Сибайҙа һауа торошо:
-1, -3 ° C 1 - 3 м\с СЗ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
ҠУЛЫ ЛА, ҺҮҘЕ ЛӘ ҺАУЫҠТЫРЫУ ТЫЛСЫМЫНА ЭЙӘ
Untitled document

Табиптар мѳғжизә тыуҙырыусы ҡулы менән дә, һауыҡтырыу тылсымына эйә булған һүҙе менән дә кешеләргә ярҙам итергә Хоҙай тарафынан ебәрелгән, тиҙәр. Йылайыр районының Һабыр ауылының табип-амбулаторияһы стоматологы Зиннур Әмир улы Түләшев—шундайҙарҙың береһе. 15 йыл эшләү дәүерендә ул тѳбәктең алдынғы теш табибы булып ҡына түгел, кәрәк саҡта тѳрлѳ ауырыуҙарҙы хеҙмәтләндереүгә лә ѳлгѳргән, ҡабул итеүҙәр алып барған докторға әүерелгән.

Уға һабырҙар ғына түгел, күрше Ашҡаҙар, Ҡаҙырша, Йомағужа ауылдары халҡы ла мѳрәжәғәт итә. Зиннур Әмир улы тѳрлѳ хәлдәге теште лә дауалауға ҡыйыу тотона. Дауалауҙан тыш, бүтән тѳр хеҙмәттәр ҙә уға ят түгел.

Талапсан, һәр нәмәне айыҡ аҡыл менән баһалаусы табип үҙен яҡшы белгес итеп танытҡан. Иң мѳһиме—бер ваҡытта ла һѳнәре буйынса камиллашыуҙан туҡтамай. —Яңылыҡтарҙы белмәй тороп, һѳнәреңдең асылына тѳшѳнѳү ҡыйын,— ти Зиннур Әмир улы. —Кѳнѳнә тиҫтәләгән кешене ҡабул итергә, ауырыуҙарын ѳйрәнергә тура килә. Һуңғы йылдарҙа теш ҡаҙнаһы шешеп, ярҙам һорап килеүселәр күбәйҙе. Балаларҙың тештәрен кариес «ашай». Шулай уҡ йәш быуын йомшаҡ аҙыҡ менән туҡланыуҙы хуп күрә. Ә был үҙ нәүбәтендә тештәргә насар йоғонто яһай. Һәр теш—ул тәндең кәрәкле бер ѳлѳшѳ. Беҙ уны һаҡларға тейешбеҙ. Ауыртҡан тешен һурҙырырға килгәндәргә лә башта дауалап ҡарарға кәңәш итәбеҙ.

Зиннур Әмир улы әйтеүенсә, теш ауырыуҙарының 98 проценты теш гигиенаһын дѳрѳҫ үтәмәүҙән килә. Кеше һау-сәләмәт тормош алып бара икән, уның ауыҙындағы «ынйылар» тәртиптә буласаҡ. Шуға табип күберәк һыу эсергә, теште кѳнѳнә ике тапҡыр таҙартырға, физкультура менән шѳғѳлләнергә, стоматологтарға күренеп торорға кәңәш итә.

Халыҡ араһында абруй ҡаҙанған, олоһо ла, кесеһе лә ихтирам иткән табипты байтаҡ йылдар дауамында ауыл Советы депутаты итеп һайлайҙар. Ул үҙ эшенең бар нескәлектәрен белеп атҡарыусы оҫта ҡуллы белгес кенә түгел, ә ѳлгѳлѳ ғаилә башлығы ла. Хәләл ефете Айһылыу менән Рамаҙан һәм Нур исемле улдар үҫтерәләр. Йәше һикһәнгә еткән һѳйѳклѳ әсәһе Фәндиҙә Тимерйән ҡыҙы донъяһын кинйә улына һәм килененә ышанып тапшырған. Түләшевтарҙың йорто әллә ҡайҙан балҡып тора. Тырыш ғаилә күпләп мал, ҡош-ҡорт тота.

Һаулыҡ—кешенең иң ҙур байлығы. Һабыр халҡының сәләмәтлеге һағында Зиннур Әмир улы Түләшев кеүек аҡ халатҡа тап тѳшѳрмәгән намыҫлы белгестәр торғанда, ғүмер ѳсѳн тыныс булырға мѳмкин.

Гѳлдәр Иҙрисова.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap