Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
16.10.2013
ИМАНЛЫ ҒАИЛӘ―ИЛ КҮРКЕ
Untitled document

Данил ӘБДЕЛҒАЗИН

Сибай ҡалаһын рухи-мәҙәни генә түгел, дини үҙәк тә, тип атап булыр ине. Тиҙҙән сафҡа инәсәк мәҙрәсә, ҡалаға йәм биреп ултырған «Тәҡүә» мәсете, ҡасабаларҙа эшләп килгән иман йорттары быға асыҡ миҫал. Иман бар ерҙә ҡот та булыр тигәндәй, изге юлды үҙ иткән яҡташтарыбыҙҙың арта барыуы ҡыуаныслы. Иң мѳһиме, халыҡ күңеленә иман нуры һалына, ѳлкәндәр ѳлгѳһѳндә балалар тәрбиәле булып үҫә. Сибай ҡалаһында йәшәүсе Ноғомановтар ғаиләһендә лә әҙәп-әхлаҡ, бер-береңә ҡарата хѳрмәт һәм ихтирам тәүге урынға ҡуйылған.

Әминә һәм Әхтәр Ноғомановтар 2002 йылда ғаилә ҡора. Дини тормоштоң йәнләнә барған ваҡыты. «Тәҡүә» мәсетенә йѳрѳгән йәштәр тәү күреүҙән бер-береһен оҡшатып, ѳйләнешеп тә ҡуя.

—Беҙҙең нәҫел кѳслѳ диндарҙары менән данлы,—ти Әхтәр Самат улы.—Ҡартатайымдың, ѳләсәйемдең намаҙҙарын ҡалдырмай уҡыуҙары иҫемдә ҡалған. 1993 йылда хәрби хеҙмәттән ҡайтҡас, күңелем дингә тартылды, мәсеткә йѳрѳй башланым.

—Ир менән ҡатын бер юлда булһа, донъя кѳтѳү еңелерәк,—тип һүҙгә ҡушыла дини ғаиләлә үҫкән Әминә Әғләметдин ҡыҙы.

Ғаилә усағын һүндермәй дѳрләтеүсе хужабикә Мысырҙағы Әл-Әсар университетында дини белемгә эйә булған. Әлеге ваҡытта «Тәҡүә»лә мѳғәллимә булып эшләй. Мәсеттә ғилемгә эйә булырға теләүселәрҙең һаны йылдан-йыл артыуына һѳйѳнә әңгәмәсебеҙ.

Ноғомановтар һәр дини байрамды шартына килтереп уҙғарырға тырыша. Ҡорбан ғәйетен дә йолаға ярашлы үткәрергә, ҡорбан салырға иҫәп тота улар.

—Һәр мосолман изге байрамға яуаплы ҡарарға бурыслы,—тип теләктәрен еткерә ғаилә башлығы.

Күркәм ғаиләлә ѳс бала үҫә. Ѳлкәндәре Фатима әлеге ваҡытта Рамаҙан Ѳмѳтбаев исемендәге башҡорт лицейының 4-се класында белем ала. Мѳхәмәттәре ошо уҡ мәктәптең 1-се класында уҡый. Ә кинйәләре Мәрйәмгә 9 ай ғына әле.

«Балаларығыҙға матур мәғәнәле исемдәрҙе кем һайланы?»—тигән һорауға «Барыһын да кәңәшләшеп ҡуштыҡ. Мѳхәмәт—пәйғәмбәр исеме булһа, Фатима менән Мәрйәм уның ҡыҙҙарының исеме»,—тип яуапланы атай кеше.

Ноғомановтарҙың йортонан шатлыҡлы уйҙар менән сыҡтым. Заман шауҡымына бирелмәй, үҙҙәре ѳлгѳһѳндә балаларын ғына түгел, йәмғиәтте тәрбиәләгән ғаиләгә һоҡланмау мѳмкин түгел.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap