Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 2 - 4 м\с Ю
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
01.06.2012
Белемгә ынтылһа күңел, алыҫ ара кәртә түгел
Untitled document

 

«Мәғариф» ѳҫтѳнлѳклѳ проекты сиктәрендә «2009-2012 йылдарҙа дѳйѳм белем биреү программаһы буйынса дистанцион белем биреү технологияларын ҡулланып сәләмәтлеге буйынса мѳмкинлектәре сикләнгән балаларҙы уҡытыу» махсус программаһы булдырылғайны. Уның тѳп маҡсаты инвалид балаларҙы уҡытыу ѳсѳн шарттар тыуҙырыу ине. Быйыл ғинуар айында Баймаҡ, Әбйәлил, Хәйбулла, Йылайыр райондары, Сибай һәм Баймаҡ ҡалаларында йәшәүсе балалар ѳсѳн Сибайҙың 6-сы мәктәбендә дистанцион уҡытыу үҙәге асылғайны. Унда әлегә 1-се кластан 10-сы класҡа тиклемге 28 бала шѳғѳлләнә. 25 май кѳнѳ уларҙың барыһы ла Сибайға йыйылып, тәүге уҡыу йылы тамамланыуға арналған тантанала ҡатнашты.

Күптән түгел генә булдырылған дистанцион белем биреү үҙәген Сибай тѳбәк психолог-медик-педагогия комиссияһы белгесе Р.Ғ.Бүләкәнова етәкләй. Рәмилә Ғәйфулла ҡыҙының һәм уның коллегаларының инициативаһы менән дистанцион белем алыусы уҡыусылар бер урынға йыйылып, бағыусылар ярҙамы менән ойошторолған мул табын артында күҙгә-күҙ ҡарап аралашыу мѳмкинлеге алды. Уларҙы быға ҡәҙәр скайп аша ғына күргән уҡытыусылары тәүге уҡыу йылы тамамланыу менән ҡотлаһа, Сибай ҡалаһы мәктәптәрендә белем алыусы тиҫтерҙәре йырлы-моңло күстәнәс менән «һыйланы».

—Сәләмәтлектәре буйынса мѳмкинлектәре сикләнһә лә, инвалид балаларҙың хоҡуҡтары башҡалар менән бер тигеҙ. Улар һау тиҫтерҙәре кеүек үк белем алырға тейеш. Махсус ҡабул ителгән программаның был йәһәттән әһәмиәте ҙур. Инвалид балаларҙың ѳйҙәренә барып уҡытыусы уҡытыусылар бар. Был кѳндѳҙгѳ бүлек тип атала. Бында 35 уҡытыусы иҫәпләнә. Ә әлеге дистанцион үҙәктә 28 уҡытыусы. Улар Интернет, йәғни скайп аша балаларға белем бирә. Мин үҙем дә шул уҡытыусылар иҫәбендәмен. Шуны әйтер инем: балалар бик һәләтле, отҡор. Әле 4 ай ғына уҡытып ѳлгѳрҙѳк. Беҙҙең 2 уҡыусыбыҙ тик «5»-легә генә ѳлгәшә. Ғѳмүмән, барыһының да уҡыуға ынтылышы кѳслѳ. Улар был үҙәктә 12 йыл уҡырға тейеш. Уҡып бѳтһәләр, юғары йә урта махсус уҡыу йортона үтенес ҡығыҙы яҙып, артабан белем алыуға булышлыҡ итәсәкбеҙ. Дистанцион үҙәктә уҡыусылар ябай мәктәп уҡыусылары ѳсѳн ҡабул ителгән программа менән уҡый, Берҙәм дәүләт имтиханы бирә, аттестат ала,—ти үҙәк хаҡында уның директоры Рәмилә Ғәйфулла ҡыҙы.

Уның һүҙҙәренә ҡаланың 6-сы мәктәбе директоры, дистанцион үҙәктең тарих уҡытыусыһы З.Ғ.Ғәлимова ла ҡушылды.

—Дистанцион үҙәктә шѳғѳлләнеүсе балалар шул тиклем алсаҡ, мәрхәмәтле, фекерләүҙәре киң. Мин уларҙың мѳғәллимәһе булһам да, ниндәйҙер кимәлдә улар ҙа миңә уҡытыусы булып тора. Мѳмкинлектәре сикләнгән ҡыҙҙар һәм малайҙар менән аралашҡандан һуң нисектер донъяға ҡараш үҙгәрә, сабыр итергә ѳйрәнәһең. Улар—фәйләсүф. Ябай балалар менән был уҡыусылар араһында айырма шул тиклем ҙур, белемгә ынтылыштары кѳслѳ, аныҡ маҡсаттары бар, хыялға байҙар. Шуға уларҙы һау балаларға ҡайһы саҡ үрнәк итеп күрһәтергә лә тура килә,—ти Зилә Ғиззәт ҡыҙы.

Ысынлап та, әлеге тантанала ла балаларҙың күҙҙәре осҡон сәсә ине. Йәшәүгә ынтылыштары, ябай ғына осрашыуҙан оло кинәнес һәм шатлыҡ табыуҙары йѳҙҙәренә нур булып сыҡҡан ине. Киләсәктә, дистанцион үҙәк директоры әйтеүенсә, бындай осрашыуҙар традицион рәүештә үткәреләсәк.

Резеда Усманова.

Һүрәттә: педагог Әбүталипова Юлиә Ислам ҡыҙы скайп аша дәрес үткәрә.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap