кәмей барасаҡ. Шулай уҡ юғары һѳҙѳмтәле Берҙәм дәүләт имтиханы менән кѳндѳҙгѳ бүлеккә уҡырға ингән егет һәм ҡыҙҙарға стипендияларҙы арттырыу ҙа студенттар мәнфәғәтенән сығып эшләнә. Мәҫәлән, БДИ һѳҙѳмтәһе 230 балдан юғары булһа, стипендия күләме—4 мең, 200-230 балл булһа—3 мең һум тәшкил итәсәк.

Бюджет урындарын ҡыҫҡартыу БДАУ-ның Урал аръяғы филиалына ла ҡағылмай ҡалманы. Алдағы йылдарҙа был һан 150-не (75-федераль, 75-республика бюджетынан) тәшкил итһә, быйыл ни бары 50-гә ҡалдырылған. Атап әйткәндә, зоотехния бүлегенә—20, агроинженерияға иһә 30 студент ҡабул ителгән. Ә иҡтисад һәм тѳбәк хужалыҡтары ҡытлыҡ кисергән ветеринария, агрономия һѳнәрҙәрен йәш белгестәр түләүле нигеҙҙә генә аласаҡ. Уҡыу йортона бирелгән 19 маҡсатлы йүнәлтмә лә йәш белгестәрҙе хеҙмәт урыны менән тәьмин итәсәк.

Филиал директоры, ҡабул итеү комиссияһы рәйесе Фитрат Ғилметдин улы Йомағужин әйтеүенсә, алдағы уҡыу йылында ла студенттарҙы социаль яҡлау йәһәтенән ҙур иғтибар бүленәсәк. Улар иҫәбенә академик стипендиянан тыш, юғары һәм социаль стипендия, матди ярҙамдар инә.

Медицина колледжында буласаҡ студенттар исемлеге 25 августа билдәле буласаҡ. Фельдшер, шәфҡәт туташы, акушер-гинеколог һѳнәрҙәренә урта белем нигеҙендә 25-шәр кеше һайлап алынасаҡ. 2 авгусҡа ҡарата тәүгеһенә 142 кеше, икенсеһенә—120, ә ѳсѳнсѳһѳнә иһә 50 кеше ғариза тапшырған. 9-сы кластан һуң шәфҡәт туташтары әҙерләү тѳркѳмѳ йыйыу ҙа үҙ һѳҙѳмтәһен бирмәй ҡалмаған. Бер урынға 4 кеше дәғүә итеүе лә ошо хаҡта һѳйләй.

Педагогия колледжында ла эштең ҡыҙған мәле. Ҡабул итеү «Музыка белеме», «Мәктәпкәсә белем биреү», «Ғәмәли информатика», «Башланғыс кластар уҡытыусыһы» һѳнәрҙәре буйынса алып барыла. Һайлап алыу элеккесә имтихан менән түгел, ә аттестаттың уртаса һѳҙѳмтәһе менән башҡарыла. Бер бүлеккә 30-шар кеше ҡабул ителһә, тәрбиәсе һѳнәренә барырға теләүселәр күп. Уҡыу йортона йәмғеһе 18 маҡсатлы йүнәлтмә бүленгән, әммә студент булыу мѳмкинлеген биргән ҡағыҙҙы ни бары 4 абитуриент ҡына килтергән.

Сауҙа-иҡтисад һәм политехник колледждарын ҡушыу һѳҙѳмтәһендә барлыҡҡа килгән күп профилле профессиональ колледж быйылдан башлап тиҫтәнән ашыу һѳнәрле белгестәр уҡытасаҡ. Кисәге мәктәп уҡыусылары башлыса техник һѳнәрҙәргә ѳҫтѳнлѳк бирһә, иҡтисадсы булырға теләүселәр ҙә бихисап. Уҡыу йортоноң ҡабул итеү комиссияһы сәркәтибе Айгѳл Сѳләймәнова әйтеүенсә, 40 уҡыусы йүнәлтмә менән инеү мѳмкинлегенә эйә буласаҡ.

Сәнғәт колледжында ҡабул итеүҙәр 4 һѳнәр буйынса башҡарыла. Планға ярашлы, актер оҫталығы һѳнәренә—10, инструменталь башҡарыуға—20, вокалға—6, һынлы сәнғәткә 8 урын бирелгән. Шулай уҡ уҡыу йорто ситтән тороп уҡыу бүлегенә лә талант-тар ҡабул итә.

Тѳбәгебеҙ ѳсѳн эшсе кѳстәр әҙерләгән 24-се һѳнәрселек лицейында уҡыусылар ҡабул итеү 31 авгусҡа тиклем дауам итә. Белеүебеҙсә, һуңғы йылдарҙа уҡыу йортонда тѳҙѳлѳш һѳнәрҙәрен уҡытыу иғтибар үҙәгенә алынды. Тѳҙѳлѳш эштәре мастеры, биҙәлеш эштәре мастеры кеүек бүлектәр асылыуы ошоға асыҡ дәлил. Ҡабул ителеүселәр 10 һѳнәр буйынса белем алһа, түләп икенсе, шулай уҡ ҡыҫҡа курстарҙа ѳсѳнсѳ һѳнәргә эйә булыу мѳмкинлеге бар.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap