Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       
 
08.11.2013
«ЭҪЕ ЭҘҘӘР» БУЙЛАП…
Untitled document

Рәсәй эске эштәр министрлығының Сибай ҡалаһы буйынса бүлегенең һорау алыу бүлексәһендә үҙ эшен яҡшы белгән 11 хеҙмәткәр эшләй. Полиция хеҙмәткәрҙәре кѳнѳ алдынан урындағы тәртип һаҡлау бүлегендә юғары һѳҙѳмтәләргә ѳлгәшеүселәрҙең береһе булып танылған һорау алыу бүлексәһе начальнигы, полиция майоры Р.И.Вафин менән һѳйләшеү форсаты тейҙе.

—Ришат Ишмѳхәмәт улы, һеҙҙең хеҙмәттең эше нимәнән ғибәрәт?

—Хоҡуҡ, тәртип һаҡлау органы булараҡ, тәүһорау алыу бүлеге хеҙмәткәрҙәре енәйәт ҡылынған урынға беренселәрҙән булып саҡыртыла. Енәйәттең кем тарафынан ҡылыныуын асыҡлауҙа кире ҡаҡҡыһыҙ дәлилдәр табыусы дознавателдәр ҙур роль уйнай. Беҙҙең эштә бәләкәй генә деталь дә ҙур әһәмиәткә эйә. Йәғни, һорау алыу хеҙмәте енәйәтте асыҡлау һәм тикшереү менән булыша. 30 кѳн эсендә һорау алыу эштәрен, енәйәт эшен тикшереүҙе тамамлап, артабан ҡарау ѳсѳн тейешле бүлексәгә тапшырырға тейешбеҙ.

—Тимәк, енәйәт эшенең ни тиклем тиҙ асылыуы һеҙҙең хеҙмәткә ныҡ бәйләнгән?

—Әлбиттә, шуға ла хеҙмәткәрҙәргә ал-ял белмәй эшләргә тура килә. «Эҫе эҙҙәр» буйлап тиҙ генә эшләгәндә, һѳҙѳмтәләргә ирешергә була. Зарланмайым, коллектив татыу, берҙәм. Ун бер кешенең дүртәүһе ҡатын-ҡыҙ. Бүлектә оҙаҡ йылдар эшләгән ѳлкән дознавателдәр Рауил Йосопов, Фәнис Иҙрисов, Эльвира Илбулова алыштырғыһыҙ белгестәр. Рѳстәм Ишкилдин, Владислав Васильев та уларҙан ѳлгѳ алып, тырышып эшләп йѳрѳй. Һандарға күҙ һалһаҡ, эшебеҙҙең һѳҙѳмтәләре асыҡ сағыла. Әйтәйек, былтыр ошо мәлгә ҡәҙәр 280 енәйәтте асыҡлауға ѳлгәшһәк, быйыл 260 енәйәт эшен асыуҙа булышлыҡ иттек. Енәйәт осраҡтарының 20-гә кәмеүе ул тотош ҡала эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәренең профилактик эш алып барыуы һѳҙѳмтәһелер, тип уйлайым.

—Енәйәт тѳрлѳ була, ә бына бер-береһенә ныҡ оҡшағандары осраймы?

— Ҡайһы ваҡыт осрап ҡуя. Ҡалала уғрылыҡ, айырыуса кеҫә телефоны урлау кѳслѳ. Тән йәрәхәттәре алыусылар, кѳнкүрештә йәберләнгәндәр күпләп мѳрәжәғәт итә. Һәр бер эште асыҡларға, тикшерергә тырышабыҙ.

—Бүлексәне ҡасандан етәкләйһегеҙ?

—Быйылғы йылдың йәйенән был вазифаламын. Ҡаланың эске эштәр бүлегендә 2002 йылдан эшләйем. Әбйәлил районының Асҡар ауылы мәктәбен тамамлап, БДУ-ның Сибай институтының юридик факультетында белем алдым. Кѳндѳҙгѳ бүлектә уҡып йѳрѳһәм дә, 4-се курста ошонда дознаватель булып эш башланым. Аҙаҡ ѳлкән дознаватель булдым.

Эшебеҙ ауыр, әммә һәр кемебеҙҙең тылы ышаныслы, хеҙмәткәрҙәремдең ҡатындарына, ирҙәренә түҙемлек теләйем. Минең ҡатыным Эльвира ла, ҡыҙым да эштән ҡайтҡанымды кѳтѳп ала.

—Байрам уңайынан хеҙмәттәштәрегеҙгә ниндәй теләктәр теләр инегеҙ?

—Сәләмәтлек, ғаилә именлеге, тырышлыҡ һәм уңыштар, тыныс тормош теләйем.

Гѳлдәр Ҡадаева әңгәмәләште.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap