Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 3 - 5 м\с СВ
Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
06.11.2013
МӘҘӘНИӘТ УСАҠТАРЫ ХАЛЫҠ ТОРМОШОН ЙӘМЛӘЙ
Untitled document

Гѳлдәр ҠАДАЕВА

Үткән аҙнала Сибай ҡалаһына эш сәфәре менән Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Ә.И.Шафиҡова килде. Әминә Ивний ҡыҙы таусылар ҡалаһының мәҙәниәт усаҡтары эшмәкәрлеге менән танышты, шәхси һорауҙар буйынса халыҡты ҡабул итте.

Министр иң башта быйыл 20-се ижади миҙгелен асыусы Сибай филармонияһына юлланды. 2013 йылдың 1 октябренән был мәҙәниәт усағы ҡаланың «Сулпан» балалар театры менән ҡушылып, концерт-театраль берекмәһенә әүерелһә лә, халыҡ телендә филармония булып ҡала. Әминә Ивний ҡыҙы хәҙер инде бер коллективҡа ойошҡан ижади тѳркѳмгә тик уңыштар теләне.

—Стәрлетамаҡта ла ошондай уҡ хәл булды. Әле улар гѳрләтеп эшләй, бер-береһен тулыландырып, сағыу тамашалар ҡуя. Һеҙҙән дә шундай яҡшы һѳҙѳмтәләр кѳтәбеҙ,—тине министр, осрашыуҙы асып.—Әлбиттә, беҙҙең яҡтан бинаны капиталь ремонтлауға, башҡа кәрәк-яраҡтарға ярҙам буласаҡ. Тѳрлѳ кимәлдәге гранттарға дәғүә итеү ѳсѳн күләмле мәҙәни саралар әҙерләгеҙ. Киләһе йылдың Мәҙәниәт йылы тип иғлан ителеүе—беҙҙең ѳсѳн ҙур ҡыуаныс. Бергәләшеп эшләгәндә һѳҙѳмтәләргә ирешергә була. Сибайҙың Урал аръяғы ѳсѳн мәҙәни усаҡ булыуын беләбеҙ. Киләсәктә лә ошо юлдан тайпылмай, алға ынтылырға кәрәк.

Артистар эш хаҡына, торлаҡ, транспорт мәсьәләләренә ҡағылышлы һорауҙар күтәрҙе. 20-се миҙгел уңайынан оҙаҡ йылдар эшләүсе сәнғәт оҫталарына маҡтаулы исемдәр юллау тураһында ла әйтелде. Сибай йырсы-бейеүселәренең министрға үтенестәре лә күп булды. Йәштәр Хѳкүмәт кимәлендәге концерттарҙа, сит илдәрҙә сығыш яһарға теләүҙәрен белдерҙе.

Министр вазифаһында таусылар ҡалаһына тәүге эш сәфәре булғанлыҡтан, Әминә Ивний ҡыҙы ҡаланың тарих-крайҙы ѳйрәнеү музейын тулыһынса ҡарап сыҡты. Артабан Ә.И.Шафиҡова Сибай сәнғәт колледжында булып, уҡыу йортоноң эшмәкәрлеге менән танышты. «Сулпан» балалар театрының да бѳгѳнгѳ торошон үҙ күҙҙәре менән күрҙе.

Ҡала хакимиәтендә булған ҡабул итеүҙә министрға сәнғәткә, мәҙәниәткә битараф булмағандар мѳрәжәғәт итте. Ҡаланың Халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәге, Балалар музыка мәктәбе, филармония, А.Мѳбәрәков исемендәге Сибай дәүләт драма театры етәкселәре, «Сулпан» балалар театры артистарының эштәренә ҡағылышлы шәхси һорауҙарын Әминә Ив-ний ҡыҙы хәл итергә тырышасағын белдерҙе.

Сәфәре һуңында Ә.И.Шафиҡова А.Мѳбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында Халыҡтар берҙәмлеге кѳнѳ айҡанлы ойошторолған байрам тантанаһында ҡатнашты. Был кѳндѳ тиҫтәләгән кеше ҡала етәкселеге һәм министр ҡулынан дәүләт наградалары алып ҡыуанды (һүрәттә).

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap