Сибайҙа һауа торошо:
0, 2 ° C 2 - 4 м\с ЮВ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
27.09.2013
ИЛНУР―УҠЫУ ЙОРТО ҒОРУРЛЫҒЫ
Untitled document

Данил ӘБДЕЛҒАЗИН

Ошо кѳндәрҙә Хәйбулла районының Исмәғил Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжында булырға тура килде. Уҡыу йортоноң яңылыҡтары, студенттар тормошо менән ҡыҙыҡһындыҡ, шулай уҡ бар яҡлап ѳлгѳлѳ йәш замандашыбыҙ хаҡында яҙырға теләгебеҙ барлығын да белдерҙек.

—Беҙҙә ундай студенттар бихисап. Улар уҡыуҙа яҡшы ѳлгәшеп кенә ҡалмай, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша, тѳрлѳ кимәлдәге ярыштарҙа еңеү яулай,—тине уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары Ләбибә Мәҡсүтова.—Шундайҙарҙың береһе—4-се курс студенты Илнур Хунафин (һүрәттә). Уҡыу алдынғыһы, Башҡортостан Республикаһы Президенты стипендиаты.

Ысынлап та, һәр нәмәгә ҡарата үҙ фекере булған, алдынғы ҡарашлы егет булып сыҡты әңгәмәсебеҙ. Аҡъяр ауылында тыуып үҫкән егет электрик һѳнәрен үҙләштереү менән бер рәттән компьютер технологияһы менән дә ҡыҙыҡһына. Хәүефлеләрҙән һаналған һѳнәрҙе иһә күңел талабы буйынса һайлаған.

—Атайым—электрик, ағайым да ошо йүнәлештә белем ала. Үҙем дә бәлә-кәй саҡтан ошо һѳнәр менән ҡыҙыҡһынып үҫтем. Хәүефле тиҙәр, юҡ, һәр эштең үҙ нескәлектәре тигәндәй, профессиональ йәһәттән яҡшы белем алып, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәйһең икән, ҡурҡынысы юҡ,—ти ул.

Һуңғы курста уҡыған Илнур киләсәктә юғары белем алырға иҫәп тота. Әммә башта хәрби хеҙмәткә барып, Ватан алдындағы бурысын үтәп ҡайтырға ниәтләй.

—Һәр ир-егет мотлаҡ әрмегә барып ҡайтырға тейеш. Атайым да беҙҙе ошо ѳлгѳлә тәрбиәләргә тырышты,—ти ул фекере менән уртаҡлашып.

Әйткәндәй, егет яҡшы тәрбиә биргәндәре ѳсѳн ата-әсәһенә рәхмәтле. Уның фекеренсә, тѳп тәрбиә—ғаиләлә һалына. Насар ғәҙәттәрҙән алыҫ тороуын да ғаилә тәрбиәһе менән дәлилләй ул.

Илнур Хунафиндың уңыштарын иһә һанап бѳткѳһѳҙ. Мәҫәлән, күптән түгел Учалы ҡалаһында үткән «Киләсәк—йәштәр ҡулында» фәнни-ғәмәли конференцияла 1-се урын яулаған. Башҡортостан Республикаһы Президенты стипендиаты булыуҙан тыш, И.Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжы директоры стипендияһына лайыҡ булған.

Бына шундай һәләтле, тырыш, әүҙем студенттар белем ала уҡыу йортонда. Тыуған илен, ерен яратҡан, аң-белемгә ынтылып торған йәштәребеҙ бар икән—һѳйѳнѳргә генә ҡала.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap