Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 2 - 4 м\с Ю
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
03.09.2013
ЯҢЫ УҠЫУ ЙЫЛЫНА―АНЫҠ БУРЫСТАР, ЯҢЫ ЙҮНӘЛЕШТӘР МЕНӘН
Untitled document

Гѳлдәр ҠАДАЕВА

Социаль-иҡтисади үҫешкә ынтылыш, һәр йәһәттән ҡеүәтле дәүләт тѳҙѳү тәү сиратта мәғариф тармағына ҙур бурыстар ҡуя. Белем, тәрбиә биреү учреждениелары алдынғы ҡарашлы, яңы технологияларҙы иркен файҙалана белгән, үҙ кѳсѳнә ышанған, киләсәкте ҡулына алырҙай һәм үҫтерерҙәй быуын тәрбиәләргә тейеш. Сибай ҡалаһы мәғариф хеҙмәткәрҙәренең быйылғы август кәңәшмәһендә педагогтарға тап шундай бурыстар ҡуйылды.

Эшлекле шарттарҙа үткән сарала Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Хәлит Хәмзә улы Сѳләймәнов, Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры урынбаҫары, БР Хѳкүмәте Аппараты етәксеһе Илшат Азамат улы Тажетдинов, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы Мырҙабаева, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы—Ҡоролтай депутаты Эльвира Әхтәм ҡыҙы Юнысова ҡатнашты. Мәртәбәле ҡунаҡтар башта бәләкәй эшҡыуарлыҡ объекттары, яңы сафҡа ингән «Әкиәт» балалар баҡсаһы, балалар ѳсѳн спорт майҙансыҡтары, «Ирәндек» боҙ һарайы эшмәкәрлеге менән танышты.

Был кѳндѳ Баймаҡ-Сибай юлы буйындағы Бәхет шишмәһенә иш булып «Бәхет» кафеһы асылды. Шәхси эшҡыуарҙар Лилиә һәм Руслан Абдуллиндар йәмәғәт туҡланыу урыны булдырыуға күп кѳс һалған. Йәштәр башланғыстарын урындағы хакимиәт етәкселегенең хуплауы, ҡаланан ярайһы ғына ярҙам алыуҙары ѳсѳн ҙур рәхмәтле булыуҙарын йәшермәне.

Бәләкәй эшҡыуарлыҡтың икенсе объекты—«Урал аръяғы йылылыҡ блогы» йәмғиәте булды. Тѳҙѳлѳш материалдары етештергән предприятие киләсәктә бер ҡатлы йорттар тѳҙѳү эшмәкәрлеген үҙләштерергә иҫәп тота. Бында етештерелгән блоктан һалынған торлаҡ йылы булыуы һәм уны тыштан кѳпләү талап ителмәүе менән айырыла. Блоктарҙың хаҡы ла сағыштырмаса арзан. Эшҡыуар Илдар Дәүләтбаев әйтеүенсә, тѳҙѳлѳш материалдары етештереү менән булышҡан шәхси предприятиены үҫтереүгә 4 миллион һум инвестиция һалынған. Шул иҫәптән эшҡыуарлыҡты үҫтереү муниципаль программаһы сиктәрендә 300 мең һум ярҙам алған.

Ҡаланың Кѳнсығыш биҫтәһен йәмләп ҡалҡып сыҡҡан «Әкиәт» балалар баҡсаһының тәүге сираты йыл башында уҡ сафҡа ингәйне. Яңы уҡыу йылында иһә балалар баҡсаһы—үҫеш үҙәге тулы ҡеүәтенә эш башларға әҙер. Баҡса 220 балаға иҫәпләнһә лә, 260 кескәй кешене ҡабул итеү мѳмкинселегенә эйә.

Тантананың рәсми ѳлѳшѳ уҙған Балалар ижады үҙәге ҡунаҡтарҙы һәм уҡытыусыларҙы, тәрбиәселәрҙе сәскәләргә күмелеп ҡаршы алды. «Сәскәләр—тәбиғәт ижады» тип исемләнгән Сәскәләр байрамына мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре ихлас әҙерләнгән.

Мәғариф хеҙмәткәрҙәренең август кәңәшмәһенең пленар ѳлѳшѳн ҡала хакимиәте башлығы Х.Х.Сѳләймәнов асып, һүҙҙе Башҡортостан Республикаһының Премьер-министры урынбаҫары, БР Хѳкүмәте Аппараты етәксеһе И.А.Тажетдиновҡа бирҙе. Илшат Азамат улы республика мәктәптәренең яңы уҡыу йылына дѳйѳм әҙерлеген, Белем байрамы уңайынан тѳбәктә 4 яңы мәктәп асылыуын билдәләп үтте.

—Республика ҡаҙнаһынан мәғариф ѳлкәһен финанслау артҡандан-арта (йылына 20-25 процент). Башҡа бер тармаҡҡа ла бындай сығымдар ебәрелмәй. Белем биреү тармағына бүленгән аҡсаның 76 проценты хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы түләүгә йүнәлтелә,—тине Хѳкүмәт Аппараты етәксеһе.—Әлеге кѳндә Сибай ҡалаһы уҡытыусыларының уртаса эш хаҡы 22 мең һум тәшкил итә. Балалар баҡсалары тәрбиәселәре 18,5 мең һум тирәһе ала.

РФ Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы Мырҙабаева 1 сентябрҙән «Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында» яңы закон үҙ кѳсѳнә инә, тип белдерҙе. Был закон Рәсәйҙә йәшәгән һәр дүртенсе кешегә, йәғни 40 миллион самаһы яҙмышҡа йоғонто яһаясаҡ: илебеҙҙә 30 миллион тирәһе мәктәпкәсә йәштәге бала, уҡыусы, студент иҫәпләнә, бынан тыш, белем биреү һәм фән ѳлкәһендә 10 миллионға яҡын кеше эшләй. Яңы законда тѳп иғтибар белем биреүҙең сифатына, асыҡлығына, һѳҙѳмтәле эшкә, уҡыусыларҙың, педагогтарҙың хоҡуҡтарына йүнәлтелә. Йәш быуын тәү сиратта яҡшы шарттарҙа белем алырға тейеш. Был йәһәттән республикала хәл тотороҡло: мәктәптәрҙең күбеһе яңы, шулай уҡ уларға ремонт яһау, тѳҙѳкләндереү ѳсѳн ил һәм республика ҡаҙнаһынан тейешле аҡса бүленә. Иң ҙур иғтибар сифатҡа йүнәлтелә. Балалар баҡсалары тѳҙѳүҙә лә ошо шарт тѳп урынды биләй. Республика Президенты талап иткәнсә, йәш быуын ѳсѳн барыһы ла юғары сифатлы булырға тейеш. Эске шарттарға килгәндә, кабинеттарҙы компьютерлаштырыу йәһәтенән ҙур эш алып барыла. «Йәш быуын икенсе тѳрлѳ, заманса фекер йѳрѳтә, ә беҙ уларҙы элеккесә уҡытыуҙы дауам итәбеҙ. Эшкә яңылыҡ индереүҙән ҡурҡһаҡ, мѳмкинлектәр булдырмаһаҡ, донъя буйынса киң ҡулланылған заманса ысулдарҙан артта ҡаласаҡбыҙ»,—тине Рѳстәм Хәмитов республика мәғариф кәңәшмәһендә.

Ҡануниәттәге айырым статьялар электрон белем биреүҙең мѳһимлеген раҫлап, уны ҡулланыу юлдарын күрһәтә. Яңы закон уҡыусыларҙың баҫма һәм электрон әсбап менән тулыһынса тәьмин ителергә тейешлеген гарантиялай. Рәсәй субъекттарында туған телде, мәҙәниәтте ѳйрәнеү ѳсѳн тәғәйенләнгән китаптарҙың да булыуы шарт. Яңы закон телде уҡытыуҙа һѳҙѳмтәлерәк, интерактив алымдар эҙләргә юл аса. Быға ҡәҙәр эштең бигүк ыңғай бармауының тѳп сәбәбен дәреслектәрҙең ҡатмарлы булыуында күрҙек. Дәреслектәрҙән тыш, педагогтарҙың да заманса эшләүе, дәрестәрҙе ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс итеп үткәреүе мѳһим. Әгәр дәүләт телен һаҡлап ҡалырға тырышабыҙ икән, уны ѳйрәтеүҙең яңыса алымдарын ҡулланыу, эҙләү мѳһимлеге кѳн кеүек асыҡ. Яңы законда кластан тыш саралар үткәреү, мәктәп эшенә ата-әсәне йәлеп итеү хаҡында әйтелә. Тимәк, туған телдә кисәләр, ярыштар, түңәрәктәр ойоштороу, уларға ѳлкәндәрҙе лә саҡырып, фекер алышыу отошло буласаҡ—тел аралашыуҙа асыла. Ә мәктәптәрҙе ҡулайлаштырыу йәһәтенән, белеүегеҙсә, урындағы халыҡтың фекерен иҫәпкә алырға ҡарар ителде. Бәләкәй мәғариф учреждениеларын ябып, уҡыусыларҙы ҙурыраҡ мәктәптәргә йѳрѳтѳп уҡытыу һәр бала заманса шарттары булған кабинеттарҙа белем алырға хоҡуҡлы булыуын аңлата. Яңы законда рухи-әхлаҡи, спорт тәрбиәһенә, балаларҙың сәләмәтлеген һаҡлау сараларына ҙур иғтибар бүленә. Ҡануниәт Берҙәм дәүләт имтиханының һаҡланыуын гарантиялай, тимәк, һынау камиллаштырыласаҡ.

Хәлит Хәмзә улы Сѳләймәнов: «Беҙҙең бурыс—заманса ҡала мәғариф системаһы булдырыу» темаһына доклад менән сығыш яһаны. Башлыҡ мәғариф ѳлкәһенең «иң ауыртҡан урыны»—оптимизация ҙур тетрәнеүҙәр тыуҙырмауын һыҙыҡ ѳҫтѳнә алды. Уҙған уҡыу йылында ҡыҫҡартыуға дусар булған 6 педагог та эшкә урынлаштырылған. Мәктәптәрҙә кластарҙағы балалар һаны уртаса 23 уҡыусы тәшкил итә, һәр уҡытыусыға 15 уҡыусы тура килә. Күптән түгел асылған Арҡайым мәктәбе уңышлы эшләп китте, унда кластар тулыһынса комплектланған.

Мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениеларында урындар һанын арттырыуға ѳлгәшелгән. 2012 йылда ҡаланың балалар баҡсаларында 330 яңы урын барлыҡҡа килһә, быйыл 180 урынлыҡ яңы баҡса сафҡа инеүе күҙаллана. Алтын ҡасабаһында 115 урынлыҡ балалар баҡсаһы тѳҙѳлѳшѳ башланырға тора.

Бынан тыш, ҡалала 5 ғаилә тѳркѳмѳ, 7 балалар баҡсаһында ҡыҫҡа ваҡыт ҡарауға йүнәлтелгән тѳркѳмдәр эшләп килә. Яңы эш башлаған «Әкиәт» балалар баҡсаһы хаҡында республикабыҙ Президенты Р.З.Хәмитов Бѳрѳлә үткән мәғариф хеҙмәткәрҙәренең август кәңәшмәһендә йылы фекерҙәр әйтеүе лә был ѳлкәлә эштәрҙең уңышлы барыуына ишара.

Ѳҫтәмә белем биреү ѳлкәһе мәсьәләләре ѳсѳнсѳ йыл рәттән күтәрелеп килә. Ни сәбәплелер, был тармаҡҡа бүленгән сығымдар һѳҙѳмтә бирмәй. 2009 йылда эшен туҡтатҡан Йәш техниктар станцияһы яңынан тергеҙелде. Әлеге кѳндә унда 11 техник һәм спорт-техник ижад берекмәләре эшләп килә. Станцияны киләсәктә техник ижад үҙәгенә әүерелдереү маҡсаты ҡуйыла.

Хәлит Хәмзә улы Берҙәм дәүләт имтихандары һѳҙѳмтәләренә ҡағылышлы һандар ҙа килтерҙе. Мәғариф тураһындағы яңы законға ярашлы, уҡытыусыларҙың хеҙмәт хаҡы сәнәғәт ѳлкәһе эшселәренең уртаса эш хаҡынан сығып билдәләнә. Шуға күрә башлыҡ кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙың ҡаланың дѳйѳм иҡтисади хәле менән таныштырҙы.

Мәғариф бүлеге начальнигы Ғаяз Әхмәҙулла улы Хәсәнов үҙенең сығышын «Мәғариф тураһындағы яңы закон тормошҡа ашырыла башлар алдынан ҡала мәғарифы проблемалары» темаһына арнаны. Әлеге кѳндә ҡала мәктәптәрендә 946 педагог эшләй, шуларҙың 6,7 процентын йәш белгестәр тәшкил итә. Уҡытыусыларҙың уртаса йәше—40 йәш. Мәғариф хеҙмәткәрҙәренең 97 проценты комьютерҙы яҡшы белә һәм эштәрендә уны ҡуллана. Электрон белем биреү стратегияһы әҙерләнгәндә был күрһәткес иң мѳһим талаптарҙың береһе булып иҫәпләнә. Яңы системалар ҡулланғанда ғына замана балаларын ҡыҙыҡһындырып, белем биреү сифатын күтәреп була. Быйылдан мәктәптәргә директор билдәләү конкурс нигеҙендә атҡарыла башланы. Кандидат тейешле вазифаға эйә булыу ѳсѳн үҙенсәлекле имтихан бирергә тейеш. Ғаяз Әхмәҙулла улы үҙенең сығышында шулай уҡ тирә-яҡ мѳхитте һаҡлау, тәрбиә мәсьәләләренә айырым туҡталды.

Кәңәшмәнең икенсе ѳлѳшѳндә мәғариф ѳлкәһендә ҙур уңыштарға ѳлгәшкән хеҙмәт алдынғылары, «Йылдың йәш педагогы» ҡала конкурсы еңеүселәре тәбрикләнде. Илшат Азамат улы Тажетдинов гимназия уҡытыусыһы З.И.Шәрипова, 12-се мәктәптең директор урынбаҫары Ф.Ә.Һамарина, «Айгѳл» балалар баҡсаһы мѳдире Ф.З.Наҙарғоловаларҙың түшенә «Рәсәй Федерацияһы дѳйѳм мәғарифының почетлы хеҙмәткәре» знагын ҡаҙаны. Рәсәй Федерацияһының Мәғариф һәм фән министрлығының Почет грамотаһы менән мәғариф бүлегенең фәнни-мәғлүмәт методик үҙәге директоры урынбаҫары Г.Н.Зәйетова, 11-се мәктәп уҡытыусыһы Р.Х.Ишниязова, «Ҡайынҡай» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Г.А.Валявина, Сибай политехник колледжы уҡытыусыһы Н.С.Рязанов наградланды.

Икенсе йыл рәттән ҡала хакимиәте башлығы грантына «Йылдың йәш педагогы» конкурсы ойошторола. Уҙған уҡыу йылы һѳҙѳмтәләре буйынса конкурстың еңеүсеһе тип гимназияның физик тәрбиә уҡытыусыһы Юлдыбаев Рәвил Тәлғәт улы билдәләнде. 3 йыл уҡытыу стажы булған йәш педагог башлыҡ ҡулынан 30 мең һум аҡсалата бүләк алып ҡыуанды.

Ғѳмүмән, ҡаланың педагогик йәмғиәте яңы уҡыу йылын аныҡ бурыстар, яңы йүнәлештәр менән ҡаршылай. Һүҙҙә генә тороп ҡалмай, һәләтте, аҡылды, белемде эшкә еккәндә, республика, ҡала етәкселеге талап иткән заманса мәғариф системаһы тѳҙѳлѳрѳнә ышаныс бар.

Һүрәттә: Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы грантына лайыҡ булыусы йәш уҡытыусы Р.Т.Юлдыбаев.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap