Сибайҙа һауа торошо:
-2, -4 ° C 1 - 3 м\с ЮВ
Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
КҮҢЕЛДӘРҘЕ ѲМѲТ ЙЫЛЫТА
Untitled document

Ѳмѳт йѳрѳтә кешене,

Ѳмѳт йәшәтә кешене...

Ғ.Хѳсәйенов.

Был юлдар тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, һынауҙарҙа һынмай, тома һуҡыр ҡалһа ла, яҡты донъяға һоҡланып, йәшәүҙән йәм табып йәшәүсе, шиғри күңелле Айҙар Мусин ѳсѳн тормош девизы булып тора. Сибай ҡалаһының Тыуған яҡты ѳйрәнеү модель-китапханаһында эшләп килгән «Әҙәби тирмә» клубында Айҙар Мусиндың «Офоҡтарҙа ѳмѳт усағым» китабының исем туйы үтте. Был сара Сибай тѳбәк яҙыусылар ойошмаһы һәм һуҡырҙар йәмғиәте менән берлектә ойошторолдо.

Кисәгә килеүселәр китап авторының тормош юлы һәм ижады менән танышты. 9-сы лицейҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, шағирә Фирүзә Алсынбаева ҡәләмдәшенең ижадына ентекле байҡау яһаны. «Айҙар Мусиндың шиғриәте уҡыусыларҙы битараф ҡалдырмай. Сѳнки унда һыҙланыу бар. Һыҙланыуһыҙ, уйһыҙ шиғриәт—ул шиғриәт түгел. Ошо юҫыҡтан ҡарағанда, Айҙарҙың шиғырҙары уҡымлы, йѳкмәткеле, күңелгә үтеп инә»,—тине Фирүзә Илһам ҡыҙы. Уның уҡыусылары авторҙың шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе.

Ижад—еңел эш түгел. Яҡты донъяны күреүҙән мәхрүм булған кешегә ижад итеү тағы ла ауырға тѳшә. Яҡындарҙың аңлауын, ярҙамын тойоу—Айҙар Нуриәхмәт улы ѳсѳн оло бәхет. Был сарала уның туғандары ла ҡатнашты. Ике туған ағаһы Йәнекәев Шәйхислам Ғәйнислам улы кисәне ойоштороусыларға рәхмәт белдерҙе. Ул Айҙар Мусиндың тыуған ауылы—Баймаҡ районы Назар ауылы тураһында һәм үҙҙәренең нәҫел тарихы хаҡында мәғлүмәттәр еткерҙе.

Сибай педагогия колледжы студенттары (етәксеһе Г.М.Шәкирова) авторҙы яңы китабы менән тәбрикләп, уның шиғырҙарын яттан һѳйләне. Айҙар Мусиндың киләсәк матур кѳндәргә ѳмѳт менән һуғарылған шиғырҙарын залда ултырыусылар күҙ йәштәре аша тыңланы.

Һуҡырҙар йәмғиәте рәйесе Г.Х.Бикбаева китаптың донъяға сығыуына ярҙам итеүсе ҡала округы Советы депутаты А.М.Нәбиеваға һәм «Урал халыҡ кассаһы» вәкиле Н.П.Кармановҡа ҙур рәхмәттәрен әйтте һәм шағирға яңынан-яңы әҫәрҙәр ижад итеп тороуын теләне. Г.Сәғитованың моңло йыры, БДУСИ студенттары Әлиә Ғатауллинаның һәм Нәркәс Баймѳхәмәтованың «Ҡурай» бейеүе, мәғариф ветераны Ф.Х.Әбүбәкировтың ѳҙҙѳрѳп мандолинала уйнауы кисәгә йәм ѳҫтәне.

Сибай тѳбәк яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе Ә.М.Яхина ҡәләмдәшенә илһамлы ижад теләп: «Хоҙай һине маңлай күҙенән яҙҙырһа ла, донъяның шатлыҡ-ҡыуаныстарынан мәхрүм итмәгән—күңел күҙен асҡан. Киләсәктә лә шиғырҙарың менән уҡыусыларҙы, халҡыңды ҡыуандырып йәшә»,—тип кисәне йомғаҡланы.

Рәйсә Ҡунаева,

Тыуған яҡты ѳйрәнеү модель-китапханаһы мѳдире.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap