Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 1 - 3 м\с ЮВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       
 
ХАЛЫҠ ШАҒИРЫ БЕҘҘӘ ҠУНАҠТА
Untitled document

Иртәгә, 13 ноябрҙә, бәрәкәтле Сибай ере мәртәбәле ҡунаҡ—Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевты ҡабул итәсәк. Был кѳндѳ хѳрмәтле шәхес БДУ-ның Сибай институтында, Сибай педагогия колледжында булып, йәштәр менән осрашасаҡ. Ә кискеһен 17.00 сәғәттә А.Мѳбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында халыҡ шағирының ижад кисәһе үтәсәк. Ә инде 14 ноябрҙә арҙаҡлы шәхес Баймаҡ халҡы менән осрашасаҡ.

Рауил Тѳхфәт улы Бикбаев башҡорт әҙәбиәтенә, сәнғәтенә ифрат талантлы, һоҡланғыс шәхестәр биргән Ырымбур тарафтарында, йәмле Туҡ-Соран буйҙарында тыуып үҫкән. Ул—Башҡортостандың халыҡ шағиры, күренекле йәмәғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. Шулай уҡ оҙаҡ йылдар дауамында Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләп, халҡыбыҙ ѳсѳн баһалап бѳткѳһѳҙ эштәр башҡарыусы ғалим да. Рауил Тѳхфәт улы Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы—Ҡоролтай депутаты булып эшләгән осорҙа ла халҡы ѳсѳн янып, ябай кешеләрҙең проблемалары менән борсолоп йәшәне, һайлаусылар мәнфәғәтендә бихисап изге эштәр башҡарҙы.

Рауил Бикбаевтың шиғриәтендә тыуған ергә һѳйѳү, халҡыбыҙ тарихы менән ғорурланыу, уның киләсәге ѳсѳн борсолоу һәр ваҡыт үҙәккә ҡуйыла. Милләтебеҙ ѳсѳн тѳрлѳ сетерекле замандарҙа ул иң кәрәкле һүҙҙе иң тейешле ваҡытта әйтә белгән халыҡ улы, милләтебеҙҙе әйҙәүсе булды. Бына шуға ла уның шиғри юлдары уҡыусыларҙың рухи юлдашына әйләнгән, улар телдән-телгә күсә, сәхнәләрҙә яңғырай, дәреслектәргә ингән.

Бѳгѳн гәзит уҡыусылар иғтибарына халыҡ шағирының ижадынан шиғри шәлкем тәҡдим итәбеҙ.

Мостай Кәримгә

Бигерәк сәйер килде быйылғы ҡыш:

Йәйҙәй алсаҡ кисте ѳркѳтѳп,

Ябырылды ергә ҡарлы дауыл,

Алмашынды миҙгел тик бер тѳн.

Сентябрҙең ҡарлы был дауылы

Донъяларҙы нисек бутаған!

Аҡ ҡарҙарға ауған ағастарға

Ҡарайым да тағы туҡталам.

Сурт һынғандар һомғол ҡарағайҙар,

Йығылғандар ялбыр шыршылар.

Яндарында баҫҡан иптәштәре

Таңды инде моңһоу ҡаршылар.

Керпек-энәләрҙә боҙло йәштәр,

Кѳнгә ҡарап, яна-ҡуҙлана.

Урман ситендәге олпат имән

Ѳнһѳҙ генә үкһей-һыҙлана.

Был ерҙәрҙе һыҙырып нисәнсе ҡат

Ғәрәсәттең үткән хәтәре.

Үҙ яраһын һаҡлай имән тәне,

Ил яраһын һаҡлай хәтере.

Дауылдарҙы йырып сыҡҡандарға

Дауыл менән алышып ауғандың

Хыялдары күсә, барыһы күсә—

Улар күрмәй-тоймай ҡалғандың.

Улар яурынында һайрар ҡоштар

Ҡунып һайрар иҫән олонға,

Улар яурынына тѳшѳр ҡайғы

Бысаҡ ҡайрай иҫән олонға.

Яуҙа алышып ауған һалдат кеүек,

Ҡарҙа ята йәп-йәш ҡарағай.

Тик, күңелем, мәғрүр был имәнгә,

Дауыл күрмәгән, тип ҡарама.

БАЛА САҒЫН ҺАҒЫНАМ БАЛАМДЫҢ

Тәпәй баҫып, атлап китеүҙәре,

Теле асылғанын кѳтѳүҙәрем...

Телдәренән ул саҡ бал тамды...

Бала сағын һағынам баламдың.

Сабый мине мең һорауға күмә,

Таң шикелле бите алланып.

Сылтыр шишмә кеүек кѳлѳүҙәре...

Бала сағын һағынам баламдың.

Мин үҙем дә ул саҡ бала әле,

Алсаҡ ҡына әле күргәнем,

Шатлыҡ ҡына әле тиргәндәрем,

Йәш бѳркѳттәй ҡанат киргәнем.

Кѳндәремә әле яғылмаған

Күләгәһе шиктең, ялғандың.

Сабый ҡарашындай яҡты кѳндәр!

Бала сағын һағынам баламдың.

Хәҙер инде мине һиҫкәндерә

Шылт иткәне хатта донъяның.

Минең ѳсѳн иҫке хәҡиҡәттәр,

Улым ѳсѳн әле ѳр-яңы.

Беҙгә хәҙер бергә күтәрергә

Иңебеҙгә яҙмыш һалғанды.

Ѳмѳт менән, хәүеф-хафа менән

Күҙҙәренә бағам баламдың,

Йѳҙҙәренә бағам замандың.

ЯПРАҠ ЕЛЕ

Фәриҙәгә

Шәмсыраҡтай теҙелеп юлыбыҙҙа

Елбер-елбер дѳрләй йәш усаҡтар.

Кисәге кис, ошо юлдар буйлап,

Килеп сыҡтыҡ кеүек йәш саҡҡа.

Ә урмандар ѳр-яңы бер тѳҫтә,

Буяуҙары шундай сағыуҙар.

Тѳҫтәр күҙҙе ҡамаштырыр был ер

Әйләндерә икән сабыйға.

Әллә ниндәй серҙәр йәшергәндәй

Һәр ҡыуаҡтың селтәр ҡорғаны.

Ысын донъя бында—әкиәт кеүек,

Әкиәттәрең—ысын торғаны.

Беҙ ышандыҡ: алыҫ-алыҫтарҙа

Аҙашыр ҙа килмәй ҡалырҙар,

Кѳҙҙѳң йәмен һыҙырып үтә торған

Япраҡ еле, мыжыҡ ямғырҙар.

Ҡыҙынырбыҙ ҡайын ялҡынында,

Ҡыҙыл усағында миләштең.

Беҙ ҙә бит һәр ҡайын, һәр миләшкә

Шатлығыбыҙ тигеҙ ѳләштек.

Тик донъяға бѳгѳн нимә булған?

Донъя менән бергә сайҡалам:

Тѳн эсендә, тик бер тѳн эсендә

Һыу һипкәндәй һүнгән сауҡалар.

Япраҡ еле, һалҡын япраҡ еле

Аҫылынған һайын олонға,

Ус-ус булып, еүеш ергә йығылып,

Япраҡ-ҡуҙҙар моңһоу һыуынған.

Ыжғырып та иҫә япраҡ еле,

Тѳҫтәр һүнә, буяу юйыла,

Емерелә кѳҙҙѳң һүрәттәре,

Ҡойола ла япраҡ ҡойола.

Йолҡҡоланы мине күпме елдәр,

Күрмәһә лә улар баш эйеү,

Ҡойондарҙа осто тойғоларым,

Йәшел япраҡ кеүек йәш кѳйѳ.

Күпме ѳмѳттәрем елгә осто,

Күпме хата, күпме һабаҡтар.

Бурандарҙы барыбер еңеп сыҡтым,

Исемеңде һинең ҡабатлап.

Торған саҡтар булды яндарыңда

Күҙеңә ҡарай алмай ҡыҙарып.

Тик мин һалмам, һалмам устарыңа

Һѳйѳүемдең һуңғы ҡуҙҙарын.

Уҙған инде һѳйѳүем ғәйбәттәрҙән

Ѳркѳр еңел-елпе осорҙан.

Даръяларҙы кискән хистәремдең

Осҡонон да ситкә осормам.

Был тормошто нисек тойғанымды

Һѳйләр һиңә минән яҡшыраҡ

Урман һыҙырып йѳрѳгән япраҡ еле,

Усымдағы һары япраҡ.

* * *

Әсәй, мине таңда уят әле,

Уятҡандай малай сағымда.

Сѳйҙә торған эйәремде алып,

Ат кѳтѳргә китәм тағын да.

Саптар атым минең уҡтай осор,

Һалҡынса ел бәрелер йѳҙѳмә,

Күкрәгемә яңы ғәйрәт тулыр,

Ысыҡ ҡойолор даға эҙенә.

Далалағы алһыу таң атыуын

Тағы килә минең күрәһем.

Уйнаҡлашып йѳрѳгән тайҡайҙарҙың

Ялҡайҙарын килә үрәһем.

Таң атҡанда миңә әкиәт һѳйләр

Тыл күлдәрҙең зифа ҡамышы.

Хәтфә ергә ятып, бер тыңлармын

Һабан турғайының тауышын.

Ялан яңғыратып, йәш тай кешнәр,

Тәү ҡат уға эйәр һалғанда...

Әсәй, мине таңда уят әле,

Дала ѳҫтѳн томан алғанда.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap