Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 2 - 4 м\с Ю
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       
 
12.11.2013
БЕЛЕМЕБЕҘҘЕ АРТТЫРҘЫҠ
Untitled document

Бѳгѳн йәмғиәт һәр йәһәттән тѳплѳ белемле булыуҙы талап итә. Үҫеп килеүсе быуын ошондай сифаттарға эйә булһын ѳсѳн уларға һабаҡ биргән уҡытыусылар ҙа алдынғы ҡарашлы, яңылыҡҡа ынтылыусан булырға тейеш. Һуңғы осорҙа белем биреү ѳлкәһенә индерелгән Федераль дәүләт мәғариф стандарттары ла шул хаҡта һѳйләй.

Сибай ҡалаһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ѳсѳн ойошторолған квалификацияны үҫтереү курсында ла ошо тема күтәрелде. «Яңы стандарттар һәм мәғариф тураһындағы яңы закондар индерелеү шарттарында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу» темаһы буйынса барған курс ун кѳн дауам итте. Унда Сибай ғына түгел, Баймаҡ һәм Әбйәлил райондарынан килгән тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары әүҙем ҡатнашты. Быйылғы курстың исеме есеменә тулыһынса тура килде: ул формаһы ла, йѳкмәткеһе лә яңыса булыуы менән алдырҙы. Тәүге аҙнала Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институты уҡытыусылары һабаҡ бирһә, белем камиллаштырыуҙың икенсе яртыһы дистанцион формала үтте. Филология фәндәре кандидаты Ф.Б.Санъяров киң эрудицияһы, рухлы фекерҙәре менән уҡытыусыларҙы үҙенә йәлеп итһә, институттың башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы етәксеһе, филология фәндәре кандидаты З.М.Ғәбитова үҙ предметын—методиканы тәрән белеүе, талапсанлығы менән һоҡландырҙы. Тупланған теоретик материалды ғәмәли йәһәттән тормошҡа ашырыуҙа ҡала гимназияһы һәм Р.Ѳмѳтбаев исемендәге башҡорт лицейы уҡытыусылары ярҙамға килде. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, мәғариф алдынғыһы Рүзидә Рәсүл ҡыҙы Үтәшеваның дәресе, мәғариф алдынғыһы Лилиә Нурулла ҡыҙы Миңлеәхмәтованың оҫталыҡ класы курстарға ауаздаш булыуы менән отошло булды. Һуңғы дүрт кѳндә дәрестәр тик Интернет селтәре аша алып барылды.

Был курстың файҙаһы ҙур булыр, иң мѳһиме—йәш быуын менән заманса атларға, мәғариф донъяһында хаҡлы урын алырға булышлыҡ итер, тип ышанабыҙ. Курсты ойоштороусы ҡала мәғариф бүлегенә, Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтының Сибай филиалына башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары исеменән ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

Гѳлнара Әйүпова, «Ирәндек» лицейының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap