Сибайҙа һауа торошо:
-23, -25 ° C 1 - 3 м\с C
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
04.10.2013
ОЛОЛАРҘЫҢ КҮҢЕЛДӘРЕ БУЛДЫ
Untitled document

Гүзәл ЯЙЫҠБАЕВА

1 октябрҙә һәр ерҙә Халыҡ-ара ололар кѳнѳнә арналған матур саралар уҙҙы. Сибай ҡалаһының Балалар ижады үҙәге йылдағыса гѳрләп торҙо. Күңелдәргә байрам кәйефе ѳҫтәп дәртле музыка яңғырай. Был кѳндѳ инәй-олатайҙар, ғѳмүмән, үҙҙәренең иң яҡшы йылдарын йәмғиәткә хеҙмәт итеүгә арнап, бѳгѳнгѳ кѳндә хаҡлы ялда булған ололарыбыҙ күтәренке күңел менән тантанаға ашыҡты.

Донъя мәшәҡәттәренән арынып, бер-береһе менән осрашҡан оло йәштәгеләрҙең йѳҙҙәренә шатлыҡ сатҡыһы һибелгән. Ѳйкѳм-ѳйкѳм булып элекке коллегалар хәл-әхүәлдәрен белешә. Фойела ҡаланың сауҙа ойошмалары йәрминкә ойошторған. Унда һѳт, ит аҙыҡтары, тѳрлѳ тәмлекәстәр, дарыуҙар байрам ташламаһы менән тәҡдим ителде. Почта хеҙмәткәрҙәренең гәзит-журналдарға яҙылыу ойоштороуы ла ололар ѳсѳн бик уңайлы булды. Байрам уңайынан ололарға аҙыҡ-түлек талоны бүләк итеп бирелде.

Кисәнең иң матур ѳлѳшѳ байрам концерты булды. Концерттың бай программаһы филармония артистары, ҡаланың тѳрлѳ йыр-бейеү, үҙешмәкәр ансамблдәренең сығыштарынан торҙо.

—Ололар кѳнѳн йыл һайын шундай матур итеп үткәрәләр. Беҙҙе онотмай, һәр беребеҙгә бүләктәр биреп, ҙур концерт ойоштороп, яҡшы ял бүләк иткәндәре ѳсѳн ҡала етәкселегенә, ойоштороусыларға ҙур рәхмәтлебеҙ,—тип фекерҙәре менән бүлеште хаҡлы ялдағы ветеран Зифа Мѳхәмәт ҡыҙы Фәйзуллина.

—Мин Сибай ҡалаһына бынан ун йыл элек күрше райондан күсеп килдем. Хаҡлы ялға ауылда эшләгәнемдә сыҡҡайным. Шуға күрә йыл һайын минең ише ситтән күсеп килгәндәрҙе, эшләгән ойошмалары юҡҡа сыҡҡандарҙы ошолайтып байрамға саҡырып хѳрмәтләгәндәре ѳсѳн рәхмәтлемен. 15 кѳн элек үк саҡырыу ебәрҙеләр. Беҙгә ихтирам-хѳрмәт күрһәтеүселәрҙең барыһына ла эштәрендә уңыштар, һаулыҡ теләйем,—тип һүҙгә ҡушылды Гѳлсѳм инәй.

Сараға килеүсе инәй-олатайҙарҙың йѳҙѳндә балҡыған шатлыҡты күреү үҙе ҙур ҡыуаныс булды.

***

Сибай ҡалаһының Р.Ѳмѳтбаев исемендәге башҡорт лицейында Ололар кѳнѳнә арналған кисәгә ошо белем усағында оҙаҡ йылдар эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан ветеран уҡытыусылар саҡырылды.

«Ололарҙы ололау—яҡшылыҡтың билдәһе» исемле байрам ҡурай моңо менән башланып китте. Ветерандарҙы байрам менән ҡотлап уҡыусылар йыр-бейеүҙәр бүләк итте, ѳләсәй-олатайҙар тураһында шиғырҙар ятланы. Ололар үҙҙәренең шѳғѳлдәре тураһында һѳйләп үтте, фәһемле фекерҙәре менән уртаҡлашты. Бындай матур кисәне 8-се «а» класы уҡыусылары һәм уларҙың класс етәксеһе Лилиә Нурулла ҡыҙы әҙерләне. Ветеран уҡытыусылар кисәнән күңелдәре булып, ҙур рәхмәттәр әйтеп таралышты.

Дилбәр Яҡупова,

БДУСИ-ның V курс студенты.

***

Беҙҙең Күлтабан ауылында ла Ололар кѳнѳ бик матур үтте. Ауыл клубында башланғыс мәктәп уҡыусылары ѳлкәндәр ѳсѳн концерт ҡуйҙы.

Балаларҙың дәртле йырҙары, бейеүҙәре күңелдәребеҙҙе елкендерҙе. Уҡытыусылар Аслаева Миләүшә менән Селянкина Венераның тырыш хеҙмәте ѳсѳн рәхмәт әйтәбеҙ. Мәктәбебеҙ 9 йыллыҡтан башланғысҡа ҡалдырылғас, бик бошонғайныҡ. Әлеге сарала уҡытыусыларҙың белем усағын һүндермәй, башланғыс кластар менән дәртләнеп эшләүен күреп ҡыуандыҡ.

Клуб хеҙмәткәрҙәре Оренбуркина Галина менән Мещеряк Ирина матур итеп сәй табыны әҙерләгән ине. Ауылдашыбыҙ Мѳхәмәтйәнов Ринат байрам сараһын үткәреүгә аҡсалата ярҙам күрһәткән. Уларҙың да барыһына ла рәхмәтлебеҙ. Ғѳмүмән, ауылдың оло йәштәге кешеләре бергә йыйылып, аралашып, күңелдәребеҙҙе күтәреп ҡайттыҡ.

Ҡәмәриә Хәйбуллина.

Баймаҡ районы

Күлтабан ауылы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap