Сибайҙа һауа торошо:
-20, -22 ° C 2 - 4 м\с СВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
ШӘП ҺѲНӘРГӘ ЭЙӘ БУЛҒЫҢ КИЛӘМЕ? РӘХИМ ИТ!
Untitled document

 

Сибай институты—Башҡорт дәүләт университетының иң эре филиалдарының береһе. Республикала ҙур абруй ҡаҙанған уҡыу йорто кѳньяҡ-кѳнсығыш тѳбәктә интеллектуаль, рухи һәм фәнни үҙәк булып тора. Оҙон һәм еңел булмаған юл үтеп, әлеге бейеклеккә күтәрелгән институтта бѳгѳн 7 факультет эшләй. Унда барлығы 5 меңдән ашыу студент белем ала, ә профессор-уҡытыусылар составы 185-те тәшкил итә. Филиалдың матди-техник базаһы ла ныҡлы. Бер нисә уҡыу корпусы, 4 дѳйѳм ятаҡ, 15 компьютер класы, 4 китапхана, 4 уҡыу залы, 3 спортзал бар. Һәр факультет мультимедия кабинеттары менән маҡтана ала, фәнни-тәжрибә ѳсѳн «Тѳйәләҫ» комплексы эшләп килә, студенттарға «Талҡаҫ» ял йортоноң ишектәре асыҡ.

Замана талаптарына яуап бирерҙәй сифатлы юғары белем һәм милли традицияларҙа тәрбиә биреү, ватансылыҡ тойғоһон, милли үҙаңды үҫтереү, йәштәрҙә йәшәүгә һѳйѳү һәм киләсәккә ѳмѳт уятыу—быларҙың барыһы ѳсѳн дә Сибай институты коллективы ҙур кѳс һала. Бында айырыуса иң йәш һәм перспективалы иҫәпләнгән технология факультетын билдәләп үтергә була.

Технология факультетының тарихы 1998 йылға барып тоташа. Был мәлдә Сибай педагогия колледжы базаһында Магнитогорск дәүләт педагогия институтының «Технология һәм эшҡыуарлыҡ» бүлеге асыла. Был башланғысҡа нигеҙ һалыусы булып Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Сибай ҡалаһының Почетлы гражданы Хѳснѳтдин Хәйбулла улы Хәмитов тора. Бер йылдан республика Президенты ҡарары менән әлеге бүлек Сибай институты базаһында эш башлай. Бында, әлбиттә, институт директоры, профессор З.Ғ.Йәрмѳхәмәтовтың ѳлѳшѳ баһалап бѳткѳһѳҙ. Зиннур Ғѳбәйҙулла улының һәм коллективтың фиҙаҡәр хеҙ-мәте арҡаһында бүлек күтәрелә барып, 2010 йылда айырым факультет булдырыла. Бында әлеге кѳндә «Материалдарҙы художестволы эшкәртеү технологияһы», «Педагогик белем», «Транспорт-технологик машиналарҙы һәм комплекстарҙы эксплуатациялау» йүнәлештәрендә 250-нән ашыу студент белем ала.

Технология факультеты матди-техник базаһының ныҡлығы менән башҡаларҙан айырылып тора. Уҡыу лабораторияларының һәм оҫтаханаларҙың булыуы, уларҙың кәрәкле йыһаздар менән тәьмин ителеүе ҡыҙҙар һәм егеттәргә үҙ белемдәрен киңе-рәк камиллаштырырға булышлыҡ итә. Студенттар мәғлүмәт технологиялары һәм информатика, тегеү изделиеларын эшкәртеү, ризыҡ әҙерләү технологияһы, автотранспорт саралары ҡоролошо, ағас, металл эшкәртеү лабораторияһы, таш ҡырҡыу оҫтаханаһы, кейеҙ эшкәртеү һәм башҡа бүлмәләрҙә ихлас шѳғѳлләнә, тәжрибә туплай. Әйткәндәй, ѳлкән курс егеттәре араһында үҙҙәре уҡыған факультетта ярты ставкаға эш башлаусылар ҙа бар, улар түбән курста уҡыусыларға белем бирә. Был алым киләсәккә алмаш кадр-ҙар әҙерләүгә ыңғай йоғонто яһай.

Технология факультетын тамамлаусылар хеҙмәт баҙарында һис юғалып ҡалмай. Улар тѳрлѳ ойошма-предприятиеларға эшкә урынлаша, үҙ эшен аса. Оҫта ҡуллылар һәр ерҙә кәрәк шул. Айырыуса беҙҙең тѳбәктә техник белемле белгестәргә һорау ҙур. Ошоно иҫәпкә алып, институт етәкселеге уҙған йыл факультетта «Транспорт-технология машиналары һәм комплекстарын эксплуатациялау» бүлеген булдырғайны. Ул шунда уҡ күптәрҙең иғтибарын үҙенә йәлеп итә. Бер урынға 5 абитуриент һынау тота. Алдан ҡабул ителгән талаптар буйынса бюджет нигеҙендә бары тик 15 студент алына, ә түләүлелә 25 егет уҡый. Улар башлыса Сибай һәм Баймаҡ ҡалаһынан йыйылған. Факультет деканы, педагогика фәндәре докторы Азат Сәлимйән улы Вәлиев әйтеүенсә, был бүлектә белем алыусы егеттәр һәр яҡлап ѳлгѳ итеп ҡуйырлыҡ, бигерәк тә спорт ѳлкәһендә һиҙелерлек уңышҡа ѳлгәшкәндәр. Киләһе уҡыу йылына бюджет нигеҙендә 10 кешегә күберәк студент алыу күҙаллана. Был—замана һәм йәшәгән тѳбәгебеҙ талабы.

Мәҡәләнең тулы вариантын гәзитебеҙҙең 46-сы һанында уҡығыҙ.

Резеда Усманова.

Һүрәттә: егеттәр автомобиль ҡоролошон ѳйрәнә.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap