Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
03.09.2013
СЫҢЛАНЫ ТӘҮГЕ ҠЫҢҒЫРАУ…
Untitled document

Кисә, йәғни 2 сентябрҙә, Рәсәйҙең барлыҡ белем усаҡтары гѳрләп торҙо. Ошо уңайҙан Сибай мәктәптәрендә лә тантаналы йыйылыштар, линейкалар үтте. Әйткәндәй, яңы уҡыу йылына ҡаланың 15 белем учреждениеһында 6788 уҡыусы парта артына ултырҙы, ә беренсе класҡа 840 ҡыҙ һәм малай уҡырға килде.

Йыл да күркәм сараны юғары кимәлдә ойошторған 14-се мәктәп был юлы ла уҡыусыларға күңелле тамаша бүләк итте. Яңы уҡыу йылы менән тәбрикләргә ҡала округы хакимиәте башлығы Х.Х.Сѳләймәнов та килгәйне.

Сараны асып, мәктәп директоры У.Г.Мәхмүтов уҡыусыларға изге теләктәрен еткерҙе.

—Беҙҙең мәктәп аң-белемгә ынтылып торған уҡыусылары менән ғорурлана. Яңы уҡыу йылында ла яңы бейеклектәргә, ҡаҙаныштарға ирешербеҙ, тигән ниәттәбеҙ. Тырышлыҡ, түҙемлек кеүек сифаттар юлдаш булыуын теләп ҡалам,—тине Урал Гәрәй улы. Уның әйтеүенсә, быйыл беренсе класҡа 18 бала уҡырға килгән, ә дѳйѳм уҡыусылар һаны 215-те тәшкил итә.

Хакимиәт башлығы Хәлит Хәмзә улы яңы уҡыу йылы менән ихлас ҡотлап, белем донъяһына аяҡ баҫыусыларға аҡ юл теләне.

—Был кѳн—бѳтә уҡыусыларҙың, уҡытыусыларҙың, ата-әсәләрҙең байрамы. Һәр ваҡыт яҡшылар иҫәбенә инергә, башҡаларға ѳлгѳ булырға тырышығыҙ. Башланасаҡ уҡыу йылы белем усағы ишеген асыусылар ѳсѳн уңышлы булыуын теләйем,—тине ул.

Артабан һүҙҙе ҡала мәғариф бүлеге методисы Нәсимә Ғәле ҡыҙы Мусина алып, күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр категорияһына ҡараған ике 1-се класс уҡыусыһына уҡыу кәрәк-яраҡтары менән портфель тапшырҙы.

11-се класс уҡыусыһы Рамаҙан Ирназаров менән 2-се класс уҡыусыһы Анна Черновская сыңлатҡан тәүге ҡыңғырау сыңы шат йѳҙлѳ уҡыусыларҙы кластарға саҡырҙы.

Шулай итеп, белемгә юл асҡан был байрам Сибайҙа ла шаулап-гѳрләп үтте. Башланып торған яңы уҡыу йылы менән барлыҡ уҡыусыларҙы, уҡытыусыларҙы тәбрикләп, белем тауҙарына үрләр юлдарығыҙ ҡыҙыҡлы һәм иҫтә ҡалырлыҡ булһын, тип теләйбеҙ.

Д.Рәшитов.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap