Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
УҢҒАНДАРҒА УҢЫШ ЮЛДАШ
Untitled document

—тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә. Ысынлап та, башҡарған эшеңдең һѳҙѳмтәһе бар икән, ул баһаланырға хоҡуҡлы. Урал аръяғының тѳп уҡыу йорттарының береһе—БДУ-ның Сибай институтында был йәһәттән етди иғтибар бирелә. Уға миҫал итеп, тырыштарҙың һәм әүҙемдәрҙең һәр уңышын күреп, ғәҙел баһа биреүҙе һәм тейешле кимәлдә ярҙам күрһәтеүҙе атарға мѳмкин. Ошо кѳндәрҙә уҡыу йортоноң 24 студенты түләүле тѳркѳмдән бюджет тѳркѳмѳнә күсеп ҡыуанды.

Сараны асып, институт директоры Зиннур Ғѳбәйҙулла улы Йәрмѳхәмәтов студенттарға изге теләктәрен еткерҙе:

—Бѳгѳн ата-әсәгә балаһын түләүле бүлектә уҡытыу еңелдән түгел. Шуға күрә яҡшы билдәләргә ѳлгәшкән, фән һәм спорт ѳлкәләрендә, йәмғиәт эштәрендә алдынғылыҡты бирмәгән түләүле бүлек студенттарын күҙ уңынан ысҡындырмайбыҙ, мѳмкин тиклем ярҙам ҡулы һуҙырға тырышабыҙ. Әлеге уңышығыҙ һеҙҙе яңы бейеклектәргә әйҙәр, тигән теләктә ҡалам,—тине ул.

Уҡыу йортонда бюджет уҡыу формаһына күсереү мәсьәләһе буйынса махсус комиссия эшләп килә. Улар йылына ике тапҡыр, йәғни йәйге һәм ҡышҡы сессияларҙан һуң йыйылып, лайыҡлы кандидаттарҙы һайлап ала. Мәҫәлән, уҙған уҡыу йылында 50-нән ашыу студент ошондай бәхеткә эйә булғайны.

Тантаналы саранан һуң беҙгә «Технология» факультеты студенттары (һүрәттә) менән аралашыу форсаты тейҙе.

—Был кѳндѳ ѳмѳтләнеп кѳткәйнем,—ти материалдарҙы художестволы эшкәртеү йүнәләшендә белем алыусы Тимербулат Әфләтүнов.—Беҙҙең институтта йәштәрҙең һәләттәрен үҫтереү ѳсѳн бар мѳмкинлектәр булдырылыуын билдәләр инем.

2-се курс студенты яҡшы билдәләргә ѳлгәшеп кенә ҡалмай, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, уҡырға килгәндең тәүге кѳнѳнән үк «Ете ырыу» халыҡ бейеүҙәре ансамблендә шѳғѳлләнә, шулай уҡ уҡтан атыу түңәрәгенә теләп йѳрѳй. Киләсәктә үҙен шаяндар һәм тапҡырҙар уйындарында һынап ҡарарға ла теләге бар.

Ошо уҡ бүлек студенты Лира Хужабиргәнова ла ѳс йыл эсендә үҙен тик ыңғай яҡтан ғына күрһәтеп ѳлгѳргән. Ул—профсоюз ойошмаһы лидеры, фән юлын да үҙ итә.

Йылайыр ҡыҙы Гүзәл Ғәйнуллина менән Баймаҡ районында тыуып үҫкән Ғәлиә Мәҡсүтованы бындай уңышҡа яҡшы уҡыуҙары һәм ҡул эштәренә оҫта булыуҙары килтергән.

—Кешене маҡсат йәшәтә, тиҙәр бит. Шуға күрә тиҫтерҙәребеҙгә тәүәккәл, ныҡышмал булығыҙ, үҙегеҙгә маҡсат ҡуйып, шуға ынтылып йәшәгеҙ, тигән теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ,—ти ҡыҙҙар.

Бына шулай, талантлылар һәм тырыштар иғтибарҙан ситтә ҡалмай Сибай институтында. Түләүле бүлектән бюджет урындарына күсереү, бар яҡлап әүҙем студенттарға юғары һәм социаль стипендиялар түләү, тѳрлѳ социаль ярҙамдар булдырылған икән, уҡырға ла, уҡырға, тип теләргә ҡала.

Д.Рәшитов.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap