Сибайҙа һауа торошо:
-20, -22 ° C 2 - 4 м\с СВ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
20.08.2013
МАТУРЛЫҠТЫ КҮРӘ БЕЛЕП…
Untitled document

Сибай ҡалаһының Халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәгендә күргәҙмәләр йыш үткәрелә. Улар тѳрлѳ йүнәлештә булыуға ҡарамаҫтан, бер маҡсатҡа—халҡыбыҙҙың ғѳрѳф-ғәҙәттәренә тоғро ҡалыуға, тирә-яғыбыҙ матурлығын сағылдырыуға йәиһә тәбиғәтебеҙгә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләүгә йүнәлтелә. Ошо кѳндәрҙә асылған һәүәҫкәр фотограф Зиләрә Нәбиуллинаның фотокүргәҙмәһе үрҙә аталғандарҙың барыһын да үҙ эсенә алды.

Бар ғүмерен балалар уҡытыуға арнаған, ваҡытында Сибай ҡалаһының гимназия-интернатында, бѳгѳн Рамаҙан Ѳмѳтбаев исемендәге башҡорт лицейында белем биргән химия уҡытыусыһы Зиләрә Вара ҡыҙы ҡыҙыҡлы шѳғѳлгә ике йыл элек кенә тотонған.

—Балаларым тыуған кѳнѳмә фотоаппарат бүләк иткәйне. Шунан алып ул «тоғро дуҫыма» әйләнде. Күңелемде әсир иткән һәр күренеште кадрға алырға тырышам,—ти ул.

Күргәҙмәгә Зиләрә Нәбиуллинаның 50 фотоһүрәте тәҡдим ителгәйне. «Тормош дауам итә», «Ауыл биҙәктәре», «Илаһи матурлыҡ» кеүек ижади эштәрендә тәбиғәтебеҙ хозурлығы, ауыл тормошо ғына һүрәтләнеп ҡалмай, ә йәшәйеш асылы, яҡындарҙың ҡәҙерен белеү кеүек идеялар үҙәккә ҡуйыла. Уның ижади багажында мәктәп тормошондағы фотоһүрәттәр ҙә бихисап. Автор әйтеүенсә, алдағы йылдарҙағы күргәҙмәләренең береһе тап ошо ѳлкәгә арналасаҡ.

—Бѳгѳн тәҡдим иткән һүрәттәр араһында бер нисә тѳркѳмдѳ айырып күрһәтер инем. Тәүгеһе—тәбиғәт матурлығы. Сәйәхәт итергә яратам, шуға күрә пейзажды һүрәтләгән эштәрем күп кенә. Уларҙа башлыса тыуған яғым—Әбйәлил тәбиғәте урын алған. Туғандарымды, яҡындарымды ҙур кинәнес менән фотоға тѳшѳрәм. Бер аҙ ваҡыттан һуң шул мәлдәрҙе иҫкә тѳшѳрѳп ултырыуға ни етә?! Алда әйтеп үтеүемсә, мәктәп тормошона ҡағылышлы ҡыҙыҡлы мәлдәрҙе тотоп алырға тырышам. Шулай уҡ үҙем бесәйҙәрҙе яратҡанлыҡтан, уларҙы ла фотоға йыш тѳшѳрәм. Осраҡлы кадрҙар ҙа бар,—тип ижад серҙәре менән уртаҡлашты Зиләрә Вара ҡыҙы.

Матурлыҡтың сиктәре юҡ, тибеҙ. Ысынлап та, илаһи мәлдәрҙе иғтибарһыҙ үткәрмәгән Зиләрә Нәбиуллина бар матурлыҡты күңеле аша уҙғарып, халыҡҡа еткереүгә ѳлгәшкән. Был фекерҙе күргәҙмәне асыу тантанаһына килгән фотографтың туғандары, дуҫтары, уҡыусылары һәм Сибай ҡалаһының Балалар сәнғәт мәктәбе етәкселеге лә йѳпләне.

Д.Рәшитов.

Һүрәттә: Зиләрә Вара ҡыҙы (уртала) туғандары менән.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap