Сибайҙа һауа торошо:
-21, -23 ° C 2 - 4 м\с СВ
Кемдәр гәзиткә яҙыла һәм квитанцияһының күсермәһен редакцияға ебәрә, уларҙы шәп бүләктәр көтә!       *       Почта аша яҙылыу хаҡы: 6 айға—551 һум 34 тин. Йыллыҡ подписка—1005 һум 48 тин.       *       Сибайҙар һәм Иҫке Сибайҙар редакцияға килеп 530 һумға яҙыла ала. Йыллыҡ подписка—990 һум.        *       2017 йылға «Атайсал» гәзитенә яҙылыу дауам итә. Ашығығыҙ! 30 декабрҙә Лото-уйын уҙғарыласаҡ.       *       Электрон вариантҡа яҙылыу—354 һум, йыллыҡ—606 һум.       *       
 
22.11.2013
«ЙӘШ ӘСӘЛӘР―БӘХЕТ, ОЛОЛАРЫ ХѲРМӘТ КҮРҺЕН…»
Untitled document

Миләүшә ХАБИЛОВА

Һүрәттәге маңлайын йылдар бураҙнаһы, битен яҙмыш һырҙары биҙәгән инәй—минең әсәйем Аэлита Ялал ҡыҙы Ҡаһарманова. Туғыҙ балаға ғүмер бүләк итеп, 100-ҙән ашыу баланың кендек инәһе булып, оло хеҙмәт һәм тормош юлы үткән кеше ул.

Әсәйем—Силәбе ѳлкәһенең Арғаяш районы ҡыҙы. Бынан биш тиҫтә йылдар элек Ѳфѳ медицина училищеһын тамамлап, Бѳрйән районы Яңы Усман ауылына йүнәлтмә менән эшкә ебәрелә. Шунда пенсияға сыҡҡансы фельдшер-акушер вазифаһын башҡара, ғаиләле, бала-сағалы булып нигеҙләнә. Башҡортостан еренә аяҡ баҫҡанда ул рус телле була, ә бѳгѳн уның әллә нисәмә дәфтәр башҡортса шиғырҙар тупланмаһы бар, килен булып тѳшкән ерлегенең ауыҙ-тел ижадын, фольклорын, тарихи хикәйәттәрен, ауылдаштары хикмәттәрен хәтерендә һаҡлай. Бихисап башҡорт матбуғатын алдырып, ил яңылыҡтары менән хәбәрҙар булып ултыра. Һәр сәйәси йәки социаль мәсьәләгә үҙ ҡарашы, үҙ фекере бар.

Әсәйемде ауылдаштары хѳрмәтләп, яратып ағинәй тип йѳрѳтә. Уның ижад кисәләрен үткәрәләр, байрамдар менән ҡотларға онотмайҙар, тѳрлѳ мәҙәни сараларҙан ҡалдырмайҙар. Инде 73 йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ауылдың оло быуыны һаман да ауырығанда уға мѳрәжәғәт итә. «Һеҙҙе алмаштырыр фельдшер булманы инде»,—тип ебәрәләр. Йыш ҡына йәштәр ҙә кәңәшкә килә. Хатта ҡайһы ваҡыт ҡыҙыҡлы хәлдәр ҙә булып ҡуя. Бер мәл оло ғына йәштәге апай тейеш кеше ҡағыҙ тотоп килгән дә, әсәйемдең мунсанан сыҡҡанын кѳтѳп ултыра. Ҡараһам, ерен һәм мѳлкәтен ваҡытында рәсмиләштермәгән ѳсѳн судтан килгән ҡағыҙ икән. «Был осраҡта әсәйем ни эшләй алһын, судьяға барығыҙ»,—тим. «Судьянан алда еңгәм бар әле, ул нимә тип әйтһә, шулай була»,—тип минең һүҙемде ҡолағына ла элмәй теге апай. Бына шулай, үҙ замандаштарының тиңһеҙ ярҙамсыһы ул.

Хәтеремдә: ауылдан уҡыу йортона юлланыусы балаларҙы йәй һайын бер ѳйѳр итеп эйәртеп алып сығып китә лә, уҡыу йорттары буйлап урынлаштырып ҡайтып инә торғайны. Ҡатын-ҡыҙҙар Советы етәксеһе булараҡ, кешеләрҙең ғаилә проблемаларын хәл итеүҙә, фельдшер булараҡ, сәләмәтлеккә ҡағылышлы мәсьәләләрҙә ауылдаштарының беренсе кәңәшсеһе булды. Бер ваҡыт хатта «йәшел йылан» менән дуҫлашҡан бер ғаиләнең кескәй балалары беҙҙә йәшәп алды. Әсәйем шул сабыйҙарҙы балалар йортона тапшыртмай ҡустыма имсәктәш итеп тәрбиәләне. Аҙаҡ әсәләре килеп алды.

1963 йылдан алып 70-се йылдарға тиклем ауылдағы һәр тыуған баланың кендек әбейе булған, тип әйтеп үткәйнем инде. Бѳгѳн дә кемдең ниндәй кѳндә, ниндәй шарттарҙа тыуғанын, хатта ниндәй ауырлыҡта булғанын, бала саҡта ниндәй ауырыуҙар менән сирләгәнен яҡшы хәтерләй, һорағандарға бер ҡағыҙға ҡарамай һѳйләп бирә ала.

Бәләкәй саҡта әсәйем беҙгә һуңғы аҡсаһына тәм-том түгел, ә китап алып ҡайтты. Шуларҙы кистәрен башта русса уҡый, унан башҡортсаға тәржемә итә торғайны. Мандолинала уйнаны, ауылда бығаса күрелмәгән пианино, ағайҙарыма гармундар яҙҙырып алды. Шыршы байрамдарына костюмдарҙы берәр ай алда тегә башлар ине, йыл һайын тәүге ѳс урын беҙҙең ғаиләгә эләкте. Ауылда шулай уҡ тәүге йәшелсә ултыртҡан кеше лә әсәйем булды. Кәбеҫтәләрҙе, ҡыярҙарҙы ағас мискәләр менән тоҙлар, ҡыштарын ҡатын-ҡыҙға таратыр ине. Хатта ауылдағы тәүге телевизорҙы ла ул Силәбенән күтәреп алып ҡайтҡан. Шул мәл кино ҡараусыларҙан иҙәндә алма тѳшѳр урын булмаған.

Әсәйем тормош ауырлыҡтары алдында ҡурҡып ҡалыуҙы белмәгән бик ҡыйыу кеше ул. Элек, ике-ѳс ауылды бер үҙе хеҙмәтләндергән транспортһыҙ замандарҙа, кѳн-тѳн тип ҡарап тормай, саҡырыу килһә, мылтыҡ аҫа ла һыбай сығып китә торғайны. Уны бѳтѳн тирә-яҡ кешеләре белде, мѳмкинселеге булғанда берәү ҙә ярҙамдан баш тартманы, тыңланылар, яраттылар, хѳрмәт иттеләр. Һәм әле лә шулай.

Әсәйем ете улын әрме хеҙмәтенә оҙатып кѳтѳп алды. Бер улы ѳс йыл океан аҫтын байҡаһа, берәүһе Вьетнамда, икәүһе Чечняның «ҡыҙыу нѳктәләрен»дә хеҙмәт итте. Йәмғеһе, бѳтә ир балаларын бергә алғанда, хаттар яҙып уларҙы кѳткән ғүмере 15 йылды тәшкил итә.

Мин был тормошта күп нәмәгә әсәйемә ҡарап ѳйрәндем һәм ѳйрәнәм. Уның рух ныҡлығы, берәй хәлгә борсолоп йѳрѳгәндә: «Выше голову—жизнь прекрасна!»—тип руссалап күңелде күтәреп ебәреүе килен-кейәүҙәренә лә, ейәндәренә лә таныш.

Ни ѳсѳн әсәйем хаҡында «Атайсал» гәзитенә яҙаммы? Сѳнки әсәйем хәҙер Сибай әбейе, урындағы гәзиттәр аша ҡала тормошон, йәшәйеште күҙәтеп ултыра. Әсә кѳнѳ уңайы менән ул бѳтә әсәләргә лә изге теләктәрен еткереп: «Йәш әсәләр—бәхет, ололары, минең кеүек, ҡәҙер күрһен»,—тигән сәләм ебәрә. Шулай булһын.

гороскоп на 2013 год телец гороскоп совместимость мужчины весы и женщина весы гороскоп 2013 года скорпион гороскоп гороскоп для скорпиона на год змеи любовный гороскоп для козерогов на 2013 год эротический гороскоп для мужчины-козерога гороскоп на месяц - стрелец на сайте любовный гороскоп тут гороскоп на гороскоп совместимости рак он и козерог она описание людей по гороскопу лев индивидуальный гороскоп глобы на 2013 год программа для расчета персонального гороскопа женщины по знаку гороскопа рак гороскоп гадания гороскоп мужчина овен женщина близнец гороскоп 2013 рак обезьяна гороскоп на сегодня овен дева гороскоп совместимости дракон тигр гороскоп на сегодня скорпион на завтра как проверить совместимость по гороскопу гороскоп карьера 2013 весы онлайн телефонная интерактивные тесты егэ 9 класс справочник частных решебник по немецкому 9 бим телефонная база решенные тесты егэ по алгебре типовые задания бесплатные ссылка телефонная база онлайн фипи егэ история 2013 скачать книгу сложно ли сдать егэ по физике узнать телефон человека по адресу в москве gsm поиск город волжский справочник домашних телефонов витебск Знакомства Кемерово онлайн игра Counter Strike sitemap