Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
10.10.2013
КҮРҺӘТКЕСТӘР ҺӘЙБӘТ, ТИМӘК, ЙӘШӘЙЕШ ТӘ ЯҠШЫРА
Untitled document

Данил ӘБДЕЛҒАЗИН

Башҡортостандың Урал аръяғы райондарының үҙенсәлеге нимәлә? Берәүҙәр хозур тәбиғәтен алға ҡуйыр, икенселәр ябай һәм алсаҡ халҡын билдәләр, ә ѳсѳнсѳләр иһә бында йәшәүселәрҙең эшһѳйәрлеген атар. Барыһы ла хаҡлы, сѳнки нәҡ ошо сифаттар менән данлы ла инде был тѳбәк.

Социаль-иҡтисади үҫешен йылдан-йыл арттыра барған Хәйбулла районында быйыл да күҙгә күренерлек эштәр башҡарылған. Мәҫәлән, Аҡъяр халҡы күптән кѳткән 240 урынлыҡ «Шатлыҡ» балалар баҡсаһы үҙ ишектәрен асты. «Бәпембә» һәм «Ҡояшҡай» балалар баҡсаларын йүнәтеүгә етерлек кимәлдә аҡса бүленде. Яңы Ергән мәктәбе тулыһынса реконструкцияланһа, Атингән һәм Таштуғай уҡыусылары уңайлы мәктәп бинаһына күсте. Әлеге ваҡытта Байғусҡар мәктәбендә капиталь ремонт яһала.

Йыл башында Иләс һәм Татыр-Үҙәк ауылдарында сафҡа ингән күперҙәр ауылды йәмләп тора. Ошондай уҡ объект тѳҙѳлѳшѳн тиҙҙән Ѳфѳ ауылында тамамлаясаҡтар.

Һыу менән тәьмин итеү, электр селтәрҙәрен яңыртыу эштәре лә иғтибар үҙәгенә алынған. Тѳҙѳлѳш эштәре лә йылдам бара, 9 ай йомғаҡтары буйынса былтырғы йыл менән сағыштырғанда 110 процент кимәлендә. Район үҙәгендә ѳс күп фатирлы йорттоң тѳҙѳлә башлауы—изге эштең дауамы.

«2013 йылға тиклем ауылды социаль үҫтереү», «Торлаҡ» маҡсатлы программаларына ярашлы 17 йәш ғаиләгә субсидиялар бирелгән, шулай уҡ башҡа программалар ҙа халыҡ мәнфәғәтенә эшләй.

Мал аҙығы әҙерләү, уңыш йыйыу буйынса ла быйылғы йылда хәйбуллалар һынатманы.

Районда мәҙәни мѳхит тә ҡайнап тора. Йыл да ниндәй ҙә булһа ҙур проектты тормошҡа ашырған яҡташтарыбыҙ быйыл шаулап-гѳрләп «Йәнтѳйәгем—Хәйбулла» проектын уҙғарҙы. Ул үҙ эсенә алты акцияны алды. Шуларҙың береһе «Ауыл мираҫы» тип аталып, ауылдарҙы тѳҙѳкләндереү, тыуған тѳйәккә ҡарата илһѳйәрлек тәрбиәләү йәһәтенән ҙур әһәмиәткә эйә булды.

Баймаҡ районы ла күршеләре—хәйбуллаларҙан һис тә ҡалышмай. Хакимиәт етәкселегенең туранан-тура хәстәрлеге менән халыҡ мәнфәғәтендә бихисап эштәр башҡарыла. Быға миҫал итеп, Урал, Комсомол, Ѳмѳтбай ауылдарына «зәңгәр яғыулыҡ» үтеүен, оҙаҡламай бындай бәхетте Ишмырҙа, Күсей, Семеновск, Басай халҡы кисереүен күрһәтергә мѳмкин. Ошо кѳндәрҙә Баймаҡ ҡалаһында 220 урынға иҫәпләнгән «Миләш» балалар баҡсаһы сафҡа инә (һүрәттә). Тиҙҙән «Баймаҡ ПМК-һы» эшселәре 150 урынға иҫәпләнгән ошондай уҡ учреждение тѳҙѳй башлаясаҡ. Баймаҡ ҡалаһы үҙенең Никах йортона эйә буласаҡ. Торлаҡ тѳҙѳү ҙә йылдам бара, һуңғы ваҡытта ғына 168 кеше иҫке йорттарҙан яңыһына күскән. Шулай уҡ 28 етем балаға фатир асҡысы тапшырылған.

Темәс ауылында «Башагрофин» йәмғиәте инвесторлығында тормошҡа ашырылған һѳт, Бетерә ауылындағы ағас эшкәртеү заводтары, Икенсе Этҡолдағы түбән сортлы ағастан һәм ағас ҡалдыҡтарынан брикет эшләү заводын сафҡа индереү ҙә яңы эш урындарын булдырасаҡ.

Йылайыр районында халыҡты социаль яҡлау йәһәтенән эштәр яҡшыра бара. Тѳрлѳ программалар аша ѳс кеше ғаилә-фермерлыҡ хужалығын аса алған, ә яңы башлаусы ике эшҡыуар дѳйѳм 5 миллион һум күләмендә грантҡа эйә булған. Бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ла урындағы бюджеттан аҡса бүленә.

Ғаиләне, әсәлекте, етем балаларҙы яҡлауға, йәш ғаиләләргә ярҙам күрһәтеүгә лә етди иғтибар бирелә. 8 йәш ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу мѳмкинлегенә эйә булған. Бѳгѳн Йылайырҙа күп балалы ғаиләләрҙең барыһы ла ер участкалары менән тәьмин ителгән.

Ҡалын-ҡалын урмандары менән дан тотҡан тѳбәктә тирә-яҡ мѳхитте һаҡлау ҙа күҙ уңынан ысҡындырылмай. Йыл башынан ғына 252 га үҫентеләр ултыртылыуы ошо хаҡта һѳйләй. «Йәшә урман» Бѳтә Рәсәй конкурсында ҡатнашып, тыуған ергә ҡарата һѳйѳүҙәрен белдерергә иҫәп тота яҡташтарыбыҙ.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap