Сибайҙа һауа торошо:
-21, -23 ° C 2 - 4 м\с СВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
08.10.2013
«МИН ЯРАТАМ ҺИНЕ, СИБАЙ!»
Untitled document

 

Һәр ҡаланың йәки ауылдың үҙ матурлығы, үҙенә генә хас күркәм традициялары бар. 60 йылға яҡын тарихы булған Сибай ҡалаһы ла халҡының алсаҡлығы, урамдарының таҙалығы менән дан тота. Шуныһы ҡыуаныслы: ҡала йылдан-йыл үҫә, яңы тѳҫ ала бара. Сибайҙың тағы бер үҙенсәлеге—үҫеп килеүсе быуынды рухи мѳхиттә тәрбиәләүгә ҙур иғтибар биреү. Быға миҫал итеп, гѳрләп торған мәҙәниәт һәм мәғариф усаҡтарын индерергә мѳмкин. Ә яҡташтарыбыҙға ҡала нимәһе менән яҡын? Сибай башҡа ҡалаларҙан ни яғы менән айырыла? Ошо һәм башҡа һорауҙар менән бер нисә ҡалалашыбыҙға мѳрәжәғәт иттек.

Ғәфүр Фәйзуллин, педагог:

—1986 йылда, Ѳфѳ ҡалаһында уҡыу йортон тамамлағас, Сибайға эшкә килдем. Яңы ғына тѳҙѳлгән Пионерҙар йортонда педагог булып хеҙмәт юлымды башланым. Ул йылдар ҡаланың ныҡлап аяҡҡа баҫҡан, тѳҙѳлѳштәр гѳрләгән осоро булып иҫтә ҡалған. Ошо ѳс тиҫтә йылға яҡын ваҡыт эсендә таусылар тѳйәге күҙгә күренеп үҙгәрҙе. Ул ғына түгел, мәҙәни-рухи үҙәккә әйләнде, тип әйтергә мѳмкин. Бѳгѳн дә ҡаланың үҫешеүен, халыҡ ѳсѳн мѳмкинлектәр тыуҙырылыуын билдәләр инем. Киләсәктә ошо юҫыҡта тағы ла ҙурыраҡ эштәр башҡарылыр, тигән ѳмѳттә ҡалам.

Гѳлдәр Хәсәнова, йәш хеҙмәткәр:

—Тыуған ауылым Сибайҙан әллә ни алыҫ урынлашмаған. Шуға күрә баҙарға булһынмы йә башҡа йомошҡамы—ошонда килә торғайныҡ. Бѳгѳнгѳләй хәтеремдә, ул ваҡытта әле мәктәпкә лә бармаған инем, бында килеп йорттарҙың ҙур, юлдарҙың тип-тигеҙ булыуына иҫем китеп ҡайтҡайным. Урта мәктәпте тамамлағас, Сибайҙа юғары белемгә эйә булдым. Студент йылдары ла күңелдә яҡты хистәр һаҡлай. Кемгә нисектер, әммә миңә кѳҙ миҙгеле етеү менән ҡала нурға күмелгән кеүек тойола. Аллея-парктарға йәштәр ағыла, араларында ғашиҡтар ҙа етерлек. Йәғни, ярты быуаттан ашыу тарихында ҡала бихисап йәштәрҙе осраштырып-ҡауыштырып тормош юлына сығарған.

Сибай ҡалаһының арзан, тыныс ҡала булыуын да билдәләр инем. Бында тѳпләнгән йәштәрҙең аҙна һайын ҡайтып, ата-әсәләренең хәл-әхүәлен белеп, йорт эштәрендә ярҙам итеүҙәре лә файҙаға. Шулай ҙа башҡорт йәштәрен бер урынға туплаусы сараларҙың йышыраҡ уҙғарылыуын теләр инем.

Венер Моратов, һәүәҫкәр музыкант:

—Бала саҡтан Сибайға килеп йѳрѳй торғайным. Тәүге тапҡыр ҡаланы, Магнитогорскиға китеп барышлай, 5 йәшемдә күрергә тура килде. Олораҡ быуын хәтерләйҙер: элек беҙҙең яҡ кешеләре Магнитогорскиға барыу ѳсѳн Сибайҙа ҡуна ятып, бер нисә кѳн йѳрѳй торғайны.

Сибай башҡа ҡалаларҙан таҙалығы, бѳхтәлеге менән айырыла. Аҙна һайын экологик ѳмәләрҙең, ошо тәңгәлдәге акцияларҙың уҙғарылыуы ла әһәмиәтле. Ҡалала йылдан-йыл ял итеү, сәләмәт тормош алып барыу ѳсѳн мѳмкинлектәр артыуын билдәләр инем. Шәхсән үҙемә килгәндә, филармонияла үткән концерттарҙы ҡалдырмаҫҡа тырышам.

Нил Ғазин яҙып ҡалды.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap