Сибайҙа һауа торошо:
-23, -25 ° C 1 - 3 м\с C
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
01.11.2013
ИЛ ҠЕҮӘТЕ―БЕРҘӘМЛЕКТӘ
Untitled document

Быйыл 4 ноябрҙә Рәсәй халҡы һигеҙенсе тапҡыр Халыҡтар берҙәмлеге кѳнѳн билдәләйәсәк. Был байрам Ватаныбыҙ тарихындағы данлы ваҡиға—1612 йылда Минин һәм Пожарскийҙың халыҡ ополчениеһы тарафынан Мәскәүҙе сит ил баҫҡынсыларынан азат итеүе, бойондороҡһоҙ Рәсәй дәүләтселеген тергеҙеүе хѳрмәтенә булдырылды. Шулай ҙа календарҙа ҡыҙыл дата булараҡ билдәләнгән байрамдың әһәмиәтен генә түгел, уның нисек аталыуын белмәгән замандаштарыбыҙ ҙа осрап ҡуя. Халыҡтар берҙәмлеге кѳнѳнѳң әһәмиәтен уҡыусыларға анығыраҡ аңлатыу маҡсатында тѳбәгебеҙ зыялыларына, тарихсыларға мѳрәжәғәт иттек.

Альбина Йәрмуллина, БДУ-ның Сибай институты доценты, тарих фәндәре кандидаты:

—1612 йыл илебеҙ тарихында ауыр йылдар булараҡ билдәле. Нәҡ шул ваҡытта тәхеткә 17 ялған батша дәғүә итә, Рус дәүләте ерҙәренә поляктар һәм шведтар һѳжүм яһай. Ул ғына түгел, тәбиғәт үҙ ҡаршылыҡтарын күрһәтә: ямғыр яумай, иген уңмай, аслыҡ башлана, кѳҙ миҙгелендә үк ҡар яуып һалып ҡуя. Дәүләттең емерелеп килеүенә түҙмәй, шул уҡ ваҡытта уны сит ил баҫҡынсыларынан азат итеү маҡсатында Минин һәм Пожарский етәкселегендәге ғәскәр берҙәм рәүештә яуға күтәрелә. Ниндәй диндән, милләттән, социаль ҡатламдан булыуына ҡарамаҫтан, халыҡты илһѳйәрлек тойғоһо берләштерә.

Мәғлүм булыуынса, 2004 йылдың 16 декабрендә Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы «Хәрби дан кѳндәре тураһында» Федераль законға ѳҫтәмәләр индерҙе һәм 2005 йылдың 4 ноябре Халыҡтар берҙәмлеге кѳнѳ булараҡ билдәләнә башланы.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был байрамды ошоға тиклем 7 ноябрҙә уҙғарылып килгән Октябрь Революцияһы байрамы менән бутаусылар ҙа бар. Эйе, улар икеһе ике тѳрлѳ ваҡиғаны данлаһа ла, маҡсаты—тѳрлѳ милләт хеҙмәтсәндәренең халыҡ-ара берҙәмлегенә, азатлығына ҡайтып ҡала.

Мѳхәмәт Рәхмәтуллин, Хәйбулла районындағы Рәсәй Пенсия фонды идаралығы начальнигы:

—Бѳгѳнгѳ заман күҙлегенән ҡарағанда, Халыҡтар берҙәмлеге кѳнѳ яҡты киләсәккә, дуҫлыҡҡа ѳндәй. Был байрамды билдәләп, беҙ күп милләтле Рәсәй халҡының берҙәмлегенә, ауыр һынауҙар осоронда бѳйѳк Ватаныбыҙҙы һаҡлап ҡалған ил халҡының барлыҡ быуындарына тәрән ихтирам белдерәбеҙ. Халыҡтарҙың берләшеүе—Тыуған илебеҙҙең ҡеүәтен нығытыуҙың һәм уның бѳйѳклѳгѳн тергеҙеүҙең иң мѳһим сығанағы.

Башҡортостан Республикаһының, шул иҫәптән Хәйбулла районының ҡаҙаныштары—үтелгән тарихи юлдың уңышлы, юғары дәрәжәлә ыңғай булыуына ышаныслы дәлил ул. Беҙҙең районда ла тѳрлѳ милләт кешеләре берҙәм булып донъя кѳтә. Тотош тиерлек сыуаштар, рустар йәки украиндар йәшәгән ауылдар бар. Уларҙың береһендә лә башҡа халыҡтарҙы ҡыйырһытыу, кәмһетеү кеүек етешһеҙлектәрҙе күргәнем юҡ. Киләсәктә лә шулай берҙәм булып йәшәргә яҙһын.

Фуат Сѳләймәнов, тарих фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының тѳбәк тикшеренеүҙәр институтының тарих-гуманитар лабораторияһы мѳдире, БДУ-ның Сибай институты доценты:

—1612 йылда булып үткән тарихи ваҡиғаларға әллә ни иғтибар бирелмәй килде. 2005 йылдан Халыҡтар берҙәмлеге кѳнѳн билдәләй башлау Рәсәй халҡы ѳсѳн оло әһәмиәткә эйә, тип уйлайым. Ул халыҡты берҙәмлеккә саҡыра. Ҡайһы бер илдәрҙә һуғыштар сығып торған мәлдә, ошо идеяны лозунг итеп алға ҡуйыу үҙ һѳҙѳмтәһен бирмәй ҡалмаясаҡ.

Быуаттар дауамында Башҡортостан, илдең ышаныслы тѳбәктәренең береһе булараҡ, һәр саҡ Рәсәй менән бергә булды. 1612 йылғы ваҡиғаларҙа ла башҡорт атлылары баҫҡынсыларҙы ҡыуып сығарыуға тос ѳлѳш индергән.

Данил ӘБДЕЛҒАЗИН яҙып алды.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap