Сибайҙа һауа торошо:
-1, -3 ° C 1 - 3 м\с СЗ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
БЕР ОСРАШЫУ ТУРАҺЫНДА
Untitled document

«Зѳлфирә апай! Ни ѳсѳн һеҙ үҙегеҙҙең әҫәрҙәрегеҙҙә һәр ваҡыт тормоштоң гел кире күренештәрен һүрәтләйһегеҙ? Эскелек, етемлек, хыянат, ғаиләләге ығы-зығы… Уларҙан былай ҙа күп уҡыусылар арыған…» Ошондай һорауҙар менән китап уҡыусылар Башҡортостан яҙыусылар союзы ағзаһы, яҡташыбыҙ—Бѳрйән- Йылға ҡыҙы Зѳлфирә Ҡаҙаҡбаеваға йыш мѳрәжәт итә.

Район китапханаһы тарафынан ойошторолған «Башҡорт китаптары» аҙналығы сиктәрендә Йылым һәм Йомаш ауылында үткәрелгән осрашыуҙарҙа ла тап ошондай һорауҙар яңғыраны. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына хас булған мѳләйемлек, сабырлыҡ менән Зѳлфирә: «Үкенескә ҡаршы, тормош гел байрамдарҙан һәм бәхеттән генә тормай шул. Халҡыбыҙ ѳсѳн фажиғәгә әйләнгән кире күренештәр менән һәр кем үҙенсә кѳрәшергә тейеш, тип уйлайым. Биш баламды ашатып-эсереп, тынысландырып йоҡларға һалғас, һаҡ ҡына ѳҫтәл артына ултырып, нәҙек кенә ҡәләмем менән мин дә ошо кѳрәшкә тотонам. Үҙемдең яҙмаларым, кисерештәрем, йән әрнеүем кешеләр күңеленә барып етер, уйландырыр, бәлки кемделер ошо бәләнән йолоп ҡалыр, тип ѳмѳтләнәм. Илһам ҡошо миңә донъяның ваҡ-тѳйәк мәшәҡәттәрен еңеп, тетрәнеүҙәр, сағыу ҡояш аша килә. Минең яҙғандарымды уҡығанығыҙ, китап менән ҡыҙыҡһынғанығыҙ ѳсѳн ҙур рәхмәт»,—тине ул.

Йылым ауылында үткән осрашыу мәсеттә сәй табыны менән башланды. Ауылдың аҡ күңелле ағинәйҙәре мәсетте ысын мәғәнәһендә иман, изгелек һәм мәрхәмәтлек йортона әйләндергән. Ундағы бѳхтәлек, таҙалыҡ, йылылыҡ Йылымға килгән һәр кемде хайран ҡалдыра һәм үҙенә тартып тора. Ауылда яңы ғына асылған мәҙәниәт һәм мәғариф комплексы ауыл халҡы күңелендә киләсәккә ышаныс уята. Зауыҡ менән биҙәлгән мәктәптә балалар кинәнеп белем ала. Комплекста шулай уҡ китапхана, клуб, фельдшер-акушер пункты урынлашҡан. Зѳлфирә Ҡаҙаҡбаева ошо йортто кинәнес менән ҡарап сыҡты. Яҙыусы менән осрашыу уҡыусы балаларға ла бик оҡшаны. Улар әҙибәнең тѳрлѳ йылдарҙа яҙылған шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Алып барыусылар—китапханасы Дилә Урал ҡыҙы һәм башҡорт теле уҡытыусыһы Ғәлиә Рифғәт ҡыҙы осрашыуҙы бик йәнле итеп ойошторҙо, бѳтә күңелдәрен биреп яҙыусының ижадын китап уҡыусыларға еткерҙе.

Мәктәп директоры Зилә Риза ҡыҙы Мостафина яҙыусыға бѳтә ауыл исеменән оло рәхмәтен белдерҙе. Ауылдың дәртле ағинәйҙәре лә Зѳлфирә Йәғәфәр ҡыҙының күңеленә хуш килде. Улар был осрашыуға Бѳрйән Йылғанан ҡыҙын күрергә тип килеп еткән әсәһе Заһира апайға үҙҙәренең әхирәттәрсә ҡыуаныуын белдерҙе, «Бигерәк матур бала тәрбиәләгәнһең»,—тип арҡаһынан ҡаҡтылар.

Шул уҡ кѳндә ошондай осрашыу Йомаш ауылында дауам итте. Ауыл китапханасыһы Әлфиә Сәмиғулла ҡыҙы, ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Гѳлсинә Йәноҙаҡ ҡыҙы, уҡытыусылар сараны йәнле, фәһемле итеп үткәреү ѳсѳн бик күп кѳс һалған. Был осрашыуҙарҙы үҙенең моңло йыры менән Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рауил Харрасов йәмләне.

Тышта ҡар ҡатыш ямғыр яуа, кѳҙгѳ болоҡһоу кѳн… Осрашыуҙан күңеленә йылы алып, йыр-моң, шиғырҙар тыңлап илһамланған әҙәбиәт һѳйѳүселәр ѳйҙәренә таралышты. Ѳмѳт менән, рух ныҡлығы менән… Сѳнки кешеләргә кеше булыр ѳсѳн, йәшәр ѳсѳн күңел йылыһы, иртәгәһе кѳнгә ышаныс һәм яныңда үҙең кеүек изгелеккә, матурлыҡҡа ышанған кешеләр барлығын тойоу бик кәрәк. Сѳнки изгелек, иман һәр ваҡыт еңәсәк һәм еңергә тейеш. Тормош законы шул тиклем ҡатмарлы һәм шул тиклем ябай…

Луиза Дәүләтшина, Баймаҡ биләмә-ара китапхана директоры.

Һүрәттә: осрашыуҙан күренеш.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap