Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
СИБАЙ ИНСТИТУТЫ ЕТДИ ҺЫНАУҘЫ ЛАЙЫҠЛЫ ҮТТЕ
Untitled document

Һәр белем биреү учреждениеһы үҙ эшмәкәрлеген аккредитация һәм лицензия документтарына эйә булмай тороп алып бара алмай. Ул документтар Рәсәй мәғарифты күҙәтеү комиссияһы тарафынан уҡыу йортоноң эшмәкәрлеген бар йәһәттән тикшергәндән һуң билдәле бер ваҡытҡа бирелә. Быйылғы йылдың сентябрь айында Сибай институты ла ошо һынауҙы уңышлы үтеп, киләһе 6 йылда белгестәр әҙерләү эше менән шѳғѳлләнеүгә законлы хоҡуҡҡа эйә булды. Уҡыу йорто тарафынан был мѳһим сараны үтеүҙең үҙенсәлектәре, уның әһәмиәте һәм башҡа нескәлектәре тураһында ҡыҙыҡһынып, Сибай институты директоры, иҡтисад фәндәре докторы З.Ғ.Йәрмѳхәмәтов менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

—Зиннур Ғѳбәйҙулла улы, быйыл сентябрь айында Сибай институтының дәүләт аккредитацияһына бәйле ябай булмаған процедура үтәсәге хаҡында ишетеп белә инек. Беҙҙең гәзитте уҡыусыларға был сараның вуз ѳсѳн мѳһимлеге һәм әһәмиәте нимәлә булыуын аңлатып үтһәгеҙ ине...

—16 сентябрҙән 20-һенә тиклем Сибай институтында Рәсәй мәғарифты күҙәтеү комиссияһы эшләне. Был аҙна уҡыу йортоноң барлыҡ коллективы ѳсѳн һуңғы йылдарҙағы иң мәшәҡәтле, иң яуаплы осор булғандыр, тип уйлайым. Ҡыҫҡаса әйткәндә, аккредитация—ул юғары уҡыу йортоноң барлыҡ эшмәкәрлеген тикшереү. Бында матди-техник база ла, профессор-уҡытыусылар составы ла, фәнни һәм методик эшмәкәрлек, студенттарҙың белем кимәле лә инә. Бына ошо комиссия сығарған иң һуңғы һѳҙѳмтәгә таянып Сибай институты коллективының белем биреү эшмәкәрлегенең торошо билдәләнә. Институттың күп яҡлы эшмәкәрлегенең бер генә тармағы ла дәүләт аккредитацияһы таныҡлығына эйә булмай тороп эшләй алмай. Ул—һәр юғары уҡыу йорто ѳсѳн иң мѳһим документ.

—Белеүебеҙсә, вуз эшмәкәрлеген шундай киң даирәлә тикшереп һығымта яһау ѳсѳн тәжрибәле, юғары квалификациялы белгестәр йәлеп ителә. Сибай институтының эшмәкәрлеген илебеҙҙең ниндәй вуздарының белгестәре баһаланы?

—Рәсәй мәғарифты күҙәтеү комиссияһы эксперттары булараҡ Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург, Силәбе, Ырымбур, Магнитогорск ҡалаларының билдәле вуздарынан үҙ эшенең оҫталары булып танылған белгестәр эшләне.

—Аккредитация комиссияһы ағзалары тарафынан институттың белем биреү эшмәкәрлегенең ниндәй ѳлкәләре тикшерелде?

—Беҙҙең уҡыу йорто тѳрлѳ делегацияларҙы, Рәсәй генә түгел, хатта сит ил вуздары вәкилдәрен дә ҡабул итеп ѳйрәнгән. Әммә, билдәле булыуынса, эксперт комиссияһы беҙгә дуҫтарса осрашыу, тәжрибә уртаҡлашыу йә булмаһа фәнни-ғәмәли конференцияла ҡатнашыу ѳсѳн килмәне, уларҙың маҡсаты—институттың белем биреү эшмәкәрлеген бар йәһәттән тикшереү ине. Биш кѳн дауамында эксперттар дѳйѳм институт һәм уның эшмәкәрлек тармаҡтары менән танышты, уҡыу йорто етәкселеге, профессор-уҡытыусылар составы, студенттар, беҙҙең уҡыу йортон тамамлаусы белгестәр һәм эш биреүселәр менән әңгәмәләшеүҙәр үткәрҙе. Белем сифаты менән бер рәттән уҡытыу-методика материалдарының, уҡыу пландарының дәүләт белем биреү программаларына яраҡлылығы тикшерелде. Тикшереү барышында белгестәр уҡыу процесы, китапхана фонды, компьютер кластары, лабораториялар менән танышты, студенттарҙы тестлау ойошторҙо. Шулай уҡ студенттар менән йәнле аралашыуға ҡоролған осрашыу ҙа үтте, уның барышында йәштәр институтҡа, бындағы белем биреү кимәленә ҡарата үҙҙәренең фекерҙәрен әйтте.

—Комиссия ағзаларының дѳйѳм фекерҙәре һәм эксперт комиссияһы эшенең яҡынса һѳҙѳмтәләре менән таныштыра алаһығыҙмы?

—20 сентябрҙә Рәсәй мәғарифты күҙәтеү комиссияһы БДУ-ның Сибай институты хеҙмәткәрҙәре менән һығымта яһау осрашыуы ойошторҙо. Эксперт комиссияһы рәйесе С.Г.Сериков иң тәүҙә йылы ҡабул итеү һәм эште юғары кимәлдә ойоштороуға булышлыҡ итеү ѳсѳн тотош уҡыу йорто коллективына рәхмәт белдерҙе. «Институт бик яҡшы матди-техник базаға эйә. Шулай уҡ мин уҡыу йорто етәкселегенең, профессор-уҡытыусылар составының белгестәр әҙерләү эшен хеҙмәт баҙарындағы хәл-торошҡа ярашлы итеп алып барыуын айырып билдәләр инем. Беҙ Сибай институтын артабан үҫтереү ѳсѳн ҙур перспективалар булыуын күрҙек, вуздың бик ҡыйыу пландарҙы тормошҡа ашыра алырына ышандыҡ»,—тип билдәләне үҙ сығышында комиссия рәйесе.

Эксперт тѳркѳмдәр етәкселәре үҙҙәренең сығыштарында институттың бик ҡеүәтле матди-техник базаға эйә булыуын, тикшереү барышында талап ителгән документтарҙың тиҙ арала һәм грамоталы итеп әҙерләнеүен, профессор-уҡытыусылар составының юғары кимәлен, мәҙәнилеген, коллективта дуҫтарса, яҡшы мѳнәсәбәттәр хѳкѳм һѳрѳүен, сығарылыш студенттары, эш биреүселәр менән тығыҙ бәйләнештәр урынлаштырылыуын һәм башҡа ыңғай күренештәрҙе айырып билдәләп үтте. Эксперттарҙың эш һѳҙѳмтәләре буйынса Сибай институтында студенттарға һәм ошоғаса уны тамамлаусыларға дәүләт белем биреү стандарттарына ярашлы йѳкмәткелә һәм сифатта белем бирелеүе тураһында документтар әҙерләнде.

Ошоларға таянып, әле үк Сибай институты һынауҙы лайыҡлы үтте, тип ышаныс менән әйтеп була. Бының менән ул Урал аръяғының мәғариф, фәнни, һәм мәҙәни үҙәге булыуын тағы бер тапҡыр хаҡлы рәүештә яҡланы. Һәм киләсәктә лә сығарылыш уҡыусылары беҙҙең вузды ҙур теләк менән һайлар, беҙгә уҡырға килер, тип ышанабыҙ.

—Зиннур Ғѳбәйҙулла улы, һеҙҙе, йәғни тотош уҡыу йорто коллективын, етди һынауҙы лайыҡлы үтеүегеҙ менән ихлас ҡотлайбыҙ. Киләсәктә лә эштәрегеҙҙә, яңы башланғыстарығыҙҙа тик уңыштар юлдаш булһын!

Әңгәмәне Хәйҙәр Тапаҡов ойошторҙо.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap