Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 1 - 3 м\с ЮВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
ЕТЕ БЫУЫНЫ ИШЕТЕР ЙЫР БУЛЫП ТАНЫЛДЫ УЛ…
Untitled document

 

Миләүшә ХАБИЛОВА

Кеше бер кѳндә генә бѳйѳк һәм абруйлы булып китмәй. Һәр билдәле шәхестең дә ялан аяҡлы бала сағы, дәртле һәм шаян йәшлеге, уларға ярашлы тормошоноң тѳрлѳ осорҙары бар. Ҡайҙалыр зәңгәр томандар, бейек тауҙар, тәрән үҙәндәр аръяғында ҡалғандай булған үткәндәр ҙә яңғыҙ түгелдәр бит. Уларҙы ла кемдәрҙер һинең кеүек үк хәтерләй, һағына, әленән-әле иҫендә барлап, һѳйләп, юҡһынып ала. Ә инде ул хәтирәләр билдәле шәхестәргә бәйле булһа бигерәк тә. Сибай ҡалаһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев менән йәшлек йылдарында юлдары киҫешкән бер пар йәшәй. Улар—ветеран уҡытыусылар Әминә апай һәм Рәүеф ағай Бикташевтар. Әминә апай Рауил Бикбаев менән тѳркѳмдәш булһа, Рәүеф ағай йәштәш булып аралашып йѳрѳй.

Бынан биш тиҫтә йылдар әүәле Рәүеф ағай бер тѳркѳм егет-елән менән Ѳфѳ ҡалаһының Киров урамындағы ятаҡта уҡырға инеү ѳсѳн имтихандарға әҙерләнеп ята. Ун бишләгән йәш кеше араһында филология факультетына килеүселәр ҙә, тарихсылар ҙа, математиктар ҙа була. Имтихандар бѳткәс, былар йыйылып хушлашыу кисәһе үткәрмәксе була. Йәштәр Рәүеф ағайҙың гармун моңо аҫтында теттереп бейей ҙә, һыҙҙырып йырлай ҙа. Шул ваҡыт йәш Рауил гармунсының гармунынан күҙен алмай текәлеп тыңлай, хатта килеп яурынына ҡулын һалып, «Эх!» тип ҡулдарын һелтәп ебәреп хисләнеп китә. Башҡортостандан сит ѳлкәлә үҫкән егеттең йәш-елкенсәктең башҡортсалап тыпырлап бейеүен дә, гармунға ҡушылып йырлауын да, бәлки, тәүге күреүе булғандыр, тигән һығымта яһай был тәңгәлдә элекке гармунсы.

Уҡыуҙар башланғас, тәүге йылдарҙа уҡ Рауил Бикбаев, Әнис Зәйнуллин кеүек яҙышыуға һәләтлеләр айырылып күренә башлай. Дәртләнеп хикәйәләр ижад иткән Әлшәй егете Әнистең, үкенескә ҡаршы, ғүмере иртә ѳҙѳлә, әллә күпме яҙылмаған әҫәр уның менән китә. Ә Рауил Тѳхвәт улы, әле студент ҡына булыуына ҡарамаҫтан, Рәми Ғарипов, Мостай Кәрим кеүек абруйлы яҙыусылар йәнәшәһендә йыш күренә, тегеләре лә уға тиң күреп, ҡәләмдәш тип ҡарай.

Рәүеф ағай: «Рауил Бикбаев тәүге шиғырҙарының береһендә үк, Ағиҙелдең текә ярында милләттәштәрен алға әйҙәгәндәй ҡулын һуҙып Салауат һәйкәле торасаҡ»,—тип яҙғайны, ти. Ә ул ваҡытта С.Юлаев һәйкәле торған әлеге урын бары ҡаялы таш ҡына булған. «Шағир ул ваҡытта Тавасиевтың Салауаттың һәйкәлен эшләүен белдеме икән, уның тап Ағиҙел ярына ҡуйылыуын ишеттеме икән—белмәйем. Әллә тойомлауы шул ҡәҙәр кѳслѳ булдымы икән? Шуны бер үҙенән һорармын әле»,—тип ҡуя ветеран уҡытыусы.

Әминә Бикташева, халыҡ шағирының тѳркѳмдәше булараҡ, уны тѳплѳ белемле, етди, әҙәбиәткә, сәнғәткә ғашиҡ хисле егет ине, тип хәтерләй. «Педучилище белеме менән килеүе лә булышлыҡ иткәндер инде, ул уҡыуҙа һәр ваҡыт алдынғы булды, күп белеүе менән айырылып торҙо. Мәҙәнилеге, хислелеге, йәштәштәре күрә һәм аңлай алмағанды ҡағыҙға тѳшѳрѳп, шиғырҙар ижад итеүе лә уны бер башҡа ѳҫкә күтәрә, хѳрмәт менән ҡарарға мәжбүр итә ине. Беҙ уның бѳтәбеҙ кеүек түгеллеген һиҙеп, шағирлығын аңлап, ихтирам иттек, яраттыҡ»,—тип ихлас һѳйләй апай тѳркѳмдәше хаҡында.

Рәүеф ағай шағирға бәйле ҡыҙыҡ хәлдәрҙе лә иҫкә тѳшѳрѳп, кѳлдѳрѳп алды. Һуңғы курстарҙа студенттар ѳйләнешә, ғаилә ҡора башлай. Туй булғас, һыйы ла кәрәк. Ә студент халҡына ул һыйҙы ҡайҙан алырға? Сығыу юлын таба йәштәр—туйҙарға бал ҡоя башлай. Рауил менән Фәриҙә лә ѳйләнешергә хәл иткәс, кейәү буласаҡ егет йүгереп йѳрѳп бал ҡойорға мискә эҙләй. Ә ул ваҡытта Рәүеф ағай бал әсетеп һатыусы бер әбейҙә фатирҙа торған була. Егеттәр үтенгәс, Рәүеф ағай әбейҙән теге мискәне һорап алып бирә. Бал ҡойола, һажлап ҡайнап китә. Тик мискәнең һауа сығыу ѳсѳн эшләнгән кескәй бѳкѳһѳн алып ҡуйыу бер кемдең дә башына килмәй. Теге ҡарсыҡ та иҫкәртмәгән. Туй алдынан ғына шартлай бит был мискә! Һый менән ятаҡтың иҙәне йыуыла, ә мискә ѳсѳн ҡарсыҡ алдында ҡаты яуап тоторға тура килә. Туй ыжғыр балһыҙ ҙа күңелле үтә.

Әминә Бикташева, һәүәҫкәр композитор булараҡ, элекке тѳркѳмдәшенең—бѳгѳнгѳ халыҡ шағирының ике тиҫтәгә яҡын шиғырын кѳйгә һалған, уларҙы тѳрлѳ йырсылар яратып башҡара. Мәҫәлән, «Әсәй, мине таңда уят әле», «Хайран ҡалырлыҡ», «Саҡ-Суҡ», «Әле башым күккә тейә», «Бәпембә» кеүек йырҙар радио тулҡындарынан тѳшмәй. Ни ѳсѳн тап Рауил Бикбаевтың шиғырҙарына күңел һалыуын һәүәҫкәр композитор түбәндәгесә аңлата:

—Һәр әҫәре романға торошло, эстәлекле, фәһемле, иҫ китмәле фәлсәфә уларҙа. Яңыраҡ шағирҙың «Ташҡын» шиғырын ҡыҫҡартып кѳйгә һалдым. Бик тетрәндерҙе ул мине. Ә бына «Иҫ белгәнемдән донъяға...» тигән шиғырында ул: «Ете быуыным ишетер йыр булғым килә»,—ти. Ете быуыны ғына түгел, ете тарафтағы милләттәштәре ѳсѳн мәңге һүнмәҫ моңло йыр бит ул шағирыбыҙ ижады!

Бикташевтар йәшлек дуҫтарына артабан да уңыштар, илһамлы, ҡомарлы ижад, уҡыусыларының һѳйѳүенә, хѳрмәтенә тѳрѳнѳп, яңынан-яңы әҫәрҙәре менән ҡыуандырып оҙон-оҙаҡ ғүмер итеүен теләй. Беҙ ҙә гәзит уҡыусыларыбыҙ менән был изге теләктәргә ихлас ҡушылабыҙ.

Һүрәттә: тѳркѳмдәштәр Октябрь демонстрацияһында. Р.Бикбаев артҡы рәттә уңдан беренсе, Ә.Бикташева—алда уртала. 1950 йыл.

 

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap