Сибайҙа һауа торошо:
-21, -23 ° C 2 - 4 м\с СВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
10.10.2013
СИБАЙ МОҢҒА ҺӘМ НУРҒА КҮМЕЛДЕ
Untitled document

Гѳлдәр ҠАДАЕВА

9 октябрҙә Сибай ҡалаһы барлыҡҡа килеүенең 58 йыллығын билдәләне. Быйылғы байрам тантанаһы ла сағыу тамашаларға, иҫтәлекле ваҡиғаларға, уйын-кѳлкѳгә, йыр-моңға бай булды. Ҡаланың Үҙәк майҙанында, милли батырыбыҙ Салауат Юлаев һәйкәле, «Бѳркѳт» физкультура-һауыҡтырыу комплексы биләмәһендә барған тамашаларҙа халыҡ рәхәтләнеп күңел асты, ял итте.

Үткән быуат урталарында Сибай Башҡорт Урал аръяғы тѳбәгенең сәнәғәт үҙәге булараҡ формалаша башлай. Бѳйѳк Ватан һуғышына тиклемге йылдарҙа һәм унан һуң да сибайҙар тѳбәк үҫешенә тос ѳлѳш индерә. Беҙҙең атай-олатайҙарыбыҙ 1948 йылда тѳҙѳлә башлаған Башҡортостан баҡыр-кѳкѳрт комбинатының производство тармаҡтарында, буласаҡ ҡаланың торлаҡ йорттары һәм социаль объекттары тѳҙѳлѳштәрендә айырыуса ҙур дәрт менән хеҙмәт итә. 1955 йылдың 21 ноябре Сибай ҡалаһы йылъяҙмаһына мѳһим дата булараҡ инеп ҡала: эшселәр ҡасабаһына республика мәнфәғәтендәге ҡала статусы бирелә.

Сибайҙар Ҡала кѳнѳн һәр йыл һайын ҙурлап, матур итеп билдәләргә күнеккән. Быйылғыһы ла башҡа йылдағыларҙан бер ҙә ҡалышманы. Ҡала кѳнѳндә Башҡортостан Республикаһының мәғлүмәт технологиялары буйынса агентлығы етәксеһе И.У.Ямаловтың ҡатнашыуы сараға мәртәбә ѳҫтәне. Ҡунаҡ «Башинформсвязь» йәмғиәтенең Сибай район-ара электр элемтәһе узелына, Сибай телерадиотапшырыуҙар студияһына сәфәр ҡылды. Артабан ул «Ирәндек» боҙ һарайы, Балалар ижады үҙәге эшмәкәрлеге менән танышты, донъяла иң тәрән карьерҙарҙың береһе иҫәпләнгән Сибай карьерын ҡараны.

Ҡала кѳнѳ эш кѳнѳнә тура килгәнлектән, байрам саралары тѳштән һуң башланды. Әҙәбиәт һѳйѳүселәр Салауат Юлаев һәйкәле янында ойошторолған шиғриәт конкурсында кѳс һынашты. Бәйгене ойоштороуға Сибай яҙыусылар ойошмаһы, сәнғәт колледжы коллективы ҙур кѳс һалған. Ошонда уҡ студенттарҙың, уҡытыусыларҙың ҡул эштәре күргәҙмәһе ҡуйылыуы, оркестр, ҡурай ансамблдәренең сығыштары ҡалала сәнғәткә, мәҙәниәткә ҙур әһәмиәт бирелеүенә ишара яһаны. Гимназия, Р.Ѳмѳтбаев исемендәге башҡорт, 9-сы лицейҙар уҡыусылары шиғриәткә битараф булмауын, нәфис һүҙгә оҫталыҡтарын тағы бер ҡат иҫбатланы. БДУ-ның Сибай институтының Н.А.Ласынова етәкләгән «Инеш» түңәрәге ағзалары ла сара уртаһында ҡайнаны.

Халыҡтың күпселеге Үҙәк майҙандағы «Этнография майҙансығы»н үҙ итте. Ҡаланың 6-сы, 10-сы, 11-се, 12-се мәктәптәре, Р.Ѳмѳтбаев исемендәге башҡорт, 9-сы лицейҙар, гимназия, күп тармаҡлы колледж, 24-се һѳнәрселек лицейы, Сибай педагогия колледжы коллективтары ҡорған башҡорт тирмәләре йолаларыбыҙҙы, ғѳрѳф-ғәҙәттәребеҙҙе асыҡ сағылдырҙы. Әйтергә кәрәк, тирмә ҡороуға барлыҡ белем усаҡтары ла бик етди ҡараған, шуға күрә комиссия ағзалары еңеүселәрҙе шунда уҡ билдәләү мѳмкин булмауын әйтте. (Еңеүселәр хаҡында мәғлүмәтте гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡырһығыҙ).

Ҡул эштәре, художестволы ижад күргәҙмәһе лә күҙҙең яуын алырлыҡ ине. Айырыуса БДУ-ның Сибай институты, «Ирәндек» лицейы, Балалар экология-биология үҙәге, Балалар художество мәктәбе коллективтары бай күргәҙмәләр булдырған. Арҡайым ҡасабаһының башланғыс мәктәбе-балалар баҡсаһы уҡытыусылары һәм тәрбиәселәре бәйләү-сигеүгә, ағастан һырлап эшләүгә оҫта булыуын күрһәтә алды. Әйткәндәй, белем усағында ошо кѳндәрҙә генә «Оҫта ҡулдар» түңәрәге эшләй башлаған икән.

24-се һѳнәрселек лицейының ҡул эштәре тулыһынса яңы булыуы менән иғтибарҙы йәлеп итте. Быйыл уҡыу йорто 12 миллион һумлыҡ фрезер-гравировка станогы һатып алыуға ѳлгәшкән. Ҡеүәтле техникала ағастан йәнең теләгән әйберҙе эшләргә мѳмкин. Уҡытыусылар билдәләүенсә, күргәҙмәгә эштәрҙең иң уңышлылары ғына сығарылған. Тирмәләре лә үҙенсәлекле биҙәлеше менән алдырҙы. Тегенселәре Зѳлфиә Биктина башҡорт, рус, мари, украин, осетин милли кейемдәрен шул тиклем оҫта тегеп, күргәҙмәгә ҡуйған. Ашнаҡсылар ҙа саранан ситтә ҡалмаған. О.А.Йомағужина, С.Н.Синицина кѳҙгѳ муллыҡты сағылдырған уңыш мѳйѳшѳ булдырыуға ѳлгәшкән. Халыҡ ижады һәм ялы үҙәгенең күргәҙмә залы мѳдире Ю.Мамлеева ҡул эштәренә—бәйләүгә, сигеүгә, мәрйен теҙеүгә, ѳй шарттарында һабын ҡайнатыуға, кәнфиттәрҙән гѳлләмә, ағасты һырлап әйберҙәр яһауға һәләтле кешеләрҙе бер урынға туплай алған. Оҫталар иһә үҙ эштәрен халыҡ ҡарамағына сығарыу мѳмкинселеге биргән ѳсѳн күргәҙмә ойоштороусыларға ҙур рәхмәттәрен еткерҙе.

Йәш техниктар станцияһының күргәҙмәһе «Техник моделдәр эшләү», «Ағасты эшкәртеү» берекмәләренең эшмәкәрлектәрен сағылдырҙы.

«Мѳхәббәтем—тыуған еремә» тип исемләнгән балалар концерты ҡалалаштарға байрам кәйефе ѳҫтәне. Йәш таланттарҙан һуң сәхнә түренә Сибай филармонияһы артистары, ҡала һәүәҫкәрҙәре һәм республика эстрада йондоҙҙары күтәрелде.

Ҡалалаштарҙы һәм ҡала ҡунаҡтарын Сибай ҡала округы хакимиәте башлығы Х.Х.Сѳләймәнов тәбрикләне. Башлыҡ шулай уҡ ҡала предприятиелары һәм учреждениеларының алдынғы хеҙмәткәрҙәрен Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләне.

Байрам ҡунаҡтары—Силәбе ҡалаһының «Кѳҙгѳләр» бейеү, «Бомонд» вокаль тѳркѳмдәренең шоу-программаһы күптәрҙең күңеленә хуш килде.

Байрам сиктәрендә уҙғарылған спорт ярыштарында ла йәше-ҡарты бик теләп ҡатнашты. Айырыуса тоҡ кейеп ярышыу, арҡан тартышыу, «Күңелле старттар»ҙа халыҡ әүҙемлек күрһәтте. «Елкәй» ат клубының күрһәтмә сығыштары ла уңышлы килеп сыҡты. «Бѳркѳт» физкультура-һауыҡтырыу комплексында уҙған «Урал аръяғының иң кѳслѳ кешеһе» кѳс экстримы менән милли кѳрәш айырыуса кѳслѳ затта—ир-егеттәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

Ҡала кѳнѳ байрам фейервергы менән тамамланды. Сибайҙар тантана иткән мәлдә кѳн дә матур торҙо, ҡалабыҙ тағы бер тапҡыр кѳҙгѳ моңға һәм нурға күмелде.

Һүрәттә: Р.Ѳмѳтбаев исемендәге башҡорт лицейында практика үтеүсе студенттар күргәҙмә менән таныштыра;

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap