Сибайҙа һауа торошо:
-20, -22 ° C 2 - 4 м\с СВ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
03.09.2013
МѲБӘРӘКОВСЫЛАРҘА―«ТЕАТР ТѲНѲ»
Untitled document

Арыҫлан Мѳбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры коллективы йәйге ялдарын түңәрәкләп, сираттағы 83-сѳ ижад миҙгелен асырға әҙерләнә. Матур традицияға ярашлы, ижади коллектив миҙгелде ѳр-яңы премьера менән башлап ебәрәсәк. Унан тыш тағы бер һѳйѳнѳслѳ хәбәребеҙ бар: һеҙҙе республикала тәүге тапҡыр үткәреләсәк «Театр тѳнѳ» тип исемләнгән матур байрамға саҡырабыҙ.

Әлеге кѳндә сибайҙарға яҡшы таныш драматург Наил Ғәйетбайҙың «Эңер тѳшкәндә» пьесаһы буйынса иртәнән кискә тиклем ҡыҙыу репетициялар бара. Уны баш ҡаланан саҡырылған режиссер, Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Нәҙерғолов ҡуя.

Спектаклдең сюжеты бик тормошсан. Әҫәрҙә һәр кем яҙмыш карабында үҙен яңғыҙ тоя, һәр береһенең күңеле йылы кѳҫәй. Инде ҡырҡты үтһә лә, үҙен ишһеҙ йәшәүгә дусар иткән Сабира, ҙур ҡалала йылы, аңлау таба алмаған Наҙгѳл, тормоштоң әсеһен дә, сѳсѳһѳн дә татыған Рәжәп... Киләсәктәренә ѳмѳт бағлаған был яралы йәндәрҙең бер-береһен йылытып йәшәргә кѳсѳ етерме?.. Йәш кеше Искәндәр ҙә дѳрѳҫ юл табыу, әйләнәһендәге кешеләрҙе яҡтылыҡҡа алып сығыу уйы менән яна. Спектаклдең геройҙары маҡсаттарына ирешерме? Сѳнки тәбиғәттә генә түгел, кешеләрҙең күңелендә лә эңер тѳшкән бит... 9 сентябрҙә буласаҡ тамашаның премьераһын ҡараған һәр кем үҙенсә һығымта яһар, моғайын.

Драмала ролдәрҙе Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Юнир Ғәйнуллин, Әлфирә Ғәлләмова, Марс Итбаев, Әлфирә Йосопова, артистар Резеда Сәфиуллина, Вадим Ғилманов, Айгѳл Зәйнуллиналар башҡара.

Икенсе премьера—Әминә Яхинаның «Йән һѳйгәнем—һин генә» тип исемләнгән комедияһы буйынса ҡуйылған тамаша. Июль башында бер тѳркѳм артистарыбыҙ был спектакль менән Баймаҡ районында, августа Ейәнсура, Күгәрсен тарафтарында ижади сәфәрҙә булып ҡайтты. Халыҡ тамашаны бик яратып ҡабул итте.

Әҫәр ябай ғына сюжетҡа ҡоролһа ла, талантлы режиссер, БР-ҙың һәм РФ-ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Дамир Ғәлимов ижади фантазияһына таянып, үҙенең комедиялар ҡуйыу оҫтаһы булыуын тағы бер тапҡыр раҫланы һәм тамашасыға ҡыҙыҡлы ла, фәһемле лә сәхнә әҫәре тәҡдим итте.

Комедияла күтәрелгән мәсьәләләр хәҙерге кѳндә бигерәк тә актуаль. Һәр ата-әсә балаһына яҡшылыҡ теләй, уның уңышлы, бәхетле кеше булыуына ѳмѳт итә, шуның ѳсѳн шарттар булдырырға тырыша. Тик йәшәйеш ҡиммәттәре үҙгәреп торған заманда һәр кем бәхет тѳшѳнсәһен үҙенсә аңлай. Бына ошонан башлана ла инде тормошта тѳрлѳ аңлашылмаусанлыҡтар, емерелгән яҙмыштар.

Спектаклдә лә Мәстүрәнең (Зифа Баязитова) хыялы һәм маҡсаты—йортона ата-әсәле, бай ҡыҙҙы килен итеп тѳшѳрѳү. Ә Ғәлим (Арсен Шәйхисламов) күптән күңеле ятҡан ҡыҙға—Рәхимәгә (Залина Сѳләймәнова) ѳйләнмәксе. Тик инде утыҙға етһә лә һаман үҙ һүҙен һүҙ итергә ихтыяры булмаған Ғәлим быны нисек тормошҡа атҡарырға ғына белмәй хитлана. Ошонда инде уға ҡустыһы Ғәмил (Морат Амантаев) ярҙамға килә...

Спектаклдең халыҡ араһында танылыу яулауында Ш.Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, композитор Юлай Үҙәнбаевтың, театрыбыҙҙың рәссамы Әлиә Йәғәфәрованың, спектаклде музыкаль яҡтан биҙәүсе Ғәйсәр Аҡбулатовтың, шулай уҡ яҡтыртыусы Фәнзил Мѳртәйләковтың да ѳлѳшѳ баһалап бѳткѳһѳҙ.

Был спектакль 10 сентябрҙә театрыбыҙҙа үтәсәк «Театр тѳнѳ» сараһында күрһәтеләсәк.

Быға тиклем үткәрелгән «Библиотѳн», «Музейҙа тѳн» тигән саралар кеүек «Театр тѳнѳ» акцияһы—республика ҡалаларында уҙасаҡ ҙур сара. Ул Рәсәйҙә икенсе йыл рәттән уҙғарылһа, Башҡортостан был акцияға тәүге тапҡыр ҡушыла. Сараның маҡсаты—театр сәнғәтенә тамашасыларҙы, бигерәк тә йәштәрҙе, үҫмерҙәрҙе йәлеп итеү.

Сибайҙа «Театр тѳнѳ» 18.30 сәғәттә башланып, 22.00 сәғәткә тиклем дауам итәсәк. Театр тормошо менән тамашасыны яҡынданыраҡ таныштырыу маҡсатында программала театр буйлап «Сәхнә арты тормошо» тип исемләнгән экскурсия ҡаралған (18.30-18.50), шулай уҡ спектаклгә тиклем, антракт ваҡытында һәм спектаклдән һуң тѳрлѳ персонаждар костюмындағы артистар менән фото тѳшѳргә мѳмкин, ә спектаклдән һуң тамашасыларҙы артистар һәм театр хеҙмәткәрҙәре менән бергәләп ритайымда күңел асырға саҡырабыҙ.

Кѳндәлек ығы-зығынан арынып, тағы ла бер рәхәтләнеп кѳлѳп алырға теләһәгеҙ, артабан да байрам кәйефен юғалтмайынса, Мѳҙәрис Багаевтың «Хикмәтле күл»ен тамаша ҡылырға килегеҙ, дуҫтар! Шуны ла әйтеп үтеү урынлы булыр: был спектакль 16 йәштән ѳлкәнерәк тамашасылар ѳсѳн тәғәйенләнгән.

83-сѳ ижад миҙгелен асыуға арналған тантананың һуңғы кѳнѳндә сәхнәгә тағы ла барығыҙ ҙа яратып ҡабул иткән «Ғүмерлек ғазап» сығасаҡ.

Шулай итеп, хѳрмәтле тамашасылар, һәммәгеҙҙе лә 9-12 сентябрҙә театрыбыҙҙың 83-сѳ ижад миҙгелен асыу тантанаһына саҡырабыҙ. Ә 10 сентябрҙә «Театр тѳнѳ»нә рәхим итегеҙ!

Алһыу Аҡбулатова,

театрҙың әҙәби-драматик бүлеге етәксеһе.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap