Сибайҙа һауа торошо:
-17, -19 ° C 1 - 3 м\с СВ
Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       
 
15.11.2013
БУЛАСАҠ ШӘФҠӘТ ТУТАШЫНЫҢ БЕР КѲНѲ
Untitled document

Миләүшә ХАБИЛОВА

Эх, ошо будильник! Бүлә-бүлә ѳсѳнсѳ ҡат пипелдәне инде. Быныһы һуңғыһы. Хәҙер тормаһа, йоҡлап ҡаласаҡ. Кисә һуң ятҡайны. Барыһына ла «Бәйләнештә» сайты ғәйепле. Кем шуны уйлап тапҡан?!

Ашау ваҡыты минимумға тиклем ҡыҫҡартылып, ул ҡиммәтле минуттар кѳҙгѳгә текәлеп ултырыуға ебәрелә. Быныһы—закон. Ашау мѳһим түгел, матурлыҡ барыһынан да алда. Аптырарға түгел, 18 йәшлек ҡыҙҙар ѳсѳн был—хәҡиҡәттең үҙе.

Иртәнге 7.10. Регина Заһитова инде туҡталышта тора. «Газель» туҡтамай үтеп китте, күрәһең тулы. Хәҙер автобусты кѳтә. Әһә! Килә! Тик халыҡ менән шығырым тулы «7-се маршрут» автобусына инеү еңелдән түгел. Прическаһы! Кейеме таушала инде...

Бѳгѳн иртәнсәктән практика. Соматикала педиатрия буйынса лекция тыңлаясаҡтар. Инде аңлағанһығыҙҙыр, Регина (һүрәттә)—медицина колледжы студенткаһы. Ѳсѳнсѳ курс! «Биш минуттан» медик тиһәң дә була. Ярата һѳнәрен, уҡыу йортон дѳрѳҫ һайлаған. Ѳләсәһе әйтмешләй, был белем менән һәр хәлдә ас булмаясаҡ.

8.00—практика башлана. Тәжрибәле врач-педиатр Гѳлнур Хәйрулла ҡыҙы Якушева бѳгѳн студенттарға балалар ауырыуҙары хаҡында һѳйләй. Тема—гастрит.

—Балаларҙағы гастрит, гастродуоденит—ашҡаҙандың киҫкен вируслы ауырыуҙары. Һуңғы ваҡытта уның менән балаларҙың 58-65%-ы ауырый. Ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙары йыш ҡына дѳрѳҫ туҡланмауҙан барлыҡҡа килә. («Быныһы миңә ҡағыла», тип уйлай ҡыҙ.) Майҙа ҡыҙҙырылған ашамлыҡтар, әсе соус, майонезды күп ҡулланыу, организмға аҡһым һәм витаминдарҙың етешмәүе лә ауырыуға сәбәпсе була. Туҡланыу режимын боҙоу ҙа килешмәй. Замана балалары тѳрлѳ сит ил һағыҙҙары, чипсы, кириешки кеүек ризыҡтарҙы ярата. Медицина уларҙы балаларға ашатыуҙы тыя. (Регина бошоноп сумка тѳбѳндә ятҡан чипсыһын иҫенә тѳшѳрә. Ташларғамы?!. Кѳсѳ етһә...) Стрестар, депрессия ла сәләмәтлеккә зыян килтерә. Эсәр һыуыбыҙҙың зарарланыуы, шулай уҡ алкоголь, тәмәке тартыу, боҙоҡ тештәр ҙә ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарына алып килә,—тип һѳйләй врач-педиатр.

Аҙаҡ гастриттың тѳрлѳ стадияларын сағылдырған видеороликтар ҡарағанда, ауырыуҙы дауалау этаптары күрһәтелгәндә, Регина күңелендә чипсыһы менән хушлашып бѳткәйне инде.

11.00. Врач-педиатр менән берлектә палаталар буйлап йѳрѳп «обход» эшләйҙәр. Лектор дауаланыусыларының кѳндәлек хәл-торошо, дауалау ысулдарын яҙмаларға индерә, студенттар бѳтѳн был системаны күҙәтеп-тыңлап тора. Һорауҙар бирәләр. Ошондай «тере» практиканы ярата Регина ла. Шунлыҡтан врач стетоскобын тәҡдим иткәс, иң беренсе булып ҡулын һуҙҙы. Бәләкәс кенә баланың үпкәһендәге тын алған һайын ғырҡылдап торған тауыштың нимә аңлатҡанын медицина теле менән әйтеп бирергә тырышты. Гѳлнур Хәйрулла ҡыҙы башын һелкеп, «я-яра-ай, яра-ай» тип, ризалашып тора бирҙе лә, бер аҙ тѳҙәтмәләр индерҙе. Шулай ҙа күңеле булды ҡыҙҙың. Шундай хѳрмәтле, оло табип маҡтаһын әле. Ныҡ уҡ маҡтамаһа ла, хупланы бит...

Тѳшкә ҡарай дауаханала тәмле булып бешкән ризыҡ еҫе таралды. Ауыҙ һыуҙары ҡороно. Лекция тыңлау ҡайғыһы китте. Күптәр йәшертен генә сәғәттәренә күҙ һала, баштар улай-былай борғолана, шыбырлашыуҙар кѳсәйҙе. Асыҡтырҙы-ы!

Ниһайәт, тѳшкѳ аш мәле. Иң яратҡан ваҡыт. Тѳркѳм менән гѳрләшеп колледждың буфетына юлландылар. Бында аш-һыу осһоҙ. Илле һумға туйғансы ашап була. Регина ла кәбеҫтә салаты, кофе, ваҡ бәлеш алды ла, ләззәтләнеп ултырып, ашҡаҙанын ҡыуандырҙы. Практиканың файҙаһы тейҙе, тиергә була.

Ашағандан һуң йоҡо килә... Әммә әле алда ѳс пар бар. Етмәһә, беренсе пар Зәкиә Рауил ҡыҙы Әдилгәрәеваныҡы. Уның парҙарында ойоп та, сит эш менән шѳғѳлләнеп тә, хатта уйланып ултырып та булмай шул. Бик етди, талапсан, үҙ фәнен биш бармағы кеүек белгән уҡытыусы. Хѳрмәт тә итәләр, бер аҙ шѳрләйҙәр ҙә үҙенән.

Тағы бер сынаяҡ кофе алып эсте ҡыҙ. Иҫәнәп ултырып шелтә алғы килмәй. Ә былай хирургия дәрестәре ҡыҙыҡлы үтә ул. Бѳгѳн дә шулай булды: һынған, сыҡҡан урындарға шына, гипс һалырға ѳйрәнделәр. Шынаһы менән шыма сыҡһа ла, гипсҡа буялып, бысранып бѳтѳргә тура килде. Шулай, туғандар, шәфҡәт туташы һѳнәрен үҙләштереү еңелдән түгел.

Анатомияла бер аҙ тын алырға була. Наталья Николаевна Никитина йомшаҡ күңелле, бик хәстәрлекле, иркә ҡарашлы ханым. Ул күберәген студенттың мәҙәнилегенә, яуаплылығына таянып эш итә. «Һеҙ аңлы, аҡыллы йәштәр, был һѳнәрҙе һайлағас, үҙегеҙ белергә, ѳйрәнергә ынтылырға тейешһегеҙ»,—тип ҡабатларға ярата. Дѳрѳҫ әйтә лә ул, тик ана шул «мәҙәнилек һәм яуаплылыҡ» ҡайһы саҡ ҡайҙалыр юҡ була ла ҡуя бит әле.

Дәрестең темаһы: кеше йѳрәгенең тѳҙѳлѳшѳ.

—Йѳрәк дүрт камеранан тора: уң яҡтағы икәү—уң яҡ йѳрәк алды һәм уң яҡтағы «ашҡаҙан»; һәм ике һул яҡтағы—һул яҡ йѳрәк алды, һул яҡтағы «ашҡаҙан». Нормала уң һәм һул йѳрәк ярымдары үҙ-ара хәбәрләшмәйенсә эшләй... Кеше йѳрәгендә уның хистәре һәм теләктәре лә барлыҡҡа килә...

Тимәк, уның күңелендә мѳхәббәт сәскәһе булып бѳрѳләнеп килгән хистәрҙең барлыҡҡа килеүенә тап ана шул йѳрәк ғәйепле икән. Йѳрәк... Йѳрәк... Ҡалай маладис һин, йѳрәк. Ә Уның, Уның йѳрәгендә ниндәй тойғолар икән?.. Смс-хәбәрендә «оҡшайһың» тип яҙған ине бит. Тимәк...

—Заһитова, ҡабатлап үтегеҙ әле, йѳрәк циклы ниндәй функцияларҙан тора?

—Э-э... ы-ы.. Йѳрәк циклы...

—Иғтибар итегеҙ, зинһар, йѳрәк циклы йѳрәк алды, «ашҡаҙан» бүлектәренең ҡыҫылыуынан һәм йѳрәк алды, «ашҡаҙан» бүлектәренең бушауынан...

—Тора! Тап шулай!

Һуңғы пар—медицина психологияһы. Егерме биш ҡыҙ күҙ ҙә йоммай Айгѳл Марат ҡыҙы Үтәшеваны күҙәтә. Шундай сибәрлек, шундай буй-һын менән ул нишләп психолог һуң әле, нишләп модель түгел? Ул кейгән күлдәге, ул прическаһы, йылмайыуы, хәрәкәттәре... «Ошондай күлдәкте үҙенә тегеп ҡарарға кәрәк, әсәһе ярҙам итер ине».

Бик йыбанғанда психологиянан ҡасып китергә лә була, Айгѳл Марат ҡыҙы бит йәш, артыҡ асыулана белмәй. Тик бына уның үҙен күҙәтеп ултырыу ѳсѳн килмәү мѳмкин түгел. Етмәһә, дәресте лә мауыҡтырғыс итеп үткәрә белә, шаярышып, кѳлѳшѳп алырға ла була. Ә былай предмет ҡатмарлы, хатта артыҡ ҡатмарлы, тиһәң дә арттырмаҫһың. Башҡаларға нисектер, һәр хәлдә Регина ѳсѳн шулай. Әгәр ҙә был фәндән тап Айгѳл Марат ҡыҙы уҡытмаһа, аңлай ҙа алмаҫ инеме икән. Бына ҡайҙа ул «донъяны матурлыҡ ҡотҡара» тигәндең асылы. Уҡытыусының сибәрлеге унан да психолог яһап бара.

Йѳҙ тѳҫлѳ уттар менән балҡыған киске ҡала буйлап туҡталышҡа атлай ҡыҙ. Иртәнсәк кенә «тек-тек» баҫып сығып киткән бейек үксәләрендә баҫып торор хәле юҡ. Әллә нишләп әсәһенең бейек үксәле аяҡ кейеме кеймә, тигәнен тыңламай шул. Тора торғас, ҡулы үҙенән-үҙе сумка тѳбѳндә ятҡан теге чипсы ҡабын һѳйрәп килтереп сығарҙы. Асырғамы, ташларғамы? Асырғамы?.. «Гѳлнур Хәйрулла ҡыҙы, ғәфү итегеҙ, мин һеҙ һѳйләгәндәрҙең барыһын да хәтерләйем, әммә... асыҡтым». Бер нисә минуттан буш ҡап тыныс ҡына итеп ҡый һауытына тѳшѳп ятты...

Киске аш. Әсәйгә ярҙам итеү. Йорт эштәре.

22.00—телевизорҙан айырылып саҡ дәрес әҙерләргә ултырҙы. Дѳрѳҫѳрәге, әсәһе «ултыртты». Уф-ф! Иң башта фармакологиянан дарыуҙар исемен һәм уларҙың тәғәйенләнешен ятларға кәрәк. Унан анатомиянан йѳрәк тѳҙѳлѳшѳнѳң схемаһын эшләргә, практиканың лекцияһын яҙып ҡуйырға...

...Аспирин, анальгин, пенициллин, ампициллин, ампицид, фурациллин... «Бәйләнештә» яңы фотолар ҡуйғандар... Амоксициллин, фурадонин... Унан смс килгән! Ура!!! Цитрамо... «Бәйләнештә» яңы хәбәр... Цефазолин, цитропак, цико... цико-о... ци-и...

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap