Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 2 - 4 м\с Ю
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
27.08.2013
МАТУР ҮТӘ КѲНДӘРЕБЕҘ ТӘРБИӘСЕ БУЛҒАНҒА…
Untitled document

Иркен балалар баҡсаһы

Бәләкәй генә дәүләт.

Тәрбиәсе апайыбыҙ

Ҡарай беҙҙе әпәүләп.

Яйлап мәктәпкә әҙерләй,

Беренсегә барырға.

Беҙҙең икенсе әсәй ул,

Рәхмәтебеҙ ҙур уға.

Тәрбиәсе апайыбыҙ

Гел генә беҙҙең янда.

Матур үтә кѳндәребеҙ

Тәрбиәсе булғанға.

Гѳлдәр Ишҡыуатова ижад иткән был йыр нәҡ Әлфиә Әдиф ҡыҙы Ташбулатова кеүек тәрбиәсегә арналғандыр. Уның эш кѳнѳ балаларҙы һѳйѳп, һәр береһенең хәлдәрен, уларҙың кескәй донъяһындағы яңылыҡтарҙы, шатлыҡтарҙы белеүҙән башлана. Ул кескәйҙәрҙең бәләкәй генә йѳрәгенә үтеп инеп, унда тәрбиәсе булараҡ ҡына түгел, ә апай, хатта әсәй кеүек яҡын урынды бик еңел биләй.

Шундай оло йѳрәкле тәрбиәсе Сибай ҡалаһының «Аҡбуҙат» балалар үҫтереү үҙәгендә 1996 йылдан алып эшләй. Үтә лә ныҡышмал, эшһѳйәр, киң даирәле, һәр ваҡыт үҙенә талапсан, эҙләнеүсән, юғары белемле һәм юғары категориялы тәрбиәсе ул. Коллективта ихтирам ҡаҙанған Әлфиә Әдиф ҡыҙы йәш педагогтарға үрнәк, терәк. Ул бар булмышы менән педагог-тәрбиәсе генә түгел, ә ғаиләһендә һѳйѳклѳ ҡатын, әсәй һәм уңған килен дә. Тормош иптәше Хәлфетдин Фазлетдин улы менән Гѳлназ исемле бер ҡыҙ үҫтерәләр, ҡәйнәһе Зѳһрә ханым менән иңгә-иң терәп донъя кѳтәләр.

Алма ағасынан алыҫ тѳшмәй тигәндәй, ҡыҙҙары Гѳлназ да бик тырыш һәм уңған. Мәктәпте кѳмѳш миҙалға тамамлап, хәҙерге кѳндә Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында юридик белем ала. Әсәле-ҡыҙлы ҡул эштәренә лә оҫталар. Отҡор Гѳлназ әсәһенән ҡарап ҡул эштәренә бик иртә ѳйрәнә. Ҡала һәм республика күләмендә үткәрелгән күргәҙмәләрҙә ҡатнашып тѳрлѳ дәрәжәле дипломдарға лайыҡ була, күрше Магнитогорск ҡалаһында тѳбәк-ара күгәҙмәлә ике йыл рәттән беренсе урын алып ҡайта.

Әлфиә Әдиф ҡыҙының тѳрлѳ кимәлдәге Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнеп тороуы ла уның үҙ эшенең оҫтаһы булыуын дәлилләй. Тырыш тәрбиәсе сентябрь айында республика кимәлендә үткәрелгән «Йыл тәрбиәсеһе» конкурсына ҡала намыҫын яҡларға бара. Беҙҙең коллектив уға тик уңыштар ғына теләй.

Дилара Еникеева,

«Аҡбуҙат» балалар үҫтереү үҙәгенең физик тәрбиә биреү

инструкторы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap