Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 2 - 4 м\с Ю
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
08.11.2013
ҺӘР КЕСКӘЙГӘ ШАТЛЫҠ БҮЛӘК ИТЕП…
Untitled document

Данил ӘБДЕЛҒАЗИН

Башҡа тѳбәктәрҙәге кеүек, Хәйбулла районында ла балалар баҡсаларында урындар етешмәүе киҫкен мәсьәләләрҙән иҫәпләнә. Әммә был ҡул ҡаушырып ултырыу тигәнде аңлатмай. Тѳбәк етәкселеге хәстәрлеге менән ошо юҫыҡта маҡсатлы эштәр башҡарыла. Улар иҫәбенә былтыр район үҙәгендә ҡалҡып сыҡҡан «Шатлыҡ» балалар баҡсаһын да индерергә мѳмкин.

—Был баҡса Аҡъяр халҡы ѳсѳн кѳтѳп алған бүләк булды,—тип ҡаршы алды беҙҙе мѳдир Айгѳл Фәрит ҡыҙы Кәримова. —Заман талаптарына ярашлы тѳҙѳлгән объект 240 балаға иҫәпләнгән. Кескәйҙәр ѳсѳн уңайлы шарттар тыуҙырҙыҡ. Уйын, һүрәт тѳшѳрѳү, компьютер бүлмәләре, спорт һәм бейеү залдары—барыһы ла балаларҙың һәләттәрен асыуға булышлыҡ итәсәк.

Әлеге ваҡытта 12 тѳркѳм эшләп килә, шуларҙың 6-һы башҡорт тѳркѳмѳ. Уларҙың һәр береһе исеменә ҡарап йыһазландырылған. Мәҫәлән, «Ҡурайҡай» бүлмәһендә милли музыка ҡоралыбыҙ ҡурай иғтибарға алынһа, «Ҡарлуғас» тѳркѳмѳнѳң стеналарына, тәҙрә пәрҙәләренә тиклем ҡарлуғас һүрәте тѳшѳрѳлгән. Аҙыҡ-түлек һәм хужалыҡ блоктары, душ кабиналары заманса итеп эшләнгән. Йәғни, хеҙмәткәрҙәргә тырышып эшләү, балаларға яҡшы тәрбиә биреү, шатлыҡ бүләк итеү йәһәтенән барыһы ла бар бында. Шатлыҡ тигәндәй, балалар баҡсаһына исем уйлау йәһәтенән конкурс та иғлан ителгәйне. Ниндәй генә атамалар тәҡдим ителмәгән унда. Әммә ошо учреждениены тѳҙѳүҙә ҡатнашҡан тѳҙѳүсенең тәҡдиме—«Шатлыҡ» атамаһы барыһына ла оҡшаған. Кескәйҙәргә тик шатлыҡтар бүләк итһен был баҡса, тигән ниәт менән һайланған был исем.

Бер коллективҡа тупланып эш башлауҙарына әллә ни күп ваҡыт үтмәһә лә уңыштары ла бихисап. Быларҙың барыһы ла етәксенең тынғыһыҙлығы, эшһѳйәрлеге менән дә бәйләнгән.

—Район, республика кимәлендә ниндәй генә саралар уҙғарылмаһын, барыһының да уртаһында ҡайнарға тырышабыҙ. Сѳнки бындай бәйгеләр беҙҙе үҫтерә генә,—ти мѳдир.

Ысынлап та, спорт ярыштары булһынмы, әҙәби-мәҙәни саралармы—береһенән дә еңеүһеҙ ҡайтмай улар. Уңыштың нигеҙен тәү сиратта теләк һәм дәрт тәшкил итеүен ошонда күрәбеҙ ҙә инде.

Кем генә бала сағын мѳғжизә итеп хәтерләмәй икән?! «Шатлыҡ»та ла ғәмһеҙ саҡты онотолмаҫлыҡ итеү йәһәтенән бар мѳмкинлектәр ҡулланыла икән, ҡыуанырға ғына ҡала.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap