Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 2 - 4 м\с Ю
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
10.09.2013
«ӘКИӘТ»ТӘГЕ МАТУР ӘКИӘТ
Untitled document

Сибай ҡалаһының быйыл ғына асылған «Әкиәт» балалар баҡсаһы коллективы тәрбиәүи эште баштан уҡ ойошҡанлы башлап ебәрҙе. Тәрбиәселәр бәләкәстәрҙең һәр кѳнѳн мѳмкин тиклем ҡыҙыҡлы һәм иҫтә ҡалырлыҡ итергә тырыша.

Бында бигерәк тә театраль эшмәкәрлеккә ѳҫтѳнлѳк бирелә. Баҡтиһәң, был эште тормошҡа ашырыу ѳсѳн юлдар бик күп икән. Персонаждар булып ябай бармаҡсылар, һут һауыттары һәм башҡа күҙгә эленмәгән нәмәләр ҙә китеп бара. Ҡыҫҡа ғына театраль тамаша әҙерләп, уны сәхнәләштергәндән һуң балаларҙың геройҙар менән ҡуша янып-кѳйгәнен, шатланғанын күреү—үҙе бер кинәнес. Кескәйҙәр онотолмаҫлыҡ театр мѳхитенә сума, тамашаның тѳп геройҙары менән бергә ҡайғыра, ҡыуана, хатта һикереп тороп уларға ярҙам итергә лә ашыға.

Күптән түгел беҙҙең «Әкиәт» балалар баҡсаһында педагогтар кѳсѳ менән К.И.Чуковскийҙың «Мойдодыр» әкиәте сәхнәләштерелде. Беҙ үҙ ҡулдарыбыҙ менән костюмдар тектек, декорациялар яһаныҡ. Әкиәтте ҡараясаҡ йәш тамашасылар менән алдан эш алып барҙыҡ. Йәнәһе, беҙ ҙур театрға барабыҙ, афиша менән танышабыҙ, билет һатып алабыҙ, матур кейенәбеҙ һәм бѳтә тѳркѳм менән тамаша ҡылабыҙ. Хеҙмәткәрҙәр, тәрбиәселәр спектаклде әҙерләп сығарыуға бик етди ҡараны.

Шулай итеп, балалар билетта күрһәтелгән урындарға ултырышты. Әкиәти биҙәлгән залда музыка яңғырай һәм бѳтәһе лә мажаралар иленә сума...

«Бысраҡ малай» образын—И.В.Һѳйѳндѳкова, «Мойдодыр»ҙы—З.Д.Теүәлбаева, «Щетка»ны—Л.Ф.Сәйетова, «Крокодил»ды—Д.Б.Иҫәндәүләтова, «Әкиәтсе»не Ә.Ә.Ильясова күңелдәрен биреп башҡарҙы. Тамашаны музыкаль яҡтан Р.Р.Ҡашҡарова биҙәне. Тәрбиәселәр ролдәрен шул тиклем оҫта башҡарҙы, хатта уларҙы кескәй тамашасылар ысын артистар тип ҡабул итте. Әкиәт бер тында ҡаралды, күптәр уның ахырына еткәненә ышанырға теләмәне. Ә тамашаның аҙағы тағы ла ҡыҙығыраҡ булды. Кескәйҙәр тамаша эстәлеген бѳтә күңеле аша үткәреп, һәр кѳн иртәнсәк йыуынырға, тештәрҙе таҙартырға кәрәклеген ҡысҡырып әйтте. Әкиәт башында балалар баҡсаһына йыуынмай килергә уйлаған «Бысраҡ малай»ҙы ла таҙа йѳрѳргә ѳйрәттеләр.

Матур тамаша әҙерләүҙә булышлыҡ иткәне ѳсѳн балалар баҡсаһы етәкселегенә, ата-әсәләргә ҙур рәхмәт белдерәбеҙ.

Ә.Ә.Ильясова, тәрбиәсе.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap