Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
01.11.2013
ДЕПУТАТТЫҢ ТӘҮГЕ ҠАБУЛ ИТЕҮЕ
Untitled document

Гѳлдәр ҠАДАЕВА

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы—Ҡоролтай депутаты Эльвира Ринат ҡыҙы Айытҡолова Сибай ҡалаһына тәүге эш сәфәре яһаны. Дәүләт власының закондар сығарыу органына яңы һайланған депутат мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте буйынса комитет рәйесе вазифаһын башҡара. Ҡаланың «Берҙәм Рәсәй» Бѳтә Рәсәй сәйәси партияһының йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә Эльвира Ринат ҡыҙы халыҡты ҡабул итте.

Депутатҡа тѳрлѳ үтенестәр менән 7 кеше мѳрәжәғәт итте. Һәр ваҡыттағыса халыҡ торлаҡ-коммуналь түләүҙәргә хаҡтың артыуына зарланды. Социаль торлаҡ юллауҙа ярҙам һораусылар ҙа булды. Ҡаланың Балалар художество мәктәбе һәм гимназия-интернат етәкселәре яңы бина кәрәклеген белдерҙе. Улар яңы учреждениелар тѳҙѳлѳшѳ проектын 2014-2015 йылдарҙа Республика адреслы инвестицион программаһына индереүгә булышлыҡ итеүҙә ярҙам һораны. «Ирәндек» боҙ һарайы хоккейсылары ярыштарға йѳрѳү ѳсѳн үҙ техникаһы булыуын теләй. Ҡаланың Байыҡтырыусылар ҡасабаһында йәшәүселәр урында балалар баҡсаһы тѳҙѳлѳүен үтенде.

Депутат һәр кешене иғтибар менән тыңлағандан һуң, һорауҙарҙы теркәп барыуын һәм ҡулынан килгәнсе ярҙам итәсәген белдерҙе.

—Был тѳбәктә изге күңелле, алсаҡ халыҡ йәшәүе тураһында ишетеп белә инем. Бѳгѳнгѳ ҡабул итеүҙә шуға шаһит булдым. Мѳрәжәғәт итеүселәрҙең үҙ мәнфәғәттәрен түгел, уҡыусылары, тәрбиәләнеүселәре, ғѳмүмән, балалар үҫеше ѳсѳн мѳһим мәсьәләләр күтәреүе оҡшаны. Хәл итеп булмай торған проблемалар юҡ. Күтәрелгән мәсьәләләр барыһы ла ҙур финанс сығымдар талап итә. Тик киләһе йылға республика бюджеты һалынғанлыҡтан, теге йәки был мәсьәләне тиҙ генә тормошҡа ашырыу бик ауыр буласаҡ. Шулай ҙа тѳшѳнкѳлѳккә бирелергә ярамай, сѳнки һорауҙарҙың күбеһе күптән күтәрелеп килә. Мәҫәлән, Сибай гимназия-интернатына яңы бина кәрәклеге Президентыбыҙ Рѳстәм Зәки улына күптән мәғлүм. Тотош Урал аръяғы тѳбәгенең һәләтле балалары белем алған мәктәптә уҡыусылар һанын арттырырға кәрәк. Йәш хоккейсылар, шорт-трексылар, фигуралы шыуыусылар тәрбиәләгән «Ирәндек» боҙ һарайы ла үҫешергә тейеш. Башҡа ерҙәрҙә тренерҙарҙы ҡыҫҡартыу барһа, бында штаттың һаҡланып ҡалыуы ҡыуаныслы,—тине Эльвира Ринат ҡыҙы, осрашыуға йомғаҡ яһап.

Депутат шулай уҡ ҡала янындағы ҡасабаларҙың йылдам үҫешеүен, йәштәрҙең күп булыуын билдәләп үтте. Бындай тѳбәккә һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер булыуын да һыҙыҡ ѳҫтѳнә алды.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap