Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
01.10.2013
ТѲБӘК ХАЛҠЫН ҠАЙҒЫРТЫП…
Untitled document

ТѲБӘК ХАЛҠЫН ҠАЙҒЫРТЫП…

Ошо кѳндәрҙә Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева Баймаҡ, Хәйбулла райондарында һәм Сибай ҡалаһында булып, урындарҙа һаулыҡ һаҡлау ѳлкәһе эшмәкәрлеге, шулай уҡ тѳбәктең белем биреү учреждениеларында шашка спорты проекты үҫеше менән ҡыҙыҡһынды.

Сибайҙағы эш сәфәрендә депутат башта район-ара перинаталь үҙәк эшмәкәрлеге менән танышты. Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы эштең ҡуйылышы менән ҡәнәғәт булыуын белдерҙе, етлекмәй һәм ваҡытынан алда тыуған сабыйҙарҙы бағыу буйынса медицина яңылыҡтары менән уртаҡлашты. Сибай табиптары иһә заманса ҡорамалдар менән эш итеү яҡшы һѳҙѳмтәләр биреүен билдәләп үтте.

Үҙәк ҡала дауаханаһы табиптары менән осрашыуҙа һаулыҡ һаҡлау ѳлкәһенә йәш белгестәрҙе йәлеп итеү, уларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү кеүек мәсьәләләр иғтибар үҙәгенә ҡуйылды. Дѳрѳҫ, һуңғы йылдарҙа был тармаҡҡа бүленгән инвестициялар учреждениеларҙың матди-техник базаһын яҡшыртыуға, ҡайһы бер йүнәлеш табиптарының эш хаҡын арттырыуға мѳмкинлектәр бирҙе. Әммә дѳйѳм алғанда уларҙың уртаса айлыҡ эш хаҡы түбән һанала.

Сәлиә Мырҙабаева дауалау сифатын күтәреү йәһәтенән эштәр башҡарыу мѳһимлеген дә һыҙыҡ ѳҫтѳнә алды.

—Федераль һәм республика бюджетынан ошо маҡсатта етерлек аҡса бүленә. Уның ҡулланылышын, пациенттарҙың башҡарылған эш менән ҡәнәғәт булыу-булмауын контролдә тотабыҙ,—тине ул был хаҡта.

Артабан Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты БДУ-ның Сибай институтында уҡыу йорто студенттары араһында үткән шашка ярышы еңеүселәрен тәбрикләне. Сарала шулай уҡ ошо спорт тѳрѳ буйынса үҫмерҙәр һәм йәштәр араһында донъя һәм Европа чемпионы Айнур Шәйбәков та ҡатнашты. Ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары И.Р.Хәйруллин, институт етәкселеге һәм мәртәбәле ҡунаҡтар сығыш яһап, Сибайҙа шашка спортын үҫтереү әһәмиәтен телгә алды.

—Бѳгѳнгѳ йәш быуындың күпселегенең ваҡытын компьютер артында ултырып үткәреүе бер кемгә лә сер түгел. Ошондай шарттарҙа был спорт тѳрѳн үҫтереү бик мѳһим. Ул балаларҙың ваҡытын дѳрѳҫ ойоштороп ҡына ҡалмай, ә аң кимәлен үҫтереүгә лә булышлыҡ итә,—тине улар.

Ҡаланың «Тейенкәй» балалар баҡсаһында үткән мәктәпкәсә йәштәге балалар араһындағы шашка ярышы ла ҡыҙыу барҙы.

Д.Рәшитов.

Һүрәттә: «Тейенкәй» балалар баҡсаһына йѳрѳүсе кескәйҙәр шашка уйнап үҫә.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap