Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 2 - 4 м\с Ю
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
05.06.2012
Сабырлығына кѳнләшерлек…
Untitled document

 

Аллаһы Тәғәлә үҙенең яратҡан ҡолона тѳрлѳ ауыр һынауҙар ебәреп һынап ҡарай, тиҙәр. Был ысынлап та шулайҙыр. Быны мин Хәйбулла районы Иҫәнбәт ауылында йәшәүсе ҡартатайым Зәкирйән Сәфәрғәле улы Итбаев миҫалында ла күрәм.

Ҡартатайым 1930 йылда Ейәнсура районы Бикбау ауылында донъяға килгән. Ѳс кенә йәшендә әсәһенән ҡала. Атаһы икенсе ҡа-тынға ѳйләнеп, күп тә йәшәп ѳлгѳрмәй, 1942 йылда һуғышҡа алынып, Сталинград ѳсѳн барған алышта хәбәрһеҙ юғала. Үгәй әсә йәберһетмәй уларҙы. Бикбау ете йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, 1949 йылда ҡустыһы Камил ме-нән бергә Күгәрсен районы Мо-раҡ педагогия училищеһына юлланалар. Имтихандарын уңышлы тапшырып, икеһе лә уҡыуға алына. Әммә һуғыштан һуңғы ауыр заман үҙен һиҙҙертә. Ҡустыһы Камил: «Абзый, һин уҡы»,—тип уҡыуын ҡалдырып, әрмегә китә. Ул йылдарҙы ҡартатайым: «Ѳсәр кѳн ас, ауыҙға тәғәм ризыҡ ҡапмаған кѳндәр булды»,—тип хәтерләй. Ҡартатайыма һыу ташҡан мәлдәрҙә Эйектең боҙ- ло һыуын да кисеп сығырға тура килә. Һалҡын ҡыштарҙа аяғына—ботинка, ѳҫтѳнә һалдат шинеле кейеп, аслы-туҡлы йѳрѳп, 1953 йылда училищены тамамлай. Йәш белгесте Хәйбулла районы Әб-делнәсир ауылына эшкә ебәрәләр. Ул уҡытыу эше менән бергә агитаторлыҡ эшен дә әүҙем алып бара. Район, республика матбуғаттарында бер-бер артлы мәҡәләләре донъя күрә. Бер аҙҙан күрше Иҫәнгилде ауылында эшен дауам итә. 1955 йылда ул Нәжиә исемле һылыуға ѳйләнә. Йәш ғаиләгә йәм ѳҫтәп тәүге сабыйҙары Наил тыуа, ике йылдан ҡыҙҙары Венера донъяға килә. Ѳсѳнсѳ балалары Гѳлбаныуҙы тапҡан саҡта ҡартәсәйем ѳҙлѳгѳүҙән 20 генә йәшендә вафат була. Тыуған яғына ҡайтырға йыйынған ҡартатайымдың хыялы тормошҡа ашмай ҡала. Күп тә үтмәй бәләкәй Гѳлбаныу ҙа йән бирә. Ҡайғы ѳҫтѳнә ҡайғы килһә лә, сабыр итә белгән ҡартатайым бар хәсрәтен эскә йотоп йәшәүен дауам итә. Алты йыл ҡайны-ҡәйнәһе менән бергә тора. Мәрхүмә ҡәйнәһенең туғандарға һѳйләүе буйын-са, ҡартатайым бер ҡасан да тәмәке тартып, эсеп ѳйгә ҡайтмаған, тамаҡ та таптырмаған. Күрәһең, үтә түҙемле кеше.

Ҡартатайым—бер нисә быуынды уҡырға, яҙырға ѳйрәтеүсе, уларға тәрбиә биреүсе. Мәк-тәптә эшләү дәүерендә «Йәш хәбәрсе» түңәрәге алып барҙы. Әйткәндәй, минең класташтарым—уның һуңғы уҡыусылары. Ҡартатайым һәр саҡ матур һәм хатаһыҙ яҙыуҙы талап итте. Шуға ла уның уҡыусыларының яҙыуы башҡаларҙан айырылып торҙо, «Ѳлгѳлѳ дәфтәр» стендына эленде. Ҡартатайым маҡтаулы эшләне. Ике миҙалы, Почет грамоталары һәм маҡтау ҡағыҙҙары уның фиҙаҡәр һәм намыҫлы хеҙмәтенә дәлил.

1966 йылда Йомабикә ҡартәсәйем менән ғаилә ҡоралар. Хәҙерге кѳндә Иҫәнгилде ауылында татыу, матур донъя кѳтәләр. Баҡса үҫтереү—ҡартатайымдың яратҡан шѳғѳлѳ. Ул ҡара яҙҙан эшкә тотона һәм кѳҙ мул уңыш ала. Емеш-еләктең, йәшелсәнең ниндәй генә тѳрѳ юҡ икән баҡсаһында?! Ауыл ерендә малһыҙ йәшәүҙе лә күҙ алдына килтер-мәйҙәр. Михнәтле бала сағы ҡартатайымдың һаулығын ҡаҡшатһа ла ул тик кенә ултырырға йыйынмай. Күптән түгел хәл белергә барғанда ла ул баҡсаһында ер ҡаҙа ине.

Ҡартатайымды ауылда барыһы ла ихтирам итеп «Итбаев ағай» тип йѳрѳтә. Уны күптәргә ѳлгѳ итеп ҡуйырлыҡ. 82 йәшен тултырһа ла, тормоштан артта ҡалырға уйламай, мәғлүмәттәр менән ваҡытында танышып бара, күпләп гәзит-журналдар алдыра, үҙе лә яҙыша.

Ҡартатайымдың беҙҙе ҡыуандырып, һау-сәләмәт йәшәүен теләйем.

Розалия Теүәлбаева-Итбаева.

Сибай ҡалаһы.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap