Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
ҺѲНӘРЛЕ КЕШЕ―БАЙ КЕШЕ
Untitled document

 

Мәктәп тупһаһынан сыҡҡан һәр йәш кеше һѳнәр һайлау тураһында етди уйлана. Улар меңләгән, шулар араһынын күңелеңә ятҡанын, унан матди ғына түгел, рухи ҡәнәғәтлек алырлығын һайлау бик мѳһим. Баймаҡ ауыл хужалығы техникумында егет һәм ҡыҙҙарҙы тормошта кәрәкле, хеҙмәт баҙарында һорау менән ҡулланған һѳнәрҙәргә уҡыталар.

Урал аръяғында иң тәүгеләрҙән булып асылған уҡыу йорто быйыл үҙенең 50 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Был белем усағы 1963 йылда беҙҙең тѳбәктә урта звено ауыл хужалығы белгестәре ҡырҡа етешмәү сәбәпле булдырыла. 1965 йылда уҡыу йортон Баймаҡ ҡалаһынан Сибайға күсерәләр. Ә 1977 йылда Баймаҡ ауыл хужалығы техникумы Баймаҡ районының Урғаҙа ауылында тѳпләнә.

Ярты быуатлыҡ эшмәкәрлеге осоронда уҡыу йортон 13 меңдән ашыу кеше тамамлаған. Улар ауыл хужалығында ғына түгел, илебеҙҙең, республикабыҙҙың халыҡ хужалығы тармаҡтарының барлыҡ ѳлкәләрендә лә хеҙмәт итә. Техникумды тамамлаусылар араһында Социалистик Хеҙмәт Геройы, ауыл хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәрҙәре, ғалимдар һәм башҡа күренекле шәхестәр бар.

Бѳгѳнгѳ уҡыу йорто заманса йыһазландырылған уҡыу кабинеттары, оҫтаханалары, техника паркы булған комплексты тәшкил итә. Техникумдың китапханаһының китап фонды бик бай, спорт һәм тантаналар залдары иркен. Студенттар ѳсѳн ике ятаҡхана бар, ашхана эшләй. 2008-2009 йылдарҙа уҡыу корпусы һәм ятаҡтар тулыһынса реконструкцияланған. Ауыл хужалығы белгестәрен үҙ эшенең оҫталары итеп әҙерләү ѳсѳн «Дон-1500», «Кейс», «Нью-Холланд» комбайндары, 2 «МакДон» бесән сапҡысы, тракторҙар бар.

Уҡыу йорто коллективы заман менән бергә атлауҙы, яңылыҡтарға ынтылып йәшәүҙе маҡсат итеп алған. Яҡын киләсәктә «Ер һәм мѳлкәт мѳнәсәбәттәре» специальносын асыу күҙаллана. Техникум менән Башҡорт дәүләт аграр университеты, Скрябин исемендәге Мәскәү дәүләт ветеринария медицинаһы һәм биотехнологиялар академияһы араһында килешеүҙәр тѳҙѳлгән. Ошоға ярашлы сығарылыш уҡыусылары юғары уҡыу йортонда тиҙләтелгән программа буйынса белем ала.

Техникум студенттары үҙ специальностары буйынса «Урал аръяғы» МТС-ында, Баймаҡ тәжрибә-хужалығында практика үтә. Унда студенттар үҫемлекселек, малсылыҡ, ауыл хужалығы машиналарын ремонтлау, орлоҡ сифатын билдәләү, малдарҙы яһалма ҡасырыу буйынса практика үтеп, белемдәрен камиллаштыра.

2011 йылдан техникумдың берҙәм коллективын Гѳлнара Марат ҡыҙы Хасйәнова етәкләй. Уҡыу йортонда тѳрлѳ спорт секциялары, түңәрәктәр эшләй. Ѳҫтәмә профессиялар биреү факультеты булдырылған. Бейеүгә маһирҙар—данлыҡлы «Йәйғор», йыр-моңға ғашиҡтар «Умырзая» ансамблдәрендә шѳғѳлләнә. Йыл дауамында уҡыу йортонда художестволы үҙешмәкәрлек смотрҙары, тѳрлѳ конкурстар, КВН, спорт ярыштары уҙғарылып тора.

Белем биреү менән бер рәттән студенттарҙың йәшәү рәүешен, кѳнкүрешен яҡшыртыуға ла ҙур иғтибар бүленә. Йәшәү ѳсѳн бѳтә уңайлы шарттар бар: бушлай тѳшкѳ аш тәҡдим ителә, ятаҡ бүлмәләре иркен һәм яҡты.

2013-2014 уҡыу йылына Баймаҡ ауыл хужалығы техникумы түбәндәге специальностар буйынса ѳҫтәмә рәүештә студенттар ҡабул итә: агрономия, ветеринария, ауыл хужалығын механизациялау, иҡтисад һәм бухгалтер иҫәбе. Ошоға тиклем һѳнәр һайлауҙа икеләнгән йәштәрҙе техникумға уҡырға килергә саҡыралар. Уҡыу йортоноң ишектәре һеҙҙең ѳсѳн һәр ваҡыт асыҡ!

Һүрәттәрҙә: уҡыу процесынан күренеш.

 



Уҡыу процесынан күренештәр

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap