Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 1 - 3 м\с ЮВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
«АҠ ТОРНАЛАР» БАЙРАМЫ
Untitled document

Ҡанлы яу ҡырынан ҡайтмай ҡалған

Һалдаттар ҡайсаҡ килә уйыма,

Тупраҡ булмаған улар, аҡ торнаға

Әүерелгәндер кеүек тойола.

(Р.Ғамзатов, «Торналар»).

Дағстандың халыҡ шағиры Рәсүл Ғамзатовтың «Торналар» йыры исем биргән «Аҡ торналар» тип аталған шиғриәт байрамы 1986 йылдың 6 авгусында тауҙар илендә авторҙың үҙе тарафынан башланғыс ала һәм быйыл ул Дағстанда 27-се тапҡыр ойошторолдо. Уның тѳп маҡсаты һәм асылы—тѳрлѳ һуғыштарҙа һәләк булған һалдаттарҙы иҫкә алыу. Был байрам шулай уҡ тыныслыҡ символы һәм тарихҡа дѳрѳҫ ҡараш тәрбиәләү сараһы ла.

Байрамдың барлыҡҡа килеү тарихына күҙ һалһаҡ, ул ун ике йәшлек япон ҡыҙы Садако Сасаки менән бәйле. Ҡыҙыҡай Хиросиманы ядро бомбаһына тотоуҙан һуң нур ауырыуына дусар була һәм 1955 йылда яҡты донъя менән хушлаша. Боронғо япон инаныуына ярашлы, кем ҡағыҙҙан мең торна яһай, шул үҙенә һаулыҡ юллай ала. Әммә ҡыҙыҡай ни бары 695 торна яһап ѳлгѳрә. Ҡалғандарын бѳтә донъянан балалар эшләп ебәрә. Садаконы мең ҡағыҙ торна менән ҡуша ерләйҙәр. Хиросимала Тыныслыҡ паркында торналарға арнап тәүге һәйкәл ҡуйыла. 1965 йылда Рәсүл Ғамзатов Японияла була һәм Садако яҙмышын ишетеп бик тетрәнә. Ошо ерлектә «Торналар» исемле шиғыр ижад итә. Композитор Ян Френкель шиғыр тексына музыка яҙа, йырҙы киң аудиторияға Марк Бернес сығара. Шулай итеп, бер шиғыр тарихынан оло бер байрам барлыҡҡа килә. Бѳгѳн шиғыр авторы Рәсүл Ғамзатов та, композитор Ян Френкель дә, йырсы Марк Бернес та юҡ—улар торналар тубында мәңгелеккә үҙ урындарын алған...

Элекке Советтар Союзы территорияһында ла торналарға арнап 24 һәйкәл һәм монументаль композициялар булдырылған.

Торна элек-электән күп халыҡтарҙа изге ҡош һаналған. Боронғо башҡорт риүәйәттәре араһында «Сыңрау торна» тигән легенда ла бар. Легендала бер яу ваҡытында торналарҙың нисек итеп башҡорт яугирҙәренә ярҙам итеүе бәйән ителә: торналар тубы кѳньяҡҡа юлланыр алдынан ҡысҡырышып бер-береһен саҡыра башлағас, дошмандар башҡорттарға ярҙам килә икән тип, ҡаса башлай. Һуңынан башҡорттар торнаны изге ҡош тип һанап, уға бағышлап «Сыңрау торна» кѳйѳн сығара. Быуаттар үткәс, танылған башҡорт шағиры Рәми Ғарипов был кѳйгә һүҙҙәр яҙа. Йырҙы киң тамашасы иғтибарына атаҡлы «Каруанһарай» тѳркѳмѳ сығарҙы.

22 октябрҙә Сибай тарих һәм крайҙы ѳйрәнеү музейында ла «Аҡ торналар» шиғриәт байрамы үтте. Байрам Дағстандың халыҡ шағиры Рәсүл Ғамзатовтың тыуыуына—90, Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына—94 һәм ике шағирҙың дуҫлығына 60 йыл тулыуға арналды.

Зал бик матур итеп биҙәлгән: тамашасылар ѳҫтѳндә ҡағыҙҙан эшләнгән аҡ торналар тубы, сәхнәлә музей экспозицияһынан алынған торна һындары. Мультимедиа проекторы ярҙамында экранда торналарға арнап ҡуйылған скульптура композициялары, һәйкәлдәрҙең фотоһүрәттәре сағыла. Былар бѳтәһе лә тамашасыларҙы шиғриәт донъяһына алып инеп китте.

Байрамда БДУ-ның Сибай институтының дѳйѳм филология һәм телмәр мәҙәниәте кафедраһы мѳдире, филология фәндәре кандидаты, доцент Зѳләйхә Камил ҡыҙы Сәфәрғәлина бѳйѳк шағирҙар—Рәсүл Ғамзатов менән Мостай Кәрим ижадтарының үҙенсәлеге тураһында һѳйләне. Артабан хоҡуҡ факультеты студенттары Бүләкҡолова Әлфиә, Ғәниев Заһир, Рәхмәтов Илмир һәм Әхмәтғәлин Хәйҙәр Рәсүл Ғамзатовтың һәм ул ойошторған «Аҡ торналар» байрамының һәр саҡ иң мәртәбәле ҡунаҡтары булған башҡорт Мостай Кәрим, балҡар Ҡайсын Кулиев, ҡалмыҡ Давид Кугультиновтың шиғырҙарын уҡыны. Был шағирҙар бѳтәһе лә үҙ халҡын артынан эйәртерлек шәхестәр булып, шиғриәттәре менән милли әҙәбиәттәрен донъя әҙәбиәте кимәленә үҫтереүселәр.

Сибай сәнғәт колледжы уҡытыусыһы Динар Ласыновтың «Торналар» йыры сараға матур биҙәк ѳҫтәне, Балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусыһы Юлиә Мѳхәмәтйәнованың бейеүе лә кѳслѳ алҡыштарға күмелде.

Байрамдың икенсе ѳлѳшѳ Мостай ижадына арналды. «Мостай Кәрим» энциклопедияһы проекты ѳҫтѳндә эшләгән «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексының мәғариф, фән һәм мәҙәниәт бүлеге менән тура видеобәйләнеш ойошторолдо. Белгестәр проект ѳҫтѳндә барған эш тураһында һѳйләне, байрамда ҡатнашыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.

Байрам тураһында Сибай яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе Әминә Миңлеғол ҡыҙы Яхина: «Мин үҙемде бик матур осор—ХХ быуаттың 60-70-се йылдарына әйләнеп ҡайтҡандай тойоп, ностальгияға күмелеп ултырҙым. Ул осорҙа шағирҙар араһында ғына түгел, ә бар халыҡтар араһында ла ысын мәғәнәһендә оло дуҫлыҡ йәшәй ине. Бѳгѳн рәсәйҙәр ѳсѳн тап ошо сифаттар етешмәй»,—тип фекерҙәрен белдереп, ойоштороусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

Байрамдан ололар ҙа, йәштәр ҙә яҡшы кәйеф менән таралышты, сѳнки юғары шиғриәт ѳлгѳләре барыһын да берләштерҙе, уйландырҙы, моңландырҙы.

Шулай ҙа саранан һуң ҡайһы бер нәмәләр уйға һалды: беҙҙең ҡала халҡы, айырыуса ҡала зыялылары, айырым учреждениелар һәм ойошмалар етәкселәре ҡала гәзиттәрендә иғлан бирелеүгә, күптәренә махсус саҡырыу ебәрелеүгә ҡарамаҫтан, ошондай сағыу һәм йѳкмәткеле кисәләргә йѳрѳмәй. Ә бит тап ошондай саралар быуындарҙы быуындарға, замандарҙы замандарға бәйләй һәм тоташтыра, күңел бѳтѳнлѳгѳ, рух ныҡлығы тәрбиәләй.

Әмир Ҡотлоәхмәтов,

филология фәндәре кандидаты, БДУ-ның Сибай институты доценты.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap