Сибайҙа һауа торошо:
0, 2 ° C 2 - 4 м\с ЮВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
08.10.2013
ГӘЛСӘР ТАУЫШЫ МЕНӘН ТАҢ ҠАЛДЫРА
Untitled document

Земфира ҒИРФАНОВА

Опера сәнғәтендә Диләфрүз исемле тағы бер йәш йондоҙ ҡалҡып килә. Һәм был йондоҙҙоң яҡташыбыҙ булыуына һѳйѳнәбеҙ. Диләфрүз Сабитова—Сибай ҡыҙы. Әлеге ваҡытта ул Мәскәү ҡалаһында йәшәй. Шундай мѳләйем, гүзәл башҡорт ҡыҙы Рәсәй сәхнәләрен генә түгел, Европа сәхнәләрен дә яулай. Сибай дәүләт филармонияһының 20-се ижад миҙгелен асҡан кѳндѳ гәлсәр тауышлы Диләфрүздең сығышы сибайҙар күңеленә лә хуш килде. Ә беҙ иһә яҡташыбыҙ менән яҡындан танышыу маҡсатында уның янына ашыҡтыҡ. Диләфрүздең ҙур ҡалалағы тормошо һәм сәнғәт ѳлкәһендәге уңыштары менән ҡыҙыҡһындыҡ.

Диләфрүз, сәнғәткә юлды нисек башланың?

—Алты йыл Сибай музыка мәктәбендә Гѳлнара Вәкил ҡыҙы Кѳҫәпҡоловала флейта класында шѳғѳлләндем. 1995 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге республика конкурсында лауреат булдым. Ҡаланың 7-се мәктәбендә 9-сы класты тамамлағас, Ѳфѳ сәнғәт училищеһына барырға ниәтләнем. Был ҡарарымды ата-әсәйем дә хупланы. Унда хор-дирижерлыҡ бүлегендә талантлы педагог Н.Ю.Йосоповала сәнғәт серҙәрен тәрәндән үҙләштерҙем. Студент саҡта уҡ Ѳфѳ дәүләт опера һәм балет театрында эшләнем, хорҙа йырланым.

Тимәк, опера театры һиңә оло сәхнәгә юл асҡан…

—Ысынлап та шулай. Уҡыу менән генә күп нәмәне яулап булмай. Беҙҙең курста уҡыусы егет-ҡыҙҙар тап ошо театрҙа ҡанат нығытты ла инде. Күптәребеҙ театр сәхнәләрендә үҙ урынын таба алды. Шулай ҙа мин училищены тамамлағас, театрҙа ҡалырға ашыҡманым. Сибайға ҡайтып, 6-сы мәктәптә бер йыл музыка уҡытыусыһы булып эшләнем. Һарытау дәүләт консерваторияһының вокал кафедраһына уҡырға индем. Унда уҡыған йылдарымда ла Һарытау опера һәм балет театрында эшләнем. 21 йәшемдә яңғыҙ йырлай башланым.

Диләфрүз, ә Мәскәүҙе яулауың нисегерәк булды һуң?

Консерваторияны тамамлағас, бары тик Мәскәү тураһында уйланым. Сѳнки остазым—доцент Н.Б.Белосточная миңә ҙур ѳмѳттәр бағланы. Тәүге йылда бик ҡыйын булды. Бер йыл эшем булманы. Шулай ҙа үҙ аллы шѳғѳлләндем. Был йәһәттән Һарытауҙан күсеп килгән таныш педагог М.В.Ханецкая ярҙам итте. Мәскәүҙе икәүләп яуланыҡ тиергә була. Тағы ла уҡырға кәрәклекте аңланым һәм Галина Вишневская исемендәге йыр үҙәгендә йыр башҡарыу оҫталығымды камиллаштырҙым. Шундай бѳйѳк йырсыла бер йыл ғына уҡыу бәхете эләкте. Мәскәүҙәге остазымды һуңғы юлға оҙатҡас, профессор Анатолий Лошакта шѳғѳлләндем. Унда ике йыл уҡығас, опера үҙәге солисткаһы була алдым. Әлеге ваҡытта «Евгений Онегин» операһында Татьяна партияһын башҡарам.

—Диләфрүз, белеүебеҙсә, тынғыһыҙ тормош алып бараһың, бик күп урындарҙа булғанһың, уңыштарың да етерлек…

—Әгәр ҙә мин маҡсаттарыма ирешәм, уңыштар яулайым икән, быларҙың барыһы ѳсѳн дә атай-әсәйемә, апайҙарыма рәхмәт! Әсәйем Зәйтүнә Сабитова ҡаланың балалар поликлиникаһында 40 йыл шәфҡәт туташы булып эшләй, һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы. Атайым 46 йыл Башҡортостан баҡыр-кѳкѳрт комбинатында эшләне. Ул бик һоҡланғыс, изге күңелле кеше. Беҙгә—ѳс балаға матур тәрбиә бирҙеләр.

Остаздарымдан уңдым. 2008 йылда Халыҡ-ара дельфия уйындары лауреаты, 2010 йылда Волгоградта үткән «Орфей» конкурсында 1-се премия лауреаты булдым. Дүрт тапҡыр «Алтын битлек» фестивалендә ҡатнаштым. 2013 йылда Польшала халыҡ-ара вокалистар конкурсында ҡатнашып, беренсе дәрәжә дипломға лайыҡ булдым. Германияла гастролдә булдыҡ. Шулай уҡ Рәсәйҙең бик күп ҡалаларында сығыш яһағаным бар.

Опера йырсыһына талаптар кѳслѳ. Оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашыу мѳһим. Бѳтә донъя опера примаһы Мирелла Френи, Моцартеум университеты профессоры Зальцбургский, Дрезден театры йырсыһы Элизабет Вильке үткәргән оҫталыҡ дәрестәре миңә профессиональ йәһәттән тағы ла үҫергә ярҙам итте.

Сибай филармонияһында, яҡташтарың алдында сығыш яһау ниндәй тәьҫораттар ҡалдырҙы?

Мин сығыш яһап ҡына ҡалманым, миҙгел асыу концертының тамашасыһы ла булдым. Бик оҡшаны. Бигерәк тә вокалист ир-егеттәрҙең профессиональ оҫталыҡтарына һоҡландым. «Сибай» ансамбленең бейеүҙәрен бик яратып ҡараным. Сибайҙа мәҙәни тормош гѳрләп тора. Ә мәҙәниәт йәнле булған ерҙә халыҡ та матур йәшәй. Яҡташтарыма изге теләктәр генә теләйем.

Диләфрүз, һиңә лә бар яҡташтарың исеменән бары тик матур теләктәр еткерәбеҙ. Яңынан-яңы уңыштар, еңеүҙәр, йондоҙло сәғәттәр, гүзәл йәшлек теләйбеҙ!

Һүрәттә: Диләфрүз Сабитова әсәһе менән.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap