Сибайҙа һауа торошо:
-20, -22 ° C 2 - 4 м\с СВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
10.09.2013
«АСЫЛЫБЫҘҒА ТОҒРО ҠАЛАБЫҘ»
Untitled document

12 сентябрҙә Сибай дәүләт филармонияһы 20-се ижад миҙгелен «Матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр» байрам программаһы менән аса. Түңәрәк даталы миҙгелен коллектив ниндәй уңыштар, кәйеф менән ҡаршылай? Яңылыҡтар бармы? Мәҙәниәт һәм сәнғәт ѳлкәһе хеҙмәткәрҙәрен ниндәй үҙгәрештәр кѳтә?

Филармония директоры, Башҡортостандың халыҡ артисы Вәкил Барый улы Йосопов менән ҡорған әңгәмәлә ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап алырға тырыштыҡ.

—Вәкил Барый улы, һүҙҙе ижади миҙгелде асыуҙан башлайыҡ...

—Сибайҙар хѳкѳмѳнә бай йѳкмәткеле байрам концерты әҙерләнек. Программала ѳр-яңы йырҙар, бейеүҙәр буласаҡ. Башҡа ҡалаларҙан, республиканан, сит тѳбәктәрҙән артистар саҡырҙыҡ. Ҡасандыр беҙҙең «Сибай», унан һуң Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт ансамблдәрендә бейегән яҡташыбыҙ Әлфиә Бестлер үҙенсәлекле бүләк әҙерләгән. Шулай уҡ был кѳндѳ «Театраль тѳн» акцияһы уҙғарыласаҡ.

—Йәйге ялдан һуң коллективта эш кәйефе нисек? Яңы артистар ѳҫтәлдеме?

—Артистар ең һыҙғанып эшләргә әҙер. Йылына беҙ 280 концерт ҡуйырға тейешбеҙ, уйлап ҡарағыҙ, йылына 365 кѳн, планды үтәйек тиһәк, беҙгә кѳн һайын тигәндәй бер концерт ҡуйырға кәрәк. Мәҙәниәт ѳлкәһендә барған оптимизация яңы артистар алыу форсаты бирмәй.

—Әйткәндәй, республикала мәҙәниәт һәм сәнғәт ѳлкәһендә үҙгәртеп ҡороу—мәҙәни учреждениеларҙы эреләтеү бара. Был шауҡымдың Сибай филармонияһы һәм «Сулпан» театрына ҡағылыуын да ишетеп беләбеҙ.

—Эйе, республика Хѳкүмәтенең ағымдағы йылдың 20 июнендәге ҡарары менән «Сулпан» балалар театрын филармонияға ҡушырға хәл ителде. Ҡарарға ярашлы, ике ижади коллективты берләштергән концерт-театраль берекмә ойошторолдо. Оптимизация—ул яҡшы нәмә түгел, әлбиттә. Штатты ҡыҫҡартыу, сығымдарҙы ҡыҫыу кеүек кире яҡтары бар. Ыңғай яҡтарына килгәндә, эш хаҡы күтәрелә, талантлы кешеләрҙән торған мобиль, эшлекле тѳркѳм булдырыла һәм быға тиклем башҡарған эштәрҙе тағы ла яҡшыраҡ атҡарыу бурысы ҡуйыла. Исемебеҙ үҙгәрһә лә, һәр кем үҙ есеменә, асылына тоғро ҡала, дѳйѳм эшебеҙ—тамашасыларҙы хеҙмәтләндереүҙе яҡшыртыу ѳҫтѳндә ныҡышмалы эшләргә генә ҡала.

—Был «ике тәкә башын бер ҡаҙанға һалыу» кеүегерәк килеп сыҡмаймы? Концерт-театраль берекмәнең хужаһы кем була һуң?

—Берекмәнең етәксеһе мин. Берҙәм бухгалтерия, кадрҙар бүлеге булдырылды. Әммә һәр беребеҙҙең эшмәкәрлеге элекке килеш һаҡланасаҡ: «Сулпан» театры коллективы кескәй тамашасыларын спектаклдәре менән ҡыуандырыуҙы дауам итһә, филармония коллективы фольклор йүнәлешендә эшләүенә тоғро ҡаласаҡ.

Балалар театрының залы бәләкәй булғанлыҡтан, ҙур тамашалар әҙерләп булмай ине. Әле «сулпан»дарҙың ундай теләге булһа, филармония залында рәхәтләнеп сығыш яһай аласаҡтар. Мѳлкәттәр берләшеүе лә файҙаға. Театрҙың гаражы булмаһа, филармониялар тегеү, столяр цехтарын күргәне юҡ. Әле беҙ «күсеү» мәлен кисерәбеҙ. Хеҙмәткәрҙәр штаты раҫлана, ревизия бара. Ошо айҙа ике коллективтан тупланған берҙәм ижади тѳркѳм ағзаларына аттестация уҙғарасаҡбыҙ. 1 октябрҙән берекмә булараҡ эш башларға иҫәп тотабыҙ.

Әйтергә кәрәк, филармонияға директор булып тәғәйенләнгәнсе, миңә «Сулпан» балалар театрын етәкләргә тура килде. Шуға күрә был коллектив та миңә ят түгел. Бергәләшеп артабан да йѳктѳ тартырбыҙ, тип ышанам.

—20-се ижад миҙгелен башлап тораһығыҙ. Юбилейҙы ҡасан, нисек билдәләргә уйлайһығыҙ?

—Байрам сараһын 2014 йылдың ғинуар-февраль айҙарында уҙғарыу теләге бар. Тағы шуныһы: 2014 йыл Рәсәйҙә һәм республикала Мәҙәниәт йылы тип иғлан ителәсәген ишетеп ҡыуандыҡ. Был йылдың беҙҙең файҙаға булырына ышаныс ҙур. Шулай уҡ Рәсәй Хѳкүмәте ҡарары менән илдә театр эшмәкәрлеген үҫтереү Концепцияһы ҡабул ителде. Концепцияны тормошҡа ашырыу маҡсатында Башҡортостанда ла саралар уҙғарыла башланы.

Тағы шуны әйтеп үтеү зарур: филармония асылғас та эшкә килгән 8 кеше әле булһа мәҙәниәт усағына тоғро ҡалып килә. Филармонияла нәфис һүҙ оҫтаһы булып эш башлаған Нәсимә Ғиззәтуллина, ксиллофонист Ильяс Сафин, бейеүселәр Азат Нәбиуллин, Гѳлназ Нәҙершина, Айтуған Дәүләткирәйев, Рәйсә Бүләкәнова, кассир Гѳлсинә Ниғмәтуллина, хужалыҡ буйынса директор урынбаҫары Хәлиҙә Һибәтуллиналарҙың 20 йыл бер урында эшләүе һоҡландыра.

—Әңгәмәгеҙ ѳсѳн ҙур рәхмәт! Эшегеҙҙә уңыштар, коллективҡа яңы үрҙәр теләп ҡалабыҙ!

Гѳлдәр Ҡадаева әңгәмәләште.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap